Эстәлеккә күсергә

Третьяк Владислав Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Третьяк Владислав Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Ҡушамат Русская стена
Кана әлифбаһында исеме トレチヤーク
Тыуған көнө 25 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2] (72 йәш)
Тыуған урыны Орудьево[d], Дмитровский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хоккейсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Командалағы уйын позицияһы ҡапҡасы[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт физик культура академияһы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт командаһы ағзаһы ЦСКА
Масса 79 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[3]
Ударная рука левый[d]
Задрафтован Монреаль Канадиенс[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1984[d], Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d]
Хәрби звание полковник[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 185 сантиметр
 Третьяк Владислав Александрович Викимилектә

Третьяк Владислав Александрович (25 апрель 1952 йыл) — совет хоккейсыһы, ҡапҡасы, тренер, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы. 2006 йылдан — Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең отставкалағы полковнигы.

1969 йылдан 1984 йылға тиклем ЦСКА һәм шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы ҡапҡаларын һаҡлай. СССР чемпионаттарында — 482, донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындарында 117 уйын үткәрә. Канада кубогы турнирҙарында 11 матчта ҡатнаша.

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан IV һәм V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владисла́в Алекса́ндрович Третья́к 1952 йылдың 25 апрелендә Мәскәү өлкәһенең Орудьево ауылында тыуған. Спорт яратып үҫә. Өлкән ағаһынан күреп, «Динамо» бассейнында йөҙөү менән шөғөлләнеп ҡарай, һуңынан һыуға һикереү менән мауыға (биш метрлыҡ вышканан һикерә). Ата-әсәһе менән бергә ял һайын Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына һырғалаҡҡа йөрөй.

11 йәшендә Ленинград проспектындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ЦСКА шөғөлләнә башлай. Тренерҙар, кандидаттарҙы һайлағанда, артҡа шыуа белеүселәргә өҫтөнлөк бирә, ә Владислав артҡа яҡшы ғына шыуа белгән була. Шул арҡала Мәскәү клубына ҡабул итеүсе дүрт малай араһына инә. Башта Третьяк һөжүм итеүсе позицияһында уйнай, әммә хоккей формаһы барыһына ла етмәүе арҡаһында, ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерә. Был ваҡытта командала ҡапҡа һаҡсыһы булмай. Малай тренеры Виталий Георгиевич Ерфиловҡа килеп, әгәр ысын форма бирһәгеҙ, ҡапҡа һаҡсыһы булам, тип белдерә.

Шул уҡ ваҡытта атаһы улына, сәкән тотҡан хоккейсы һепертке тотҡан урам һепереүсеһенә оҡшаған, тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Владиславҡа 15-16 йәш тирәһендә, уйындары өсөн тәүге аҡсаларын алып ҡайта башлағас ҡына, ризалыҡ бирә[4].

1967 йылдың йәйендә йәш ҡапҡа һаҡсыһы менән ЦСКА тренеры Анатолий Тарасов ҡыҙыҡһына. Третьяк профессиональ уйынсылар менән шөғөлләнә башлай. «Мин Песчаная урамында ЦСКА пансионатында йәшәүем, легендар хоккейсыларҙың сисенеү бүлмәһендә кейем алыштырырға рөхсәт итеүҙәре менән ғорурлана инем», — тип яҙа Третьяк[5]. Июль уртаһында команда көньяҡҡа юллана һәм унан Владислав үҫмерҙәр командаһына ҡайта.

Үҙ командаһы составында Третьяк Мәскәү чемпионы була һәм иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы призын ала. Быға тиклем Владислав икенсе голкипер булған ССС-ҙың йәштәр йыйылма командаһы Европа чемпионатында икенсе урын ала. Сығышты уңышһыҙ, тип табалар. Уның ҡарауы, икенсе йылына СССР йыйылма командаһы Гармиш-Партенкирхенда уңыш ҡаҙана. «20»-се һан аҫтында уйнай[6].

1968/69 йылдар миҙгелендә ЦСКА-ла «Спартак»ка ҡаршы матчта тәүге тапҡыр уйнай.

Йыйылма командала беренсе уйыны— 1969 йылда «Известия» гәзите призына турнирҙа Финляндия менән матч.

Ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан менән бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк менән осрашты[7].
  • Рөстәм Хәмитов һәм Владислав Третьяк "Көйәрмән көнө"ндә булды. Байрам барышында республика етәксеһе Владислав Третьякты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне[8].
  • Владислав Третьяк / Сост. Снегирев В. Н. — М.: Физкультура и спорт, 1978. — (Герои олимпийских игр). — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. Верность. — М.: Физкультура и спорт, 1986. — 176 с. — (Сердца, отданные спорту). — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. И лед, и пламень. — М.: Советский воин, 1985. — 96 с. — (Библиотечка журнала «Советский воин»).
  • Третьяк В. А. Когда льду жарко... — М.: Советская Россия, 1979. — 160 с. — 50 000 экз.
  • Третьяк В. А. Мастерство вратаря. — М.: Мир, 2003. — 239 с. — 1000 экз. — ISBN 5-03-003525-7.
  • Третьяк В. А. Советы юному вратарю: Книга для учащихся. — М.: Просвещение, 1987. — 94 с. — 100 000 экз.
  • Третьяк В. А. Хоккейная эпопея. — М.: Институт Леонардо, 1993. — 208 с. — 2250 экз. — ISBN 5-86627-001-3.
  • Хоккей: Малая энциклопедия спорта / Сост. Брусованский А. М., Лукашин Ю. С., Рыжков Д. Л. — М.: Физкультура и спорт, 1990. — С. 345. — 685 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-278-00153-4.