Гаршина Анастасия Васильевна
Гаршина Анастасия Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 март 1925 |
Тыуған урыны | Михайловка[d], Беловский район[d] |
Вафат булған көнө | 19 июнь 2018 (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Новосибирск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | А. Н. Островский исемендёге Ленинград театр институты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гаршина Анастасия Васильевна (16 март 1925 йыл — 19 июнь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978). Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анастасия Васильевна Гаршина 1925 йылдың 16 мартында Михайловка ауылында (хәҙер Кемерово өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуғанда уға Надежда тип исем ҡушалар, ләкин бала сағында ауыр сирҙән һуң өләсәһе уның исемен Анастасияға («Терелгән») алмаштыра[1]. Атаһы тимер юлсы була, тиҙҙән ғаилә Новосибирскигә күсеп килә. Ҡала тимер юлсылар мәҙәниәт йортонда драма, вокал һәм хореография түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Ул ваҡытта был түңәрәктәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эвакуацияланған Ленинград педагогтары О. А. Альшиц, Н. М. Либерман һәм М. И. Белозерова алып баралар. 1944 йылда педагогтары менән бергә Ленинградҡа күсеп китә. Ленинград театр институтында уҡый, "Ленфильм"да эпизодтарҙа һәм массовкала төшә.
1947 йылда Ленинград театр институтын (педагогтары Л. С. Вивьен, В. В. Меркурьев, Н. Е. Серебряков) тамамлай. 1947—1948 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында өлкә театр опереттаһында сығыш яһай.
1949 йылда Новосибирск ҡалаһына күсә. 1949—1979 йылдарҙа һәм 1994 йылдан Новосибирск Йәш тамашасылар театрында (һуңыраҡ «Глобус» театрында) уйнай.
1979—1994 йылдарҙа Новосибирсктың «Красный факел» драма театры артисы булып эшләй.
Сәхнә эшмәкәрлеген травести булып башлай: был ролдәрҙә уның, малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың тәртибе үҙенсәлектәрен сағыу кәүҙәләндереү һәләте асыла, бер үк ваҡытта романтик һәм героик образдар тыуҙыра. Һуңыраҡ эксцентрика, сатира, гротеск элементтары менән байтаҡ ролдәрҙе уйнай.
1968—1974 йылдарҙа Новосибирск театр училищеһында уҡыта. 1966—1984 йылдарҙа Театр эшмәкәрҙәре союзының Новосибирск бүлеген етәкләй.
2018 йылдың 19 июнендә Новосибирскиҙа 94-се йәшендә вафат була[2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — актёр һәм педагог Орлов Виктор Сергеевич (1924—1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- Ҡыҙы — Орлова Наталья Викторовна артист, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (8.05.1958).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (15.02.1978).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967)
- Ленин ордены — сәнғәт өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн (1986).
- «Новосибирск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» отличие билдәһе.
Театрҙа эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1953 — «В поисках радости» Виктора Розова — Олег
- 1953 — «Ромео и Джульетта» В. Шекспира — Джульетта
- 1957 — «Снегурочка» А. Островского — Доротка Купава
- 1958 — «В поисках радости» В. Розова — Олег
- 1960 — «Обломов» И. Гончарова — Ольга
- 1960 — «Тристан и Изольда» А. Бруштейн — Изольда
- 1964 — «Сотворившая чудо» У. Гибсона — юлливан
- 1966 — «Мария Стюарт» Ф. Шиллера — Мария Стюарт
- 1966 — «Чайка» А. Чехова — Аркадина
- 1972 — «Материнское поле» Ч. Айтматова — Толгонай
- 1993 — «Дальше — тишина» В. Дельмар — Люси Купер
- 1995 — «Игра в джин» Д. Кобурна — Фонсия Лорси
- 1998 — «Дядя Ваня» А. Чехова — Марина
- 1999 — «Двенадцать месяцев» С. Маршака — мачеха
- 2004 — «Деревья умирают стоя» А. Касоны — бабушка
- «Свои люди — сочтемся» А. Н. Островского — Тишка
- «Девочки» В. Ф. Пановой — Томка
- «Её друзья» В. С. Розова — Люся
- «Машенька» А. Н. Афиногенова — Машенька
- «Снежная королева» Е. Л. Шварца — Кай
- «Белоснежка» Л. В. Веприцкой — гном Финтик
- «Товарищи-романтики» М. А. Соболя — Алёнушка
- «Друг мой, Колька!» А. Г. Хмелика — пионервожатая
- «Недоросль» Д. И. Фонвизина — Простакова
- «Правда — хорошо, а счастье лучше» А. Н. Островского — Мавра Тарасовна
- «Гнездо глухаря» В. Розова
- «Восемь любящих женщин» Р. Тома
- «Дворянское гнездо» И. Тургенева
- «Птицы нашей молодости» И. Друцэ
- «ОБЭЖ» Б. Нушича
- «Софья Петровна»
- «Бемби»
- «Своя семья»
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1968 — Сердце — Катя, Гущиндың ҡатыны
- 1975 — Пассажир — Кухно
- 1977 — Однажды осенью — Вераның әсәһе
- 1992 — Безумный рейс — хеҙмәтсе ҡыҙ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народная артистка России Анастасия Гаршина. 50 лет на сцене : Буклет / Л. Шатина, Е. Абрамова. — Новосибирск, 1998.
- Рубуна М. Анастасия Васильевна Гаршина // Новосибирский Академический молодежный театр «Глобус», 1930—2000. — Новосибирск, 2001. — С. 27-30.
- Баландин Л. Предрешать судьбу // Новосибирск театральный. — Новосибирск, 1983. — С. 198—219.
- Загородная А. Многоликая Анастасия Гаршина // Новосибирск. — 2001. — № 1. — С. 23-26 : ил.
- Гаршина А. В. Анастасия Гаршина: Бог подарил мне, наверное, способность понимать и ценить… : [Беседа] / Вела А. Лаврова // Новая Сибирь. — 2000. — 7 апр. — С. 9 : портр.
- Гаршина А. В. Вопреки версии «Зима» : [Интервью с актрисой. К 70-летию] // Сов. Сибирь. — 1995. — 27 апр. — С. 3 : ил.
- Дроздович С. Вечная королева // Новая Сибирь. — 1999. — 26 февр. — С. 7 : портр.
- Ульянина И. Джульетта, Изольда, Мария Стюарт, или Как вас еще называть? : [К 50-летию твор. деятельности] // Веч. Новосибирск. — 1999. — 19 февр. — С. 11 : портр.
- Журавлёва Г. К. Гаршина Анастасия Васильевна // Новосибирск : Энцикл. — Новосибирск, 2003. — С. 188 : портр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Анастасия Васильевна Гаршина . youtube.com. Дата обращения: 18 февраль 2018.
- ↑ Ушла из жизни легенда новосибирской сцены Анастасия Гаршина. Наш дом Новосибирск. Дата обращения: 19 июнь 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анастасия Васильевна Гаршина . Новосибирский краеведческий портал. Дата обращения: 18 февраль 2018.
- Анастасия Васильевна Гаршина . youtube.com. Дата обращения: 18 февраль 2018.
- 16 мартта тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- 19 июндә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Новосибирскиҙа вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат актрисалары
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар