Высочино (ауыл)
Ауыл | |
Высочино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86342 |
Почта индексы |
346744, 346745 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Высочино — Ростов өлкәһе Азов районындағы ауыл.
Новоалександровский ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәге — Аҙау ҡалаһынан 20 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Уның янында Кагальник йылғаһы һәм Широкая йырыны аға.
Урам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кагальник йылғаһының Широкий йырыны янындағы ауылға, «Екатеринослав губернаһы статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы» китабы раҫлауынса, 1780 йылда Койсуг (хәҙер Батайскиҙың өлөшө) ҡасаҡ крәҫтиәне , Полтава губернаһында тыуған — Семен Высочин һөрөнтө ерҙәрҙе һәм болондарҙы оҡшатҡанлыҡтан нигеҙ һалған[3]. 1812 йылда дүрт утар ихатаһы иҫәпләнә. Чумак койсуг башҡа ауылдары кеүек башта утарҙың исеме булмай, ә 1834 йылда уны Горбачев тип атағандар. Һуңыраҡ яҙылған документтарҙа (шул иҫәптән Новониколаевка ерҙәрендә 1845 йыл) ул Средний (Середний ауылы) тип, ә уның янындағы утарҙар Кочеванчик һәм Кирбыт (Новониколаевка) — Оло һәм Кесе утарҙар тип раҫлана.
1879 йылда утар тимерҙән сүкеп эшләнгән ҡойма менән уратып алына, уның янында Богородица Раштыуаһы сиркәүен төҙөйҙәр. Өс йыл үткәс ,ауыл статусын ала,үҙенә нигеҙ һалған , ә 1825 йылда туҡһан ике йәштә вафат булған кешенең исеме менән атала. 1885 йылда ауылда шәхси мәктәп барлыҡҡа килгән, ә дәүләт мәктәбе — 1898 йылда.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда архитектура ҡомартҡыһы — Богородица Раштыуаһы Сиркәүе урынлашҡан. Һәйкәл XIX быуат аҙағында төҙөлгән.Өлкә Советы Кесе Советының № 301 ҡарарына (18 ноябрь, 1992 йыл) ярашлы ҡәберлек урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекттарына 6100433000 коды аҫтында индерелгән[4]. Адресы: 346744, Ростов өлкәһе, Азов районы, Высочино ауылы, Парк урамы, 2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Высочино (ауыл) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Высочино (ауыл) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ История населенных пунктов Азовского района .
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 13 март архивланған.