Эстәлеккә күсергә

Владимиров Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимиров Владимир Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Георгиевск[d], Ставрополь крайы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө губернатор
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән
Эш урыны хөкүмәт
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт gubernator.stavkray.ru
 Владимиров Владимир Владимирович Викимилектә

Владимиров Владимир Владимирович (14 октябрь 1975 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2014 йылдың 27 сентябренән Ставрополь крайы губернаторы (2013 йылдың 27 сентябренән 2014 йылдың 27 сентябренә тиклем Ставрополь крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[2]. 2014 йылдың 2 октябренән Ставрополь крайы хөкүмәте рәйесе. 2019 йылдың 1 ноябренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының Ставрополь төбәк бүлексәһе секретары[3], партияның Генераль советы ағзаһы.

Владимир Владимирович Владимиров 1975 йылдың 14 октябрендә Ставрополь крайы Георгиевск ҡалаһында тыуған. Һуңынан ата-әсәһен йүнәлтмә буйынса Камчаткаға ебәрәләр, унда улар айырылыша, һә Владимир әсәһе менән Ставрополь крайына ҡайта — Буденновск ҡалаһына.

Сығышы буйынса Владимир Владимирович — ябай ғаиләлән, әсәһе яғынан өләсәһе ашханала бешереүсе булһа, ҡартатаһы төрлө һөнәрҙәргә эйә була. Ата-бабалары Терск казактары.

1992 йылда Буденновск ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай, шунда уҡ уҡыу-етештереү комбинатында «Ашнаҡсы-кулинар» һөнәрен үҙләштерә.

1997 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә (буласаҡ һөнәре — тәбиғи энергия ташыусы һәм углерод материалдарының химик технологияһы).

2006 йылда Төмән нефть һәм газ дәүләт университетына «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау» һөнәре буйынса уҡыуын башлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетҡа уҡырға ингәнгә тиклем "Ставролен"да ябай эшсе булып эшләй[4]. Белем аған осорҙа ла Владимиров һатыусы, йөк ташыусы булып эшләй, фатирҙар ремонтлай.

1997 йылдан алып — «Когалымнефтегаз» предприятиеның «Ватьеганнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында нефтте әҙерләү һәм һурҙырып ағыҙыу ҡоролмаһы начальнигы, «Когалымнефтегаз» үҙ сиратында «ЛУКОЙЛ — Көнбайыш Себер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте структураһына инә (Ханты-манси автономиялы округы).

«Когалымнефтегаз» производстволарында 2005 йылға тиклем эшләй.

2001—2002 йылдарҙа — «Дружбанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралының (НГДУ) нефтте әҙерләү һәм һурҙырып ағыҙыу цехы начальнигы.

2002 йыда — «Повхнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралының (НГДУ) нефтте әҙерләү һәм һурҙырып ағыҙыу буйынса төп инженеры урынбаҫары.

2002—2005 йылдарҙа — «Когалымнефтегаз» предприятиеһының нефть әҙерләү бүлеге начальнигы урынбаҫары була, нефть әҙерләү буйынса төп инженеры урынбаҫары, артабан предприятие бүлеге начальнигы.

2005—2007 йылдарҙа — стратегия һәм маркетинг буйынса директор урынбаҫары, унан һуң «Геойлбент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтнең генераль директоры.

2007—2009 йылдарҙа — ОАО «Верхнечонскнефтегаз» ААЙ-нең техник департаменты директоры, һуңынан генераль директоры урынбаҫары — баш инженеры.

2009—2010 йылдарҙа «Муравленковскнефть» ААЙ-ның «Газпромнефть-Ноябрьскнефтегаз» филиалында етәксе вазифаларын биләй. .

2010 йылдың мартында бер мандатлы Муравленков округы буйынса Ямал-Ненец автономиялы округының закондар сығарыу <a href="./парламент ағзаһы" rel="mw:WikiLink" data-linkid="190" data-cx="{&quot;adapted&quot;:false,&quot;sourceTitle&quot;:{&quot;title&quot;:&quot;Депутат&quot;,&quot;description&quot;:&quot;лицо, представляющее избирателей в законодательном органе, например, сенатор, народный депутат, член заксобрания&quot;,&quot;pageprops&quot;:{&quot;wikibase_item&quot;:&quot;Q486839&quot;},&quot;pagelanguage&quot;:&quot;ru&quot;},&quot;targetFrom&quot;:&quot;label&quot;}" class="cx-link" id="mwOg" title="парламент ағзаһы">депутаттар</a> йыйылышыдепутаты итеп һайлана.

2010 йылдың апрелендә Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин Владимировты Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләй[5].

Уның эш даирәһенә иҡтисади үҫеш, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу мәсьәләләре, яғыулыҡ-энергетика комплексы эштәр инә.

2010 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһына инә.

2011 йылдың майынан алып — ЯНАО-ла «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәт сәйәси советы секретары.

Ставрополь крайы губернаторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Владимир Владимиров Дмитрий Медведев менән осрашыу ваҡытында, 2018 йылдың 5 феврале
Владимир Владимиров Александр Матовников менән осрашыу ваҡытында. 2018 йылдың 17 июле

2013 йылдың 27 сентябрендә Ставрополь крайы губернаторы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә (Валерий Зеренков урынына).

2014 йылдың октябрендә край хөкүмәтен етәкләй.

2014 йылдың мартында Владимиров Евросоюз санкциялары исемлегенә эләгә[6]

2014 йылдың 14 сентябрендә, берҙәм тауыш биреү көнөндә, Ставрополь крайы губернаторы итеп 5 йылға һайлана, 2014 йылдың 27 сентябрендә Ставрополь ҡалаһында уның инаугурацияһы үтә.

2017 йылдың 13 майында Ставрополь крайының 13 районын көслө ташҡын баҫҡанда етәкселек уның өҫтөндә була[7].

2015 йылдың 7 апреленән 10 ноябренә тиклем һәм 2019 йылдың 28 ғинуарынан 2 авгусына тиклем Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советы Президиумы ағзаһы[8][9][10][11][12].

2019 йылдың 8 сентябрендә, берҙәм тауыш биреү көнөндә, Ставрополь крайы губернаторы итеп алдағы 5 йылға һайлана. Владимировты Ставрополь крайы халҡының 79,65 % хуплай[13]. 2019 йылдың 27 сентябрендә вазифаһын башҡара башлай[14].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Рәсәй балаларҙы яҡлау эшендә маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (ноябрь 2015 йыл)
  • «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы (май, 2015 йыл)
  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2524/
  2. Владимир Владимиров вступил в должность губернатора Ставрополья. www.stavropolye.tv. Дата обращения: 27 сентябрь 2014.(недоступная ссылка)
  3. Владимиров возглавил ставропольское реготделение партии «Единая Россия»
  4. 10 интересных фактов о губернаторе Ставрополья. Дата обращения: 25 ғинуар 2019. Архивировано 26 ғинуар 2019 года.
  5. Биография Владимира Владимирова. ria.ru. Дата обращения: 30 сентябрь 2013. Архивировано 30 сентябрь 2013 года.
  6. Владимиров попадает под санкции ЕС 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  7. Владимир Владимиров: «Успех нашей работы зависит только от нас». vechorka.ru. Архивировано 31 ғинуар 2019 года. 2019 йыл 31 ғинуар архивланған.
  8. Распоряжение Президента Российской Федерации от 07.04.2015 г. № 85-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  9. Распоряжение Президента Российской Федерации от 10.11.2015 г. № 356-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  10. Распоряжение Президента Российской Федерации от 28.01.2019 г. № 23-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  11. Распоряжение Президента Российской Федерации от 02.08.2019 г. № 255-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
  12. ВЛАДИМИР ВЛАДИМИРОВ ВОШЁЛ В СОСТАВ ПРЕЗИДИУМА ГОССОВЕТА РОССИИ. www.gubernator.stavkray.ru. Дата обращения: 30 ғинуар 2019. Архивировано 31 ғинуар 2019 года.
  13. Владимир Владимиров победил на выборах губернатора Ставрополья. Дата обращения: 11 сентябрь 2019.
  14. Владимиров вступил в должность губернатора во второй раз // Свое ТВ, 27.09.2019 2019 йыл 27 сентябрь архивланған.