Эстәлеккә күсергә

Воробьёв Дмитрий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Воробьёв Дмитрий Васильевич
Файл:Воробьёв Дмитрий Васильевич.jpg
Тыуған көнө

6 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

село Доброе,
Тамбовская губерния,
Российская империя

Вафат көнө

8 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Харьков,
Украинская ССР, СССР

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

лесоведение

Эшләгән урыны

Всеукраинское управление лесами, УкрНИИЛХА, ХСИ

Альма-матер

Ленинградская лесотехническая академия

Награда һәм премиялары
Ленин ордены Ҡалып:Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Воробьев Дмитрий Васильевич (19031976) — совет һәм украин ғалимы, урман белгесе, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1952), профессор (1954), Венгр халыҡ республикаһы Почетлы техник фәндәр докторы[1].

Украин урман типологияһы экологик мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бер нисә фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар авторы. 1929 йылда П. С. Погребняк менән авторҙаш булып «Лесной типологический определитель Украин­ского Полесья» китабын баҫтырып сығарған.

1903 йылдың 6 ноябрендә Рәсәй империяһы Тамбов губернаһы (хәҙерге Липецк өлкәһе) Доброе ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Сиркәү-мәхәллә мәктәбендә һәм гимназияла уҡыған. Күпмелер ваҡыт Чаплыгин ҡалаһында эшләй. 1920 йылда урман Ленинград урман техник академияһына уҡырға инә һәм уны 1925 йылда тамамлай (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты), шунан һуң Брянск өлкәһендә лесничий ярҙамсыһы булып эшләй. Студент йылдарынан уҡ фәнни эш менән шөғөлләнә дендрология һәм үҫемлектәр систематикаһы кафедраһында профессор В. Н. Сукачев етәкселегендә эшләй. Ленинград өлкәһендә геоботаник экспедицияларҙа ҡатнаш.

Киев ауыл хужалығы институтында (хәҙер Биоресурс һәм тәбиғәтте файҙаланыу милли университеты) 1941 йылда «Культура каркаса» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһын үҙенең «Типы лесов Европейской части СССР» монографияһы буйынса 1952 йылда яҡлай.[2] Воробьевҡа 1954 йылда «агро урман мелиорацияһы» кафедраһының профессор дәрәжәһе бирелә.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1928 йылда Полесье һәм Подолье урмандарында Бөтә украин идаралығының урман типологияһын тикшеренеү партияһы составында Г. Н. Высоцкий һәм Е. В. Алексеев етәкселегендә ҡатнаша[1]. 1929-1933 йылдарҙа Ленинград өлкәһе һәм Төньяҡ Кавказда Дмитрий Васильевич урман типологияһын тикшереүҙә ҡатнаша. Һуңынан 20 йыл дауамында (1934-1953) Украинаның Кировоград өлкәһе Весело-Боковеньковский дендрология станцияһында эшләй. Был эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы башланғас һәм ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осорҙа туҡталып тора. 1943 йылда Лозовой станцияһында ҡаты яралана һәм әсирлеккә эләгә. 1945 йылдың яҙында ғына Ведувелағы фашист лагерынан канада армияһы тарафынан азат ителә, ғүмерлеккә инвалид булып ҡала

Һуғыштан һуң Весело-Боковеньковский станцияһындағы эше менән шөғөлләнә. 1954 йылдан алып агро урман мелиорация кафедраһы мөдире (1961 йылға тиклем) һәм 1962-1974 йылдарҙа Харьков ауыл хужалығы институтының хәҙер В. В. Докучаев исемендәге Харьков милли аграр университеты) ботаника кафедраһы (1962-1974 йыл мөдире була. 1956-1963 йылдарҙа Украинаның урман типологияһы лаборатория мөдире була.

Фәнни эшмәкәрлегенең төп хеҙмәте тип Д. В. Воробьев «Типы лесов Европейской части СССР» (АН УССР, Киев, 1953) монографияһын һанай[3], у. Ул 20-нән ашыу фән кандидаты һәм 3 фән докторы тәрбиәләгән[2]; докторҙары иҫәбендә — Б Ф. Остапенко һәм П. П. ТПосохов бар[4].

1976 йылдың 8 авгусында Харьковта вафат була.

Ленин ордены менән (1966) шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән .[4]

  • А. С. Генсірук, Фурдичко І О., В. с Бондар лісівництва Історія україні була. Л., 1995.  (укр.)