Сигачёв Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Николаевич Сигачёв битенән йүнәлтелде)
Владимир Сигачёв
Файл:Владимир Сигачёв. Рок-акустика.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Владимир Николаевич Сигачёв

Тыуған

19 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Үлгән

2000-2001

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

клавишасы, йырҙар авторы, йырсы

Инструменттар

клавишалы ҡоралдар, гитара

Жанрҙар

рок, рус рогы, блюз-рок, джаз-рок, панк-рок

Псевдонимдар

Сигач, Хәбәрһеҙ юғалған

Коллективтар

DDT, Футбол (төркөм), Небо и земля (төркөм)

Хеҙмәттәшлек

Круиз (төркөм)

Сигачёв Владимир Николаевич (19 март 1958 йыл — 1993 йылдан һуң) — СССР һәм Рәсәй музыканты, клавишасы, гитарасы, йырҙар авторы. «DDT» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Небо и земля» төркөмөн ойоштороусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Николаевич Сигачёв 1958 йылдың 19 мартында Өфөлә[1] тыуған.

Ритм-энд-блюз уйнаған һәүәҫкәр командаларҙың береһендә клавишасы булып сығыш яһай башлай. 1980 йылда «DDT» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе була[2]. Сигачев ДДТ-ла 1987 йылға тиклем уйнай, 1983 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт «Круиз» төркөмөндә уйнап ала.

Музыкаль журналист Андрей Бурлака яҙыуынса, «DDT-ның Өфө осоронда Володяның роле баһалап бөткөһөҙ: аранжировкаларҙың күбеһе, музыканың бер өлөшө һәм ҡйһы бер текстар уныҡы <…> DDT-ның башланғыс осоро альбомдарына Сигачёвтың „Рыба“, „Три кошки“, „Псалм“, „Привет М.“ тигән номерҙары ингән, шуларҙа уның характерлы хард-рок клавишалы һәм фьюжн яғына тартҡан аранжировкалы стиле төҫмөрләнә»[3].

1985 йылда властарҙың баҫымы аҫтында «ДДТ» Башҡортостандан китергә мәжбүр була. Шевчук — бөтөнләйгә Мәскәүгә китеп төпләнергә, ә Сигачёв Ленинградҡа йыйына. Әммә киреһенсә килеп сыға: Сигачёв Мәскәү ҡыҙына өйләнә лә 1987 йылда баш ҡалаға күсеп китә.

Ленинградтың «Россияне» төркөмөнөң концерт-мемориалында, Подольск фестивалендә ҡатнаша. Подольск фестивалендә Сигачёвтың DDT-лағы һуңғы сығышы була[4].

Мәскәүҙә Сигачёв Сергей Рыженко менән осраша, ул үҙенең элекке «Футбол» төркөмөн терелтергә йыйынып йөрөгән була. Сигачёв «Небо и земля» тигән үҙ проектын аса. Төркөм составына Сигачёвтың үҙенән тыш (ул клавишасынан ирекле вокалсыға әүерелә) "Футбол"дың элекке бассыһы Сергей Шорохов, барабансы Андрей Кобец («Футбол» тарҡалыр алдынан унда уйнаған була) һәм «Магнит» төркөмө гитарасыһы Борис Шапиро инә. Һуңыраҡ төркөмгә тағы бер гитарасы Александр Фурунжиев-Куинджи ҡушыла. Ошо составта төркөмдөң һуңғы альбомы «Музыка Ха-Ба» яҙҙырыла.

1990 йылдың 14 ғинуарында Череповецта «Рок-акустика» фестивалендә ҡатнаша[5].

Дәлилләнмәгән мәғлүмәттәр буйынса, 1991 йылда Голландияға китә, 1993 йылда ҡабат Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.

1993 йылдан һуң Владимир Сигачёв тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Элекке ҡатыны рәссам Татьяна Либермандың Мәскәүҙәге Чапаев тыҡрығындағы фатирында пропискала тора. Уның әйтеүенсә, Владимир фатир пропискаһынан төшмәгән, әммә бәйләнештә лә тормаған.

«Алиби» төркөмөнән Сергей Поповтың шаһитлыҡ итеүенсә, Сигачёвты ул һуңғы тапҡыр 1992 йылда теге Дубнаға килгәндә күргән. Шунан һуң Сигачёв юғала. Версияларҙың береһе буйынса, бандиттарҙың аҡсаһына сығарылып, әжере ҡайтмаған альбом өсөн үлтерелгән. «Небо и Земля» төркөмөнөң барабансыһы Андрей «Пиф» Кобец һөйләүенсә, Сигачёв, кемдәндер ҡасып, аҙна буйы ул йәшәгән күп фатирлы йорттоң сарҙағында ятҡан, төндәрен уға шунда ашарға ташығандар[6][7]

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул Мәскәүҙә сама менән 2001 йылда үлгән.

«Жди меня» программаһының сайтында уның тураһындағы 736077-се үтенес аҫтында «Табылды» тигән билдә тора.

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

DDT

  • 1981 — ДДТ-1
  • 1982 — Свинья на радуге
  • 1983 — Компромисс
  • 1985 — Время (Иван Иванович Умер)

Небо и Земля

  • 1987 — Шесть часов вечера
  • 1988 — Искусственные органы
  • 1989 — Панки по жизни
  • 1989 — Музыка Ха-Ба

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]