Сохатский Владимир Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Александрович Сохатский
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

183 см

Ауырлығы

79 кг

Ҡушаматы

Соха

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

28 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (34 йәш)
Өфө, СССР

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2006-ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2006—2009 Рәсәй флагы Салауат Юлаев-2
2009—2010 Рәсәй флагы Толпар
2010—2016 Рәсәй флагы Торос
2013—2016 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2016—2019 Рәсәй флагы Автомобилист
2019 Рәсәй флагы Горняк
2019—ә.в. Рәсәй флагы Торос
2019—ә.в. Рәсәй флагы Салауат Юлаев

Сохатский Владимир Александрович (28 декабрь 1989 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» системаһының уйынсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Влади́мир Алекса́ндрович Соха́тский 1989 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең профессиональ карьераһын Владимир үҙенә 18 йәш булғанда 2006 йылда «Салауат Юлаев-2» (әлеге «Толпар») составында башлай. Дебют миҙгелдә туғыҙ уйын уҙғара һәм 19 гол үткәрә. 2007—2009 йылдарҙа Владимир командаһы өсөн 48 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 80 шайба үткәрә. 2009 йылда Йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, шуның менән бергә «Салауат Юлаев-2» командаһының исеме «Толпар» тигәнгә үҙгәрә. Тәүге миҙгелдә даими беренселектә ул 32 уйын уҙғара, шуларҙың ун туғыҙын еңә. Йәштәр хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. «Толпар» үҙ конференцияһында икенсе урында урынлаша. Ә Харламов кубогы уйындарында ул ике матч ҡына уйнай. «Толпар» ярымфиналда «Кузнецкие Медведи» командаһына еңелә һәм бронза миҙалдары менән бүләкләнә. Владимир Йәштәр лигаһында башҡа бер уйында ҡатнашмай.

«Торос»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың йәйендә Нефтекаманың «Торос» хоккей клубына күсә. Яңы барлыҡҡы килгән Юғары хоккей лигаһының тәүге миҙгелендә Владимир 11 осрашыу үткәрә, шуларҙың береһе плей-офф уйындарына тура килә. Тәүге уйынын 2010 йылдың 13 сентябрендә уҙғара. Шул көндө «Торос» Түбәнге Тагилдан «Спутник» хоккей клубына 2:3 иҫәбе менән еңелә. Шул миҙгелдә Сохатский команданың запас ҡапҡасыһы була. Киләһе миҙгел уның өсөн уңышлыраҡ сыға. Ул команданың төп ҡапҡасыһына әйләнә. Даими миҙгелдә 32 осрашыу үткәрә. Братины кубогы өсөн плей-офф ярыштарында Владимир 16 уйын уҙғара. «Торос» бер-бер артлы «Молот-Прикамье», «Ермак», «Донбасс» һәм «Рубин» командаларын еңеп үҙ тарихында тәүгегә Братина кубогын еңә. Сохатский миҙгедең иң яҡша ҡапҡасыһы тип билдәләнә.

2012/2013 йылдар миҙгелендә ул «Торос» өсөн 47 осрашыу уҙғара. Нефтекама хоккейсылары даими чемпионатта өсөнсө урын яулайҙар. Братина кубогы уйындарында Сохатский 19 осрашыу уҙғара һәм шуларҙың алтауһында ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра, финалдың хәл иткес етенсе уйында ул бер шайба ла үткәрмәй. «Торос» икенсе тапҡыр кубокты еңә. Ә Владимир плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип билдәләнә. 2013/14 йылдар миҙгелендә «Торос» өсөн 36 уйын үткәрә. Братины кубогының 1/8 финалында дүрт осрашыу үткәрә һәм дүртеһендә еңә. Артабан ул уйнамай, сөнки Владимирҙы «Салауат Юлаев» саҡыртып ала. Киләһе ике миҙгелдә «Торос» өсөн ни бары туғыҙ уйын ғына уҙғара, плей-оффта бер осрашыу ҙа үткәрмәй.

Салауат Юлаев[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013/2014 йылдар миҙгелендә Владимир Сохатский «Салауат Юлаев» өсөн тәүге уйынын уҙғара. 2013 йылдың 13 декабрендә «Северсталь» менән уйында 1:4 иҫәбендә Алексей Волковты алмаштыра. Шул матчта ул 12 минут һәм 23 секунд боҙҙа була. Даими миҙгелдә ул 6 уйын уҙғара. Ә шул миҙгелдең плей-офф уйындарында ике тапҡыр Василевскийҙы уйын ваҡытында алмаштыра һәм бөтәһе плей-оффта 10 минуттан әҙерәк уйнай. Миҙгел тамамланғас Василевский Америкаға уйнарға китә, ә Сохатский команданың төп ҡапҡасыһы роле өсөн көрәшә ала ине. Владимир даими миҙгелдә 45 уйын үткәрә. 2014 йылды 14 сентябрендә «Амур» командаһына ҡаршы уйында ҡапҡаһын лигала үҙе өсөн тәүгегә ҡоро ҡалдыра. Гагарин кубогында Сохатский ҙа, команда ла уңышһыҙ сығыш яһайҙар — Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына конференция сирекфиналында 1-4 иҫәбе менән серияла еңелә.

2015/2016 йылдар миҙгеле алдынан команданың составы күбеһенсә яңыртыла. «Салауат Юлаев» ике ҡапҡасы Никлас Сведберг һәм Рафаэл Хакимов менән килешеүҙәр төҙөй. Даими миҙгелдә Владимир 11 осрашыу үткәрә, шуларҙың етәүһендә уйында ҡапҡала башлай. Плей-офф уйындарында ул өс тапҡыр Сведбергты уйын ваҡытында алмаштыра. Владимир команда менән конференция финалына етә, Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә.

«Автомобилист»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 11 май көнөндә Владимир Сохатский Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубына күсә, «Салауат Юлаев» уның өсөн ҡапҡасы Никита Циркуль һәм һөжүмсе Максим Аскаровты ала[1]. Владимир яңы клуб менән Тольятти ҡалаһында миҙгел алдынан үткән «Лада» кубогын еңә, ә үҙе турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә. 29 сентябрҙә Владимир «Автомобилист» өсөн тәүге рәсми уйын үткәрә. Шул көндә Екатеринбург командаһы Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубын (2:0) еңә, ә Сохатский «ҡоро» еңеү менән дебют яһай[2]. Шул миҙгелдә «Автомобилист» плей-офф уйындарына эләгә алмай, ә Владимир 11 тапҡыр ғына еңә.

2017/2018 йылдар миҙгелендә «Автомобилист» Көнсығыш конференцияһында бишенсе урынды ала, ә Гагарин кубогында тәүге раундта еңелеп ҡала. Владимир был миҙгелдә барыһы 13 уйында 4 еңеү яулай һәм икәүҙә ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. 2018 йылдың 16 май көнөндә Сохатский «Автомобилист» менән бер йылға яңы килешеү төҙөй[3]. 2018/2019 йылдарҙың КХЛ даими миҙгелендә Владимир 12 уйында ҡатнаша, 6 тапҡыр еңеү яулай һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. «Автомобилист» тәүге тапҡыр Көнсығыш конференцияһында беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогының сирекфиналында «Салауат Юлаев» командаһына отолоп ҡала. Шулай уҡ ул Юғары хоккей лигаһында Учалынан «Горняк» хоккей клубы өсөн дүрт уйында ҡатнаша. 2019 йылдың 1 май көнөндә «Автомобилист» Владимир Сохатский менән бергә эшләмәү тураһында иғлан итә[4].

«Салауат Юлаев» системаһында (2019 йылдан алып)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдың 1 июнендә «Салауат Юлаев» ҡапҡасы менән дауамы бер йыл булған ике яҡлы контракт төҙөй[5].

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Братина кубогы — 2012, 2013
  • Братина кубогының иң ҡиммәтле уйынсыһы — 2013
  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2014
  • Рәсәй чепионатының бронза миҙалсыһы — 2016
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014, 2016
  • ЮХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2011/2012
  • ЙХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2010
  • ЙХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2009/2010

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы яңыртыу: 28 июль 2019

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, «0» — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2006/2007 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 9 19 2.11
2007/2008 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 13 32 2.46
2008/2009 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 35 59 1.69
2009/2010 Толпар ЙХЛ 32 19 11 1808 68 4 2.26 91.2 2 1 0 103 5 0 2.31 89.4
2010/2011 Торос ЮХЛ 10 1 2 295 15 0 3.05 88.7 1 0 0 34 1 0 1.72 95.2
2011/2012 Торос ЮХЛ 32 17 6 1814 70 2 2.31 91.7 16 14 2 1000 26 1 1.56 94.3
2012/2013 Торос ЮХЛ 47 27 11 2772 86 7 1.86 93.0 19 15 4 1142 30 6 1.58 93.6
2013/2014 Торос ЮХЛ 32 19 7 1921 49 5 1.53 93.7 4 4 0 240 3 2 0.75 97.7
2013/2014 Салауат Юлаев КХЛ 6 3 2 304 13 0 2.56 91.1 2 0 0 9 1 0 6.41 85.7
2014/2015 Торос ЮХЛ 3 0 2 117 9 0 4.59 75
2014/2015 Салауат Юлаев КХЛ 45 19 19 2359 103 2 2.62 90.7 5 1 4 295 13 0 2.64 92.1
2015/2016 Торос ЮХЛ 6 4 2 359 12 0 2 92.7
2015/2016 Салауат Юлаев КХЛ 11 3 6 541 31 0 3.44 87.6 3 0 0 83 6 0 4.31 82.9
2016/2017 Автомобилист КХЛ 35 11 16 1854 75 4 2.43 92.2 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2017/2018 Автомобилист КХЛ 12 4 5 619 26 2 2.52 91.3 1 0 1 58 2 0 2.07 92
2018/2019 Автомобилист КХЛ 12 6 5 633 29 1 2.75 89.5
2018/2019 Горняк ЮХЛ 4 1 3 238 13 0 3.27 88.5
2018/2019 Салауат Юлаев КХЛ
2018/2019 Торос ЮХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 32 19 11 1808 68 4 2.26 91.2 2 1 0 103 5 0 2.31 89.4
Бөтәһе ЮХЛ-да 134 69 33 7518 254 14 2.03 92.3 40 33 6 2417 60 9 1.49 94.4
Бөтәһе КХЛ-да 121 46 53 6314 277 9 2.63 90.9 11 1 5 446 22 0 2.96 90.5

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Сохатскийҙың ҡатыны Вера бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үткән:
Станислав Голованов
Братина кубогы өсөн плей-оффта иң ҡиммәтле уйынсы:
Владимир Сохатский
Киләһе:
Константин Макаров
Үткән:
Александр Судницын
ЮХЛ миҙгелендә иң яҡшы ҡапҡасы:
Владимир Сохатский
Киләһе:
Владимир Ковач