Эстәлеккә күсергә

Власова Ирина Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Власова Ирина Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Тыуған көнө 1935[2] или 18 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Вологда, Северный край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 март 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө этнолог, тарихсы, этнограф
Эшмәкәрлек төрө этнография[3]
Эш урыны РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты
Уҡыу йорто исторический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Уҡыусылар Чагин Георгий Николаевич
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре государственная премия Российской Федерации в области науки и техники

Власова Ирина Владимировна (18 август 1935 йыл — 19 март 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, тарих фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Ирина Владимировна Власова 1935 йылдың 18 авгусында Вологда ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1958 йылдан менән 2014 йылға тиклем РФА — СССР Фәндәр академияһының этнология һәм антропология институтында эшләй: 1958 йылдан 1965 йылға тиклем — ғилми-техник һәм өлкән фәнни-техник хеҙмәткәр, 1965 йылдан 1980 йылға тиклем — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1980 йылдан 1988 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм бер үк ваҡытта — «Рус тарихи этнографияһы» төркөмө етәксеһе, 1989 йылдан 1995 йылға тиклем — баш ғилми хеҙмәткәр һәм бер үк ваҡытта 1995 йылдан 2007 йылға тиклем — рус халыҡтары бүлеге мөдире. 2007 йылдан алып 2014 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһы этнология һәм антропология институтының баш ғилми хеҙмәткәре[4][5].

1971 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы этнология һәм антропология институтында тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Сельское расселение в Устюжском крае в XVIII — первой четверти XX века» темаһына диссертация яҡлай. 1988 йылда «Традиции крестьянского землепользования в Поморье и Западной Сибири в XVII—XVIII веков» темаһына докторлыҡ диссертация яҡлап, тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә була[4].

Төп эшмәкәрлегенән тыш И. В. Власова 1993 йылдан 2002 йылға тиклем яуаплы мөхәррир, 2002 йылда — «Этнографическое обозрение» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы була. И. В. Власова халыҡ-ара конгрестарҙа һәм симпозиумдарҙа, Бөтә Рәсәй фәнни конференцияларҙа, төбәк кәңәшмә һәм сессияларҙа күп ҡатнаша.

И. В. Власова Рәсәй тарихы буйынса күп эштәр һәм монографиялар авторы[6]. Рус халҡының тарихы һәм демографияһы, рустарҙың төбәк этнографияһы буйынса күп йыллыҡ ялан һәм архив материалдарына нигеҙләнгән фундаменталь хеҙмәте ватан һәм сит ил тикшеренеүселәре араһында киң билдәле, тарихи этнография уҡыу курстарында һәм күп юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми үҙәктәрҙең экспедиция эштәре практикаһында кәрәкле[4]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003 — «фәнни эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн»)
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1992 — «Традиционная культура русского народа в XVII — начале XX вв.» монографиялар циклы өсөн)
  • И. В. Власова иҫтәлегенә Рәсәй Фәндәр академияһының этнология һәм антропология институтында «Власова уҡыуҙары» үтә (2019 йылда бишенсе тапҡыр).
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 https://viaf.org/viaf/94205703/
  3. Vlasova, Irina Vladimirovna // Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 4,2 19 марта 2014 года ушла из жизни Ирина Владимировна Власова (1935—2014). Дата обращения: 23 март 2020.
  5. Власова Ирина Владимировна. Дата обращения: 23 март 2020.
  6. Ирина Владимировна Власова. Дата обращения: 23 март 2020. 2020 йыл 29 ғинуар архивланған.
  • Кто есть кто в изучении народов и национальных проблем России : Справочник / Моск. центр Карнеги, Ассоц. исследователей рос. общества XX в.; Сост. Л. С. Гатагова и др.; Под ред. Г. Бордюгова, П. Гобла. — М. : АИРО-XX, 1995 г. — 358 с. — ISBN 5-88735-020-2
  • Очерки русской народной культуры : сборник / Российская акад. наук, Ин-т этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая; [отв. ред. и сост.: И. В. Власова]. — М.: Наука, 2009 г. — 786 с. — ISBN 978-5-02-036744-9