Эстәлеккә күсергә

Геращенко Антон Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антон Геращенко
Файл:Gerashhenko-anton-ivanovich 0.jpg
Исеме:

Геращенко Антон Иванович

Тыуған көнө:

2 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, Үзбәк ССР-ы, Ташкент

Вафат булған көнө:

7 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (75 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, журналист

Ижад йылдары:

1962— хәҙергәсә

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, повесть, хикәйә, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

«Улица Стачек» хикәйәһе

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Анто́н Ива́нович Гера́щенко (2 май 1937 йыл — 7 декабрь 2012 йыл[1]) — рус совет яҙыусыһы, прозаик һәм журналист, СССР Яҙыусылар союзы, артабан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1937 йылдың 2 майында Ташкент ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Атаһы Иван Геращенко, Ҡыҙыл Армия офицеры, Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1944 йылдың февралендә Керчь ярымутрауын азат иткәндә һәләк була.

Һуғыштан һуң, 1948 йылда, буласаҡ яҙыусының әсәһе балалары менән үҙенең тыуған Кубань еренә ҡайтып китә. Ғаилә Кубандең Каневская станицаһында төпләнеп йәшәй башлай. Антондың әсәһе һуғыш ваҡытында ауыр эштән имгәнә һәм хеҙмәт инвалиды булып ҡала.

1951 йылда балаларҙың әсәһе үлә, буласаҡ яҙыусы тере етем булып тороп ҡала. Антонды һәм уның ҡустыһын һуғышта һәләк булған офицер балалары өсөн Кропоткин янында асылған балалар йортона урынлаштыралар. Бында ул ете класс тамамлай һәм артабан Краснодар крайының Гулькевич райондағы колхозға хеҙмәттә тәрбиәләнеүсе итеп ҡабул ителә. Был колхоздан уны Новочеркасскиҙағы ФЗО мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. ФЗО мәктәбендә уҡып, «төҙөүсе- матурлап эшләүсе (строитель-отделочник)» һөнәренә эйә булған Геращенко Дондағы Ростовта, Грузияла, Волгодонскиҙа, Новосибирскиҙа эшләй, бер үк ваҡытта эшсе йәштәр мәктәбендә тулы урта белем ала.

Артабан ул Совет Армиһына саҡырыла һәм унда хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, «Ростсельмаш» заводында төҙөүсе булып эшләй. Шунда ул үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм очерктарын яҙа башлай.

1962 йылда ситтән тороп М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә, артабан Төньяҡ Кавказ граждандар авиацияһы идаралығының «Воздушный путь» гәзитендә журналистлыҡ эшенә күсә.

1963 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына инә.

1968 йылда Геращенко Әҙәбит институтын тамамлай һәм 1982 йылға тиклем «Дон» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Геращенко оҙаҡ йылдар буйына үҙ әҫәрҙәрен гәзит-журналдарҙа баҫтыра алмай. Ниһайәт, уға дон яҙыусыһы Анатолий Калинин ярҙам итә. Ул Геращенконың «Улица Стачек» хикәйәһенә инеш һүҙ яҙа һәм уның тәҡдиме менән был хикәйә «Литературная Россия» гәзитендә баҫылып сыға. Артабан ошо уҡ гәзиттә Геращенконың башҡа хикәйәләре, шул иҫәптән «Своды» һәм «Лысый курган» әҫәрҙәре баҫыла.

Артабан эшсе йәштәр тураһындағы «Трава зелёная» (1971), «Личное счастье» (1972)повестары (айырым баҫма итеп)— «Одержимость» тип аталып сыға), «Баллада об окраине» (1975), хәҙерге заман ауыл йәштәре тураһында «Завязь» (1977), эшселәр тураһында «Яблоневый цвет» (1978 нәшер ителә.

1976 йылда Геращенконы СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

Ул шулай уҡ балалар өсөн китаптар ҙа яҙа. 1975 йылда уның Кубандағы Граждандар һуғышы тураһында фантастик-мажаралы «Бомбар-I» повесы, ә 1985 йылда «повесть о необыкновенном путешествии» «Долгий путь домой» тигән китабы баҫылып сыға.

Оҙаҡ алты 1975—1981 йылдар буйынса Геращенко Атоммашты төҙөүселәр хаҡында «Ярь» романын яҙа, унда сәнәғәт эше һәм әхлаҡ проблемаларын асып һала. 1981 йылда роман Мәскәүҙең «Современник» нәшриәтендә баҫыла.

Геращенко шулай уҡ әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре лә яҙа. Уның Виктор Астафьев, Валентин Овечкин, Иван Зубенко, Николай Смирнов, Григорий Гасенко, Руслан Тотров һәм башҡалар тураһында мәҡәләләре бар.

Советтар Союзы һәм СССР Яҙыусылар союзы тарҡалғандан һуң ул иң тәүгеләр иҫәбендә Рәсәй Яҙыусылар союзына инә.

1990-2000-се йылдарҙа Геращенко әҫәрҙәр яҙыуын дауам итә. Ул «Ростов-папа»[2] исемле автобиографик роман яҙа. Был әҫәрендә ул Ростовтағы 1960-1990-сы йылдарҙағы тормош хаҡында яҙа, дон яҙыусыларының образдарын тыуҙыра, шулай уҡ миллионер Георгий Махоркин, партноменклатура кешеләрен һәм ағалы-энеле Толстопятовтарҙың бандаһын {һүрәтләй}.

2012 йылдың 7 декабрендә вафат була.

  • Трава зеленая: Рассказы. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1971. — 108 с. — 30 000 экз.
  • Одержимость: Очерки. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1972. — 103 с. — 15 000 экз.
  • Бомбар-I. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1975. — 117 с. — 30 000 экз.
  • Яблоневый цвет: Повесть. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1978. — 144 с. — 30 000 экз.
  • Ярь: Роман. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1979. — 368 с. — 30 000 экз.
  • Ярь: Роман. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1982. — Т. Кн. 2. — 207 с. — 30 000 экз.
  • Ярь: Роман. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1984. — Т. [Кн. 1, 2]. — 464 с. — 30 000 экз.
  • Ярь: Роман и повесть [Завязь]. — М.: Современник, 1981. — 400 с. — (Новинки «Современника»). — 75 000 экз.
  • Личное счастье: Повести и рассказы. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1986. — 285 с. — 30 000 экз.
  • Горицвет: Роман / [Худож. В. И. Костров]. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1988. — 285 с. — 30 000 экз.
  • Расколдованный круг: Роман. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1990. — 206 с.
  • Ростов-папа: Роман-хроника о временах застоя, перестройки и смуты. — Ростов-на-Дону: ГинГо: NB, 2002. — 301 с. — ISBN 5-88816-129-5.
  • Книга:Писатели Дона 1986|страницы=85—88
  • Вельяминов В. Техническое озорство донского писателя (О А. И. Геращенко и его творчестве) // газета Молот. — 3 апреля 2001.
  1. Стр. 8. «Донской писатель» (декабрь 2012).
  2. Назарчук П. Так жили поэты… // Город N. — 15-21 января 2003. — № 02 (508).