Эстәлеккә күсергә

Воловик Михаил Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Воловик
Исеме:

Воловик Михаил Яковлевич

Тыуған көнө:

21 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Совет Рәсәйенең Чернигов губернаһы (хәҙер Украинаның Сумск өлкәһе) Глухов ҡалаһы

Вафат булған көнө:

7 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Рәсәйе, СССР, Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

инженер-техник хеҙмәткәр, институт уҡытыусыһы, яҙыусы-сатирик, яҙыусы-юморист, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1993

Йүнәлеше:

шиғриәт

Жанр:

сатира һәм юмор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1966)

Воловик Михаил Яковлевич (21 декабрь 1917 йыл — 7 март 1994 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, сатира һәм юмор оҫтаһы, тәржемәсе, 1961 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1949), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975) кавалеры.

Михаил Яковлевич Воловик 1917 йылдың 21 декабрендә Совет Рәсәйенең Чернигов губернаһы (хәҙер Украинаның Сумск өлкәһе) Глухов ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 14 йәшендә заводта токарь ярҙамсыһы булып башлай, аҙаҡтан Запорожье моторҙар эшләү заводында токарь була, бер үк ваҡытта эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә белем ала.

1935 йылда Запорожье машиналар эшләү институтына уҡырға инә һәм, уны тамамлағас, инженер дипломы менән йүнәтмә буйынса Өфө моторҙар эшләү заводына ебәрелә. Был предприятиела ул 1940 йылдан 1987 йылға тиклем иң яуаплы участкаларҙа эшләй, мастерҙан заводтың баш инженеры урынбаҫарына тиклем оло хеҙмәт юлы үтә: инженер-инспектор, 1943—1954 йылдарҙа техник контроль бүлеге етәксеһе, 1954—1964 йылдарҙа баш контролер урынбаҫары, 1964—1983 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең баш инженер урынбаҫары була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1986 йылдан — бер бүлектә өлкән инженер вазифаһын башҡара.

Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бергә Михаил Воловик 25 йыл барышында Өфө авиация институтында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡыта, 1967 йылда «Машиналар эшләү технологияһы» кафедраһында «доцент» дәрәжәһе ала. Ул — Башҡортостан фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты.

114 тапҡыр теркәлгән уйлап табыуҙары һәм яңы тәҡдимдәре өсөн 1966 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы» маҡтаулы исеменә, бер предприятиела оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн 1989 йылда «Почётлы машина эшләүсе» (УМПО, 1989) тигән исемгә лайыҡ була[1]. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ике тапҡыр (1969, 1975 йылдар) «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 13 майындағы Указы менән әҙипкә «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Михаил Воловик 1994 йылдың 7 мартында вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән. «Сельская Богородская» урамындағы ул йәшәгән 13-сө йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  • Солнце и свинья: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1952. — 48 с.
  • Карикатуры с натуры: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1962. — 48 с.
  • Палки в колесах: Басни. — Уфа : Башкнигоиздат, 1964. — 48 с.
  • Баснословно: Басни. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1967. — 128 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975)
  • Өc «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Почётный моторостроитель» (1989)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1966)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
  • Инженер-писатель // Моторостроитель. — 1987. — 18 декабря. — С. 3. (рус.)
  • Поступкин С. К. Баснословный // Моторостроитель. — 1987. — 25 декабря. — С. 4. (рус.)
  • Салимов М. Посол дружбы // Вечерняя Уфа. — 1997. — 20 декабря. — С. 4. (рус.)
  1. Настоящее двигателя будущего. 85 лет Уфимскому моторостроительному производственному объединению / Экспертный совет: А. В. Артюхов (руководитель) и др. — Уфа; УМПО, УК «ОДК»; 2010. — 248 с. — 2000 экз.;
  2. «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник культуры Российской Федерации“». 2016 йыл 7 март архивланған. Указ Президента Российской Федерации от 13.05.1993 года № 670;
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)