Эстәлеккә күсергә

Глуховцев Всеволод Олегович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Всеволод Олегович Глуховцев битенән йүнәлтелде)
Глуховцев Всеволод Олегович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ғинуар 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Глуховцев Всеволод Олегович (12 ғинуар 1965 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы. Фантастик һәм фәлсәфәүи хикәйә жанрҙарында ижад итеүсе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы[1]. Философия фәндәре кандидаты (1997). «СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы ағзаһы [2].

Всеволод Олегович Глуховцев 1965 йылдың 12 ғинуарында Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуған. Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында «Философия, тарих һәм хоҡуҡ» кафедраһы доценты булып эшләй. Орджоникидзе исемендәге Дәүләт идара академияһы аспирантураһында уҡый[2]. Философия фәндәре кандидаты (1997), диссертацияһының темаһы — «В. И. Вернадскийҙың социаль-этик ҡараштары», һуңғараҡ «В. И. Вернадскийҙың социаль-этник концепцияһы» исеме аҫтында айырым китап итеп нәшер ителә[3].

Автомобилдәр төҙөү тарихы менән ҡыҙыҡһына[2].

Яҙыусы-фантаст булараҡ рәсәйҙең эре нәшриәттәрендә 2002 йылдан алып баҫтырыла башлай. Тәүге әҫәре — «Перевал Миллера» повесы — АСТ йыйынтығында донъя күрә. Бер нисә романын Э. А. Байков менән берлектә яҙа (коллектив псевдонимдары «Артур Василевский»)[4]. Ҡайһы бер китаптары («Последний переход», «Смерти нет», «Бог сумерек») Самойлов Андрей менән берлектә яҙған.

Прозаһы 2004 йылдан әҙәби журналдарҙа нәшер ителә, әҫәрҙәре башлыса ябай көнкүреш юҫығында бирелгән әхлаҡи — фәлсәфәүи притча жанрында («Смерть идеалиста», «Письмо», «Ясновидящий»)[5][1]. Уның хикәйәләр жанры, артыҡ туралыҡ өсөн тәнҡитләнеүгә ҡарамаҫтан, «социаль проза» тип билдәләнә[6].

2016 йылда "Созвездие Большой Медведицы" һәм "Перстень Парацельса" премияларына дәғүә итә (номинант)[2].

Фантастик жанрлы әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Глуховцев Всеволод. Мадьяр. — Москва: Эксмо, 2018. — 320 с. — ISBN 978-5-04-091855-3.
  • Артур Василевский. Земля чужих созвездий. — Москва: Эксмо, 2018. — 384 с. — ISBN 978-5-04-096773-5.
  • Вадим Панов, Артур Василевский. Перстень Парацельса. — Москва: Эксмо, 2016. — 320 с. — ISBN 978-5-699-85982-5.
  • Артур Василевский. Всё, кроме чести. — Москва: Эксмо, 2013. — 384 с. — ISBN 978-5-699-62491-1.
  • Байков Эдуард, Глуховцев Всеволод. Рой. Битва бессмертных, СПб, Крылов, 2011. — 928 с. — ISBN 978-5-4226-0192-9.
  • Байков Эдуард, Глуховцев Всеволод. Рой, СПб, Крылов, 2010. — 480 с. — ISBN 978-5-4226-0109-7.
  • Глуховцев Всеволод, Самойлов Андрей. Последний переход, СПб, Ленииздат, 2008. — 384 с. — ISBN 5-289-02607-X.
  • Глуховцев Всеволод, Самойлов Андрей. Смерти нет, СПб, Азбука-классика, 2006. — 448 с. — ISBN 5-325-01627-7.
  • Глуховцев Всеволод, Самойлов Андрей. Бог сумерек, М., АСТ, 2003. — 272 с. — ISBN 5-17-018648-7.
  1. 1,0 1,1 Хрестоматия, 2015
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Всеволод Нлуховцев
  3. Глуховцев В. О. Социально-этическая концепция В. И. Вернадского. — Уфа, 2001.
  4. Лукьянова, 2013
  5. Глуховцев В. О. Смерть идеалиста (рус.) // журнал «Дружба народов» : журнал. — 2004. — № 1.Глуховцев В. О. Письмо (рус.) // журнал «Дружба народов» : журнал. — 2010. — № 10.Гамбургский счет: Обсуждение рассказа Всеволода Глуховцева «Письмо» (рус.) // Бельские просторы : журнал. — 2012. — № 1.
  6. Художественная литература и критика // Континент (журнал). — 2004. — № 120.