Эстәлеккә күсергә

Гастев Алексей Капитонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алексей Капитонович Гастев
Файл:A gastev sm.jpg
Тыуған:

26 сентябрь (8 октябрь) 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Суздаль ҡалаһы, Рәсәй империяһы

Вафат:

15 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны:

«Коммунарка» полигоны, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы, СССР

Партия:

РСДРП(б) (1900—1907), ВКП(б) (1931 йылдан алып)

Төп идеялары:

хеҙмәтте ғилми ойоштороу

Эшмәкәрлек төрө:

революционер, ғалим

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

 Алексей Капитонович Гастев Викимилектә

Алексей Капитонович Га́стев (26 сентябрь (8 октябрь1882, Суздаль — 15 апрель 1939 йыл[1], Мәскәү) — рус революционеры, профсоюз эшмәкәре, шағир һәм яҙыусы, хеҙмәтте ғилми ойоштороуҙың теоретигы һәм Үҙәк хеҙмәт институты етәксеһе. 1931 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. Пролеткульттың идеологтарының береһе. Мәскәүҙә билдәле "Яҙыусылар кооперативы йорто"нда йәшәй. Әҙәби псевдонимдары — А. Зорин, И. Дозоров, А. З., А. Зарембо, А. Набегов.

Гастев Алексей Капитонович 1882 йылда Суздаль ҡалаһында уҡытыусы һәм тегенсе ғаиләһендә тыуған. Уға ике йәш булғанда атаһы мәрхүм була. Ҡала училищеһын һәм техник курстарҙы тамамлағандан һуң Мәскәү уҡытыусылар институтына уҡырға инә, әммә 1902 йылда сәйәси эшмәкәрлеге өсөн — Н. А. Добролюбовтың үлеүенә 40-йыллығына бағышлап ойошторолған демонстрация өсөн был уҡыу йортонан ҡыуып сығарыла[2].

1901 йылда РСДРП-ға инә һәм профессиональ революционер булып китә. 1903 йылда Вологда губернаһының Усть-Сысольск ҡалаһына (хәҙерге Сыктывкар) һөргөнгә ебәрелә, унан 1904 йылдың 10 июнендә сит илгә (Францияға) ҡаса.

1904 йылда Парижда слесарь булып эшләй һәм Социаль фәндәренең юғары мәктәбендә белем ала. Шул уҡ йылда уның һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең тормошо хаҡында булған тәүге хикәйәһе баҫылып сыға.

1905 йылда Гастев Рәсәйгә ҡайта һәм Беренсе рус революцияһы осоронда Кострома эшсе депутаттар советы рәйесе һәм хәрби дружина етәксеһе итеп һайлана.

1906 йылда Алексей Гастев РСДРП-ның IV съезына делегат итеп һайлана[3]. 1908 йылда большевиктар рәтенән сыға.

1910 йылда йәнә Парижға китә, бында слесарь булып эшләй. Парижда Берләшкән эшселәр клубының секретары була, синдикалист һәм кооператив хәрәкәттәрендә ҡатнаша. 1913 йылда Санкт-Петербургҡа ҡайтып заводта эшләй.

1914 йылда Нарым крайына һөргөнгә ебәрелә, унан ҡаса һәм шул уҡ йылдан алып Васильев фамилияһы аҫтында Новониколаевск ҡалаһында йәшәй[4]. Февраль революцияһынан һуң Петроградҡа китә.

1917—1918 йылдарҙа Бөтә Рәсәй эшсе-металлургтар союзының үҙәк комитетының секретары итеп һайлана. Мәскәүҙең, Харьковтың һәм Николаевтың заводтары идаралығында эшләй, профсоюз һәм ойоштороу-мәҙәни эшендә әүҙем шөғөлләнә.

1919 йылдың декабрендә Новониколаевск ҡалаһында енәйәт тикшереүе башлығы булып хеҙмәт итә.

1921 йылда Үҙәк хеҙмәт институтына нигеҙ һала һәм уның етәксеһе була. Институт директоры булараҡ Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы янында Хеҙмәтте ғилми ойоштороу буйынса совет рәйесенең урынбаҫары була, ә 1926 йылдан алып — уның рәйесе итеп тәғәйенләнә.

1926 йылда Үҙәк хеҙмәт институтының биш йыллығына арнап «айырмалы энегияһы һәм эшенә тоғро булғанлығы өсөн» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены бүләкләнгән.

1932 йылдан алып 1936 йылға тиклем Хеҙмәт һәм Оборона Советы янындағы Стандартизация буйынса бөтә союз комитетының рәйесе, һәм тағы ла «Стандартизация хәбәрҙәре» (рус. «Вестник стандартизации»; хәҙерге — «Стандарты и качество») журналының баш мөхәррире була.

1935 йылда Гастев Стокгольмда уҙғарылған Стандартизация буйынса халыҡ-ара конгресста совет делегацияһын етәкләгән.

1938 йылдың 8 сентябрендә Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) органдары менән ҡулға алына һәм 1939 йылдың 15 апрелендә атылған.

Ҡатыны: Анна Ивановна Васильева (1906 йылдан алып 1917 йылға тиклем), Софья Абрамовна Гринблат (1917 йылдан алып)[5].

Балалары (икенсе никахтан):

  • Пётр Гастев (1921—1943) — 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Курск янында һәләк булған.
  • Алексей Гастев (1923—1991) — совет кинодраматургы, яҙыусы, сәнғәт белгесе.
  • Юрий Гастев (1928—1993) — философ, математик, хоҡуҡ яҡлаусыһы.

Хеҙмәтте ғилми ойоштороу өлкәһендә идеялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Гастев даими рәүештә Генри Форд менән хат алышҡан[6].

Айырыуса системаны һәм ойоштороуҙы билдәләгән Фредерик Тейлорҙан һәм етештереү техникаһын камиллаштыуҙа иғтибарын туплаған Генри Фордтан айырмалы рәүештә Гастев кеше факторына айыусар баҫым яһаған. Уның фекеренсә, предприятиеның эшендә төп ролде кеше башҡара, һәм шунлыҡтан ойоштороуҙың эффектлығы эш урынындағы һәр бер кешенең шәхси эффектлығына бәйле[7].

1913—1919 йылдарҙа шиғырҙар яҙған, төп формалары — прозалағы шиғырҙар. 1918 йылда «Алдынғы эшселәр шиғриәте» (рус. «Поэзия рабочего удара») шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға, ул 1926 йылға тиклем алтыр тапҡыр ҡабат нәшер ителә. 1920 йылдан алып тик мәҡәләләр генә яҙған.

А. К. Гастев хөрмәтенә Суздаль ҡалаһының урамдарының береһе аталған[8]. Иң яҡшы коллективтарҙы тәбрикләүсе кубокта уның исемен йөрөтә[9].

  • Поэтический сборник — «Поэзия рабочего удара», П., 1918 (2-е изд., 1919; 3-е изд., Пг.1921; последнее М. 1971);
  • Статья «Индустриальный мир», Харьков, 1919; Время. М., 1923;
  • Книга стихов «Пачка ордеров», Рига, 1921 — последняя книга стихов А.Гастева (изд. ВЦСПС, М., 1923 и изд. 5-е и 6-е, 1924 и 1925 включают оба вышеназванных сборника; последнее М. 1971)
  • «Как надо работать», 1921 (1-е изд. М., 1966, 2-е изд. М., 1972)
  • «Юность иди!», М., ВЦСПС, 1923. 72 с. 10 000 экз.
  • Статья «Снаряжение современной культуры», 1923
  • Статья «Восстание культуры», 1923
  • Статья «Новая культурная установка», 1923 (2‑е изд. М., 1924)
  • «Трудовые установки», М., ЦИТ, 1924, 302 с. + альбом илл. 3 000 экз. (2-е изд. М., 1973)
  • «Профессиональные союзы и организация труда», изд-во Ленинградского Губернского Совета профессиональных союзов, 1924
  • Книга «Плановые предпосылки», изд-во НКРКИ СССР, М., 1926, работа посвящена анализу резолюции Пленума ЦК ВКП(б) от 6—9 апреля 1926 г. «О хозяйственном положении и хозяйственной политике» (с докладом на эту тему выступал И. В. Сталин)
  • Статья «Установка производства методом ЦИТ», М., 1927
  • Статья «Нормирование и организация труда» (Общее введение в проблему), М., ВЦСПС, 1929. 118 с. 5 000 экз.
  • Первый в России: Иваново-Вознесенский общегородской совет рабочих депутатов 1905 года в документах и воспоминаниях. М., 1975.
  • 1905 год в Костроме: сборник статей.
  • Кравченко, А. И. Классики социологии менеджмента: Ф. Тейлор, А. Гастев. СПб, 1998.
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917/[пер. с нем.].. — М.: РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — ISBN 5-8334-0019-8.
  • Глеб Архангельский, Марианна Лукашенко, Татьяна Телегина, Сергей Бехтеров. Тайм-менеджмент. Полный курс. — М.: Альпина Паблишер, 2012. — 312 с. — ISBN 978-5-9614-1881-1.
  • Johansson, Kurt. Aleksej Gastev, Proletarian Bard of the Machine Age. Stockholm, 1983.
  • Bailes, K.E. Alexei Gastev and the Soviet Controversy over Taylorism, 1918—1924 // Soviet Studies. Glasgow, UK. 1977.
  • Maier, C.S. Between Taylorism and Technology: European Ideologies and the Vision of Industrial Productivity in the 1920’s // Journal of Contemporary History. London. 1970. Vol. 5. No. 2. P. 27-61.
  • Sorenson J.B. The Life and Death of Soviet Trade Unionism, 1917—1928. New York, 1969.
  • Williams, R.C. Collective Immortality: The Syndicalist Origins of Proletarian Culture, 1905—1910 // Slavic Review. Champaign, IL, USA. 1980. Vol. 5. No. 3. P. 389—402.
  • Лучесский К. Вещи поют. Рассказы о технической эстетике. М. Детская литература, 1971. 125 с., ил.