Эстәлеккә күсергә

Водовозов Василий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Водовозов Василий Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Иванович[d]
Тыуған көнө 27 сентябрь (9 октябрь) 1825
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 17 май 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Үлем сәбәбе Ашҡаҙан яман шеше[d]
Ерләнгән урыны Смоленск православие зыяраты[d]
Хәләл ефете Елизавета Николаевна Водовозова[d]
Балалары Николай Васильевич Водовозов[d] һәм Василий Васильевич Водовозов[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе
Уҡыу йорто филологический факультет СПбГУ[d]
 Водовозов Василий Иванович Викимилектә

Водовозов Василий Иванович (27 сентябрь [9 октябрь1825, Санкт-Петербург17 [29] май 1886, шунда уҡ) — урыҫ педагогы, тәржемәсе, балалар яҙыусыһы; яҙыусы һәм педагог Е. Н. Водовозованың ире.

Коммерция училищеһы (1835-1842) һәм Санкт-Петербург университетының филология факультетында уҡый. Университетты тамамлағас (1847 йыл) Варшава гимназияһында, 1851 йылдан 1-се Петербург гимназияһанда уҡыта.

Йәкшәмбе мәктәбен ойоштора, уның етәксеһе (1861-1862) була, Смольный институтында (1860—1862), ҡатын-ҡыҙҙар уҡытыусылар семинарияһанда (1863), һуңыраҡ Аларчин ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1870) уҡыта. Сит илгә булған сәфәрҙәрендә халыҡ мәғарифы менән таныша

Водовозовтарҙың «шишәмбеһендә» В. А. Слепцов, П. И. Якушкин, В. С. Курочкин һәм Н. С. Курочкин, П. А. Гайдебуров була. 1866 йылда дәүләт уҡыу йорттары эшенән бушатыла. Төп эше әҙәби эшмәкәрлек була.

Смоленск православие зыяратында ерләнә[2].

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге мәҡәләһе — «Заметки о современном образовании в Германии» мәҡәләһе («Журнал Министерства народного просвещения», 1856). «Библиотека для чтения», «Отечественные записки», «Современник», «Вестник Европы», «Русское слово» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа 120-нән ашыу эшен: тәржемәләр, педагогика буйынса мәҡәләләр, Европа илдәрендәге мәктәптәр тураһында очерктарын, тәнҡит мәҡәләләр, балалар өсөн әҫәрҙәрен баҫтырып сығара. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләрендә һәм әҙәбиәтте уҡытыу методикаһы буйынса хеҙмәттәрендә әҫәрҙең художество әһәмиәтен уның ижтимағи һәм әхлаҡи мәғәнәһенә бәйле икәнлеген күрһәтә.

Балалар өсөн популяр китап төҙөүсе булараҡ танылған. «Рассказы из русской истории» (выпуск 1—2, Санкт-Петербург, 1861—1864) Водовозовтың инеш һүҙҙәре һәм аңлатмалары менән тарихи документтар йыйынтығынан ғибәрәт. «Книга для первоначального чтения в народных школах» (ч. 1, Санкт-Петербург, 1871; 18-е издание 1887) һәм уға «Книга для учителей» (Санкт-Петербург, 1871; 5-е издание, 1879) методик ҡулланмаһы К. Д. Ушинский премияһы менән билдәләнә. «Детские рассказы и стихотворения» (Санкт-Петербург, 1871, 1876), «Новая русская литература (От Жуковского до Гоголя включительно)» (Санкт-Петербург, 1866; 7-е издание, 1908), «Древняя русская литература. От начала грамотности до Ломоносова» (Санкт-Петербург, 1872), «Русские сказки в стихах» (Санкт-Петербург, 1883) китаптары авторы һәм төҙөүсеһе.

Ун тел белә һәм рус теленә Анакреон, Софокл, Гораций, Катулл, Лукиан, Дж. Байрон, И. В. Гете, Генрих Гейне, П.Ж. Беранже әҫәрҙәрен тәржемә итә. Бынан тыш, сит ил әҙәбиәте тураһындағы мәҡәләләре менән сығыш яһай. Тәржемәләре «Переводы в стихах и оригинальные стихотворения» (Санкт-Петербург, 1888) йыйынтығына ингән

Водовозов В. И. Избранные педагогические сочинения [Текст] / В. И. Водовозов; [сост. В. С. Аранский] ; под ред. В. З. Смирнова; Акад. пед. наук РСФСР, Ин-т теории и истории педагогики. — М. : Изд-во Акад. пед. наук РСФСР, 1958. — 632 с.

  1. 1,0 1,1 Водовозов Василий Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Могила на плане кладбища // Отдел IV // Весь Петербург на 1914 год, адресная и справочная книга г. С.-Петербурга / Ред. А. П. Шашковский. — СПб.: Товарищество А. С. Суворина – «Новое время», 1914. — ISBN 5-94030-052-9.