Эстәлеккә күсергә

Воскресенский Леонид Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенский Леонид Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 июнь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Павлов Посад, Богородский уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 декабрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө военный бортинженер
Эш урыны Мәскәү авиация институты
Уҡыу йорто Мәскәү энергетика институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин ордены Ленин ордены

Воскресенский Леонид Александрович (19131965) — СССР ракета техникаһын һынаусы-ғалим, С. П. Королевтың яҡын фекерҙәштәренең береһе, профессор, техник фәндәре докторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Леонид Александрович Воскресенский 1913 йылдың 14 июнендә Рәсәй империяһының Павлов Посад ҡалаһында рухани Александр Георгиевич Воскресенкий ғаиләһендә тыуа[1]; әсәһе — Екатерина Вениаминовна, тыумыштан Соколова. Диндар ата-әсәһе 1917 йылдан һуң эҙәрлекләүгә дусар ителә (рухани Александр хеҙмәт иткән ғибәҙәтханалар бер-бер артлы ябыла, ә ул үҙе 1921 йылда бер аҙға ҡулға алына) һәм 1922 йылдан Леонид Воскресенский өлкән ағаһы, «Манометр» заводы инженеры Георгий ғаиләһендә йәшәгән.

1929 йылдан 1936 йылға тиклем электромонтер, һуңынан теүәл индустрияның Бөтә Союз берекмәһе ғилми-тикшеренеү институтында (НТИ ВОТИ) бригада инженеры булып эшләй, һәм ситтән тороп Мәскәү энергетика институтында уҡый. 4-се курстан һуң, 1936 йылда армияға саҡырыла.

1937—1943 йылдарҙа Халыҡ комиссариаты химия сәнәғәтенең азот ғилми-тикшеренеү институтында өлкән инженер булып эшләй, унан 1947 йылға тиклем —1-се ғилми-тикшеренеү институты һәм 3-сө ғилми-тикшеренеү инстиутында электротехника лабораторияһы начальнигы була. Был осорҙа, 1945 йылда, уны С.П. Королёв, В.П. Глушко, В.П. Мишин, Б.Е. Черток, Н.А. Пилюгин һ.б. ингән белгестәрҙең ҙур төркөмө составында завод һәм лаборатория ҡорамалдарын һәм А-4 немец ракеталары өлгөләрен асыҡлау һәм сығарыу өсөн Германияға ебәрәләр. 1946 йылдың мартынан, «Нордхаузен» ракета институтында , ул «Атыу» төркөмө етәксеһе һәм һынау бүлеге начальнигы була.

1947 йылдың апрель айында Л.А. Воскресенский Ғилми-тикшеренеү институты-88 контроль-үлсәү станцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Проект буйынса ул етәкләгән йылдарҙа 1951 йылдың октябренән 1954 йылдың февраль айына тиклем ОКБ-1 19-сы проект-һынау (Капустин Яр полигонында осоу-һынау станцияһы) бүлеген етәкләй.

1954—1963 йылдарҙа Л.А.Воскресенский — ОКБ-1 (баш конструктор — С. П. Королев) баш конструктор урынбаҫары. Илдең артиллерия һәм ракета-йыһан техникаһын эшләүҙә һәм уларҙы һынауҙа ҡатнаша, ОКБ-1 осорҙа эшләнгән бөтә төр ракеталарҙы осороу менән, шул иҫәптән йәҙрә заряды һәләтенә эйә булған беренсе континент-ара 8К71(Р-7), 8К74 (Р-7А) и 8К75 (Р-9, Р-9А) хәрби ракеталарын, шулай уҡ 8К72 (Көнсығыш) һәм 8К78 (Йәшен) космос ракета-йөрөтөүселәрен осороу менән етәкселек итә[2].

1961 йылдың 12 апрелендә донъяла беренсе космонавт Ю. А. Гагаринды «Көнсығыш» йыһан карабында ебәреү ваҡытында Л.А.Воскресенский «атыусы» —ракета ғәскәрҙәре подполковнигы А. С. Кирилловтың дублёры була. Ул идара итеү бункерында икенсе перископтан күҙәтеү алып бара, әммә командалар бирмәй.

Р-7 нигеҙләнгән ракеталар шундай юғары кимәлдә эшләнгән, улар хеҙмәт итеүен әлеге көнгә тиклем дауам итә — 2012 йылдың 15 июлендә Халыҡ-ара космос станцияһынан Союз ТМА-05М карабы осорола, «Көнсығыш» ракетаһы 30 йылдан ашыу ваҡыт үткәс файҙаланыуҙан алына (һуңғы тапҡыр 1991 йылдың 29 авгусында бортында һинд юлдашы менән ебәрелә), ә «Йәшен» ракетаһы 50 йыл самаһы хеҙмәт итә (СПРН космос аппараты менән һуңғы тапҡыр йыһанға 2010 йылдың 30 сентябрендә ебәрелә).

1963 йылдың апрелендә Л.А.Воскресенский сәләмәтлек торошо буйынса Мәскәү авиация институтына уҡытыусылыҡ эшенә күсә, әммә ғүмеренең аҙағына тиклем ОКБ-1 менән рәсми "һынауҙар бүлегенең фәнни етәксеһе вазифаларын башҡарыусы» консультант сифатында хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә[3].

1959 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була, 1964 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

1961 йылдан 1965 йылға тиклем профессор, 308-се Мәскәү авиация институтының (МАИ) кафедра мөдире, 1961 йылда ошо кафедраны ойоштороуҙа инициатор, барлыҡҡа килеүендә «Осоу аппараттарын үлсәү һәм һынау системаһы кафедраһы» тигән исем ала[4], ул ракета һәм авиация техникаһының бер нисә быуын инженер-һынаусыларын әҙерләй.

Леонид Александрович Воскресенский 1965 йылдың 16 декабрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә (6 участка, 27-се рәт).

  • Л.А.Воскресенский хөрмәтенә (1970) Ай кратеры Воскресенский аталған.[5]
  • Л.А. Воскресенскийҙың ватан космонавтикаһында эшмәкәрлеге менән бәйле күп шәхси әйберҙәре һәм документтары Космонавтика мемориаль музейында һаҡлана.
  • «Первый рейс к звездам» документаль фильмында Байконур космодромы идараһы бункерында перископ янында Л.А. Воскресенскийҙың кадрҙары бар. 1961 йылдың 12 апрелендә «Восток» карабын ебәргәндә идара бункерында фото - һәм кино төшөрөү үткәрелмәй. бар. Фильм өсөн кадрҙар шул уҡ көндә төшөрөлә, әмма һуңыраҡ, карап ебәреү эштәре тамамланғандан һуң[6].
  1. С 1898 года Александр Воскресенский служил в Никольской церкви, затем в Москве: 1923—1930 гг. — в храме Успения Пресвятой Богородицы в Кожевниках; затем был протоиереем в храме Иоанна Воина.
  2. Список космических запусков России
  3. В книге Я.К.Голованова «Королёв. Факты и мифы», М., «Наука», 1994г ., ISBN 5-02-000822-2, изложена версия, что причиной отставки Воскресенского с должности заместителя Главного конструктора по испытаниям явились разногласия с Королёвым относительно стендовых испытаний первой ступени ракеты Н-1, на необходимости которых настаивал Воскресенский.
  4. Галерея почёта МАИ 2011 йыл 15 октябрь архивланған.
  5. Полный список лунных кратеров, названных в честь русских и советских учёных и видных деятелей
  6. Рябчиков Е. И. Звёздный экран, мемуары и публикации, Искусство кино, 1973, № 6, стр.63-87; № 7, стр. 167—184

Биографик материалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Л.А.Воскресенскийҙың биографияһы һәм эшмәкәрлеге факттарын Б.Е. Чертоктың Ватан космонавтика тарихы буйынса китаптарынан белергә мөмкин, унда Л.А.Воскресенскийҙың исеме 98 тапҡыр осрай.