Эстәлеккә күсергә

Карел Гавличек-Боровский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гавличек-Боровский Карел битенән йүнәлтелде)
Карел Гавличек-Боровский
чех Karel Havlíček Borovský
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме чех Karel Havlíček
Псевдоним Havel Borovský[3], Karel Havlíček-Borovský[3] һәм Hawliczek
Тыуған көнө 31 октябрь 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][1][4][…]
Тыуған урыны Havlíčkova Borová[d], Австрия империяһы[3][5][6][…]
Вафат булған көнө 29 июль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][1][4][…] (34 йәш)
Вафат булған урыны Прага, Богемия короллеге, Богемия тажының ерҙәре[d], Австрия империяһы[2][3][7][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Ольшанское кладбище[d][8]
Атаһы Matěj Havlíček[d]
Әсәһе Josefína Havlíčková[d]
Бер туғандары Josef Havlíček[d]
Хәләл ефете Julie Sýkorová-Havlíčková[d]
Балалары Zdeňka Havlíčková[d]
Һөнәр төрө тәржемәсе, шағир, журналист, нәшерсе, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы, сәйәсмән, публицист
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[3] һәм журналистика[3]
Биләгән вазифаһы член австрийского рейхстага[d]
Уҡыу йорто Карл университеты
Личная библиотека хранится в Q52679463?[9], National Museum Library[d][9], Národní muzeum v Praze. Archiv[d][9] һәм Muzeum Vysočiny Havlíčkův Brod[d][9]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Karel Havlíček Borovský
 Карел Гавличек-Боровский Викимилектә

Карел Гавличек-Боровский (чех Karel Havlíček Borovský [ˈkarɛl ˈɦavliːtʃɛk ˈborofskiː] ; Карел Гавличек, Гавел Боровский псевдонимы ; 1821 йылдың 31 октябре, хәҙерге Гавличкув Брод ҡалаһы янындағы Борова ҡасабаһы — 1856 йылдың 29 июле, Прага) — чех сәйәсмәне, шағир, публицист; чех журналистикаһына, сатираға һәм әҙәби тәнҡиткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Вацлав Гавел уны беренсе чех диссиденты тип атаған.

Сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Немецкий Брод (хәҙерге Гавличкув Брод) урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Прагалағы Чарльз университетында (18381840), унан һуң теологик семинарияла уҡыған, унан ирекле фекер йөрөтөү өсөн ҡыуылған (1841).

Богемияға (Чехия) ҡайтҡас, ул журналистика менән шөғөлләнә. 1846 йылда Ф. Палацкий ярҙамы менән чех телендәге иң киң билдәле «Прага газетаһы» Pražské noviny (18461848) һәм уны әҙәби өҫтәмәһе «Чех бал ҡорто» (Česka včela) журналының баш мөхәррире булып китә. Уның беренсе мәҡәләһе «Славян һәм чех» исеме аҫтында донъя күрә. Галич үҙе уны баҫтырыуҙы «һуғыш декларацияһы» тип атай.

1848 йылғы революция башланғас, ул "Прага" газетаһын ҡалдырып, «Халыҡ газетаһы» (Národní noviny) сығара башлай, баҫма Чехия либералдарының танылған һәм популяр органына әүерелә. 1848 йылда ул Чехия Сеймына һәм Австрия Парламентына һайлана. Ул Прагалағы Бөтә Славян конгресын ойоштороусыларҙың береһе була, Польша һәм Хорватия яҙыусыларын конгресста ҡатнашырға йәлеп итеү өсөн Польшаға һәм Хорватияға бара.

Бриксендагы Гавличек йәшәгән йорт

Ул илдә ойошҡан реакцион режимға ҡаршы, Май заговорында (Майский заговор (1849)) ҡатнашыусы булараҡ, ул 1849 йылдың апрелендә судҡа бирелә. Шул уҡ йылды, ул мәҡәләләрҙең йөкмәткеһен ғәйепләгән суд барышында еңеүгә ҡарамаҫтан, ҡулға алына һәм йәшерен рәүештә, хөкөмһеҙ һәм тикшереүһеҙ, Бриксенға (Тирол, хәҙерге Италияла Брессанон) һөргөнгә ебәрелә.

Туберкулез менән сирләгән Гавличҡа Прагаға, ҡатынының етди ауырыуы арҡаһында, 1855 йылдың апрелендә, үҙенең дә үлеме алдынан (ҡайтыуына ҡатыны үлгән була инде) кире ҡайтырға рөхсәт итәләр. Һуңғы сәйәхәтендә уны биш меңгә яҡын талантын хөрмәтләүселәр оҙатып бара.

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118547259 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 Karel Havlicek Borovsky // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Архив изобразительного искусства — 2003.
  6. https://ipac.svkkl.cz/arl-kl/cs/detail-kl_us_auth-p0202684-Havlicek-Borovsky-Karel-18211856
  7. Wurzbach D. C. v. Havliček, Karl (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt habenWien: 1856. — Vol. 8. — S. 98.
  8. BillionGraves (ингл.) — 2011.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 http://www.osobniknihovny.cz/libraryDetail.do?categoryId=6444