Эстәлеккә күсергә

Герасимов Иван Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герасимов Иван Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1937
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Герасимов Иван Семёнович (1894 йыл1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре[1].

Биографияһы һәм эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герасимов Иван Семенович 1894 йылда Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Ново-Спасское ауылында тыуа.

1914 йылда Өфө гимназияһын тамамлай. 1914—1918 йылдарҙа Ҡазан университетының юридик факультетында уҡый. Уҡыу йортоноң 4 курсын тамамлағандан һуң 1919 йылға тиклемрепетитор булып эшләй.

1919 йылдың авгусынан 1920 йылдың декабренә тиклем Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһында эшләй һәм Урал яны хәрби округының сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары була.

1921—1922 йылдарҙа Өфө губернаһы халыҡ мәғарифының сәйәси ағартыу бүлеге мөдире була.

1922 йылдың июненән 1923 йылдың декабренә тиклем Башҡорт АССР-ының Юстиция Халыҡ комиссары булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта, ярашлы, 1922 йылдың 30 авгусындағы БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ярашлы, юстиция халыҡ комиссары вазифаһын һаҡлап, Башҡорт АССР-ы прокуроры итеп тәғәйенләнә[2]. Халыҡ комиссары вазифаһында прокуратура органдарын булдырыу һәм автономиялы республикала башбаштаҡлыҡты булдырмау буйынса әүҙем эш алып бара.

1924—1926 йылдарҙа Вятка губернаһында прокурор вазифаһында эшләй.

1926 йылдың 31 авгусынан 1930 йылдың февраленә тиклем — Урал өлкәһе прокуроры. 1930 йылдың февраленән декабренә тиклем РСФСР прокуроры урынбаҫары вазифаһында эшләй.[3].

1930 йылдың 18 декабрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре идарасыһы итеп тәғәйенләнә.

1937 йылдың 28 июнендә ҡулға алына. 1937 йылдың 26 октябрендә атып үлтерелә. 1956 йылдың 16 июнендә аҡлана.

  • Прокуратура Республики Башкортостан: История и современность / Авт.-сост. Р.Н.Зинуров Уфа, 1996.
  1. Прокуратура Республики Башкортостан: История и современность / Авт.-сост. Р.Н.Зинуров Уфа, 1996.
  2. История Прокуратуры Республики Башкортостан. 2014 йыл 9 март архивланған.
  3. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза (1898—1991).