Эстәлеккә күсергә

Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Габдулла Байбурин битенән йүнәлтелде)
Ғабдулла Байбурин
Исеме:

Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы

Тыуған көнө:

1 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны[1] Сафар ауылы

Вафат булған көнө:

19 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Жанр:

Проза, публицистика, драматургия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Дебют:

«Яҙғы күкрәү» (1959)

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1945
«Венаны алған өсөн» миҙалы
«Венаны алған өсөн» миҙалы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ғабдулла Байбурин (1 март 1925 йыл — 19 апрель 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Ғабдулла Ғиндулла улы Байбурин 1925 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Сафар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда урта мәктәпте тамамлай.

  • 1943—1918 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияһы сафында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Венгрияны немец фашистарынан азат иткән саҡта яралана. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2], «Батырлыҡ өсөн» (16.05.1945)[3], «Венаны алған өсөн» һәм башҡа күп кенә миҙалдар менән наградлана.
  • 1948—1952 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында укый.
  • 1952—1954 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында урта мәктәптә уҡыта.
  • 1954 йылда «Пионер» журналы редакцияһына бүлек мөдире итеп эшкә саҡырыла.
  • 1958—1975 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир, художестволы әҙәбиәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналында проза бүлеге мөхәррире вазифаһын атҡара.
  • 1967—1969 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

Ғабдулла Байбурин урта мәктәптә уҡыған сағында уҡ әҙәбиәт менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Хәҙерге көнгә уның 30-ға яҡын китабы нәшер ителгән. Айырым хикәйәләре монгол, украин, азербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, марый, саха телдәрендә баҫылды. «Иртәгә бабай» исемле әкиәт-поэмэһы буйынса Мәскәүҙә диафильм сығарыла. Әҙәбиәт һәм матбуғат өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. 1973 йылда ул Будапештта тәржемәселәрҙең халыҡ-ара конференцияһында ҡатнаша.

  • Яҙғы күкрәү. Поэма һәм шиғырҙар. Өфө, 1959, 128 бит.
  • Ландыш сәскәһе. Хикәйәләр. Өфө, 1968, 168 бит.
  • Бер имән бар…Драма. Өфө, 1973, 64 бит.
  • Зәңгәр юлдар. Комедия, Өфө, 1979, 55 бит («Биш пьеса» исемле йыйынтыҡта)
  • Ҡояш һәм кеше. Повесть, хикәйәләр, иҫтәлектәр. Өфө, 1985, 424 бит.
  • Киске моңдар. Шиғырҙар. Өфө, 1988, 64 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы
  • Яҙыусының исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән[4]
  • Урындағы мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған[4].
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы
  2. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. 4,0 4,1 Башҡорт энциклопедияһы — БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)