Воронов Василий Афанасьевич
Василий Афанасьевич Воронов | |
Тыуған көнө: |
22.04.1948 |
---|---|
Тыуған урыны: |
СССР, РСФСР, Воронеж өлкәһе, Семилукский районы, Ющевка ауылы |
Вафат булған урыны: |
<!— --> |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик, журналист, мөхәррир |
Ижад йылдары: |
1974 — әлегә тиклем |
Йүнәлеше: |
социалистик реализм |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Дебют: |
«На практике» хикәйәһе |
Васи́лий Афана́сьевич Во́ронов (тыуған 22 апрель, 1948) — рус совет яҙыусыһы һәм журналисы, «Дон» журналы баш мөхәррире (1986—1992), Ростов өлкәһе Яҙыусылар союзы бүлеге идаралығының рәйесе (2006-2011), Рәсәй Яҙыусылар союзы идаралығы секретары[1], М. А. Шолоховтың биографы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Воронеж өлкәһе Семилукский районының Ющевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә [2] тыуа.
Шунда мәктәптә уҡый. Йәйге каникул ваҡытында комбайнёр һәм тракторист һөнәрен үҙләштерә. Мәктәпте тамамлағас, Кашары ауылындағы транспорт предприятиеһендә шофёр булып эшкә урынлаша.
Артабан Совет Армияһында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, элекке эш урынына кире ҡайта һәм слесарь булып эшләй.
Артабан ситтән тороп, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә һәм «Слава труду» Кашар район гәзитендә журналист булып , әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Ошо гәзиттә һәм «Молот», «Комсомолец» гәзиттәрендә үҙенең тәүге очерктарын баҫтыра.
1973 йылда КПСС сафына инә, комсомол эше менән шөғөлләнә: ошо уҡ йылда Кашар районы комсомолецтары уны район комитетының икенсе секретары итеп һайлай.
1974 йылда «Дон» журналында Вороновтың «На практике» тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға.
Артабан ул тағы ла мөхәррир һәм журналист булып эшләүен дауам итә: Ростов китап нәшриәтенең мөхәррире, «Советская культура» гәзитенең Ростов өлкәһе буйынса үҙ хәбәрсеһе була.
Хикәйәләр, повестар яҙа. Уның әҫәрҙәренең ике йыйынтығы баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта үҙ заманының ауылдары, сәнәғәт һәм экология темаларына очерктар яҙа.
1983 йылда М. А. Шолохов уға СССР Яҙыусылар союзына үҙенең рекомендацияһын бирә, һәм 1984 йылда Вороновты ағза итеп ҡабул итәләр.
1985 йылда Ростиздат Вороновтың «Юность Шолохова» тигән китабын нәшер итә. Воронов шулай уҡ Виталий Закруткин, Владимир Фоменко һәм башҡа дон яҙыусылары тураһында әҫәрҙәр яҙа.
1986—1992 йылдарҙа Воронов «Дон» журналының баш мөхәррире була.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, Рәсәй Яҙыусылар союзы барлыҡҡа килә һәм Воронов Рәсәй Яҙыусылар союзына беренселәрҙән булып инә. Рәсәй Яҙыусылар союзының Ростов өлкә бүлеге рәйесе, дон шағиры Владимир Фролов, вафат булғас, Вороновты уның урынына рәйес итеп һайлайҙар. 2011 йылдың октябренән алып Воронов Рәсәй Яҙыусылар союзы төбәк бүлегенең Маҡтаулы рәйесе.
1990-2000-се йылдарҙа Воронов «Солнце играет», «Соты» һәм «Шолохов. Жизнь и судьба» китаптарын сығара, шулай уҡ «Постучись в богадельню» тигән романын яҙа. Хәҙерге көндә Ростов өлкәһенең Старочеркасская станицаһында йәшәй.
Бүләктәре һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виталий Закруткин исемендәге әҙәбиәт прнмияһы (1997[3])
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Воронов 17-гә яҡын проза һәм публицистик китаптар ижад иткән, шул иҫәптән:
- Телеграмма. Повесть и рассказы. – Ростов-н/Д: Ростиздат, 1979.
- Курган. Рассказы. – Ростов-н/Д: Ростиздат, 1983.
- На Вёшенской земле. О родном крае М.А.Шолохова (фото Р.М.Иванова) – Ростов-н/Д: Ростиздат, 1983.
- Юность Шолохова. Страницы биографии писателя. – Ростов-н/Д: Ростиздат, 1985.
- У Лебяжьей Косы. Повести и рассказы. – М.: изд-во «Современник», 1989.
- Гений России. Страницы биографии М.А.Шолохова. – Ростов-н/Д: изд-во АО «Цветная печать», 1995.
- Соты. Новеллы (Серия «Донской рассказ») – Ростов-н/Д: МП «Книга», 1998.
- Солнце играет. Рассказы, новеллы, эссе. – Ростов-н/Д: МП «Книга», 1999.
- Шолохов: жизнь и судьба. – Ростов-н/Д: МП «Книга», 2000
- Воробьиная ночь. Повесть, рассказы. – Ростов-н/Д: Ростиздат, 2006.
- Постучись в богадельню. Роман. – Ростов-н/Д: изд-во «АКРА», 2008.
- Солнце играет. Рассказы, новеллы, эссе. – Издание дополненное и переработанное. Ростов-н/Д: «Донской писатель», 2011.
Вороновтың «Юность Шолохова» китабы алты тапҡыр нәшер ителә, уларҙың дөйөм тиражы бер миллион данан артығыраҡ. Китап поляк, болгар һәм ҡытай телдәренә тәржемә ителгән. 2013 йылда «Ростов-книга» нәшриәтендә Вороновтың китапханалар өсөн «Донская библиотека» серияһында ике томлыҡ әҫәрҙәре баҫылып сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ SP RF.htm СОСТАВ РУКОВОДЯЩИХ ОРГАНОВ СОЮЗА ПИСАТЕЛЕЙ РОССИИ(недоступная ссылка)
- ↑ Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
- ↑ Василий Афанасьевич Воронов на сайте Централизованной Библиотечной Системы Ростова-на-Дону
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
- Писатели Дона. Библиографический указатель. Ростов, Ростиздат, 1986.
- Калинин Анатолий. Час выбора. Открытое письмо В. Воронову, выпустившему первую в жизни книгу. - Комсомольская правда.- 1979, 16 марта.
- Буханцов Н. Человек труда. О повести «Утро Алеши Пискарева».
- Литературная Россия, 1979, 27 июля.
- Ангельев Д. На новой деревенской улице. Литературная газета. 1979, 19 декабря.
- Стаханова М. Журнал «Литературное обозрение», 1984, № 4.
- Петр Салтыков. Неизбывность традиций. Журнал «Дон», 1999, № 9-10, стр 251-252.
- Тыртышный В. Чем жив человек? Заметки о прозе В. Воронова.- журнал «Дон», 1984, № 6 стр 129-134.
- Ф. Нетреба. Рекомендация Шолохова. О творчестве В. Воронова. Газете «Труд», 22 мая 2003.
- Борис Плевакин. Был и я среди донцов. Москва, изд-во «Современник» , 1985, стр. 170-174.
- Постучись в богадельню. Журнал 100 наций. {0}[13]{/0}} (1936) Стр . {0}[13]{/0}} (1936)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василий Афанасьевич Воронов на сайте Централизованной Библиотечной Системы Ростова-на-Дону
- Василий воронов. Родичи
- Писатель Василий ВОРОНОВ: «Все освящалось незримым присутствием мамы…»
- Воронов Василий Афанасьевич. Союз писателей России.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- XXI быуат рус яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары
- СССР баш мөхәррирҙәре
- Рәсәй баш мөхәррирҙәре
- «Культура» гәзите хеҙмәткәрҙәре