Эстәлеккә күсергә

Волин Анатолий Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волин Анатолий Антонович
Зат ир-ат[1]
Тыуған көнө 9 июль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Темрюк[d], Темрюкский район[d]
Вафат булған көнө август 2007[2] (104 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы, сәйәсмән, юрист
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Волин Анатолий Антонович (9 [22] июль 1903, Темрюк, Кубань өлкәһе — август 2007, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, юрист. 1948—1957 йылдарҙа СССР Юғары суды Рәйесе.

Анато́лий Анто́нович Во́лин балыҡсы Антон Прохорович Волин һәм Ирина Ивановнаның (ҡыҙ фамилияһы Ганычева) күп балалы ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған.

1920—1921 йылдарҙа — Темрюк ҡалаһының балыҡ заводында эшсе. 1921 йылдан — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының частарының береһендә йәшерен часть штабы начальнигы. Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1923—1926 йылдарҙа — Краснодарҙа эшселәр факультеты студенты. 1925 йылдың октябренән РКП(б) ағзаһы.

1930 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. 1930—1931 йылдарҙа — Ленинградта Коммунистик академия аспиранты.

1931—1932 йылдарҙа — Ленинград университетының кафедра мөдире һәм уҡытыусыһы, унан һуң 1932 йылда Автономиялы Карел ССР-ына мәҙәниәт һәм халыҡ мәғарифы секторы мөдире вазифаһына күсерелә. Петрозаводск университетында кафедра мөдире булып эшләй. 1933—1935 йылдарҙа — Петрозаводск прокуроры. 1935 йылдан — Володар районы прокуроры ярҙамсыһы, Ленинградтың Сокольники районы прокуроры.

1937 йылдан 1939 йылға тиклем — РСФСР прокуроры урынбаҫары. 1939—1948 йылдарҙа — РСФСР прокуроры.

1948 йылдың авгусынан 1957 йылдың февраленә тиклем — СССР-ҙың Юғары Суды рәйесе. Шул уҡ ваҡытта 1948—1952 йылдарҙа юстиция органдарын таҙартыуҙа ҡатнаша. Судьялар ҡылған енәйәттәрҙе ҡарау буйынса суд составтарын ойоштора һәм улар менән етәкселек итә[3]. Юғары Суд пленумының реабилитацияланған граждандарға 1954 йылдың ғинуарынан торлаҡтарын реституциялау мөмкинлеге тураһында аңлатыуы менән бәйле, вазифаһынан бушатыла, КПСС етәкселеге быны хата тип таный.

1957—1969 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Госарбитраждың баш арбитр урынбаҫары. Юстиция органдарын контролдә тотоу өсөн көрәшә.

1969 йылдан — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Бер нисә йыл дауамында «Кеше һәм закон» журналы консультанты булып эшләй.

РСФСР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты.

Введенский зыяратында ерләнгән (7 уч.)[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Ленин ордены

- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.07.1953)

Иҫтәлеген мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Wolin Anatoly commemorative plaque in Petrozavodsk.JPG
Петрозаводскиҙа Карелия Республикаһы прокуратураһы бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ

2010 йылда Карелия Республикаһы прокуратураһы бинаһында А. А. Волиндың Петрозаводск ҡала прокуратураһында эше иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[5].

  • 100 лет Волину Анатолию Антоновичу // Вестник Высшего Арбитражного Суда Российской Федерации. — М.: ЮРИТ-Вестник, 2003, № 7. — С. 144—146
  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Anatolij Antonovič Volin // NUKAT — 2002.
  3. [Кодинцев А. Я. Государственная политика в сфере юстиции в СССР. 30-50-е годы XX века. — Куртамыш, 2008. — С.390]
  4. Могила А. А. Волина
  5. В прокуратуре чествовали ветеранов. Дата обращения: 22 декабрь 2011. Архивировано 23 март 2014 года.