Герцогиня Леонор Готландская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герцогиня Леонор Готландская
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция[1]
 Америка Ҡушма Штаттары[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Leonore Lilian Maria Bernadotte
Титул Швеция принцессаһы[d] һәм герцогиня[d]
Тыуған көнө 20 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2] (10 йәш)
Тыуған урыны , Манхэттен[d], Америка Ҡушма Штаттары[3]
Дата крещения 8 июнь 2014
Атаһы Кристофер О’Нилл[d][2]
Әсәһе Мәдлен, Швеция принцессаһы[2]
Бер туғандары Николас Пауль Густав, герцог Онгерманланда[d] һәм Адриенна, герцогиня Блекинге[d]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Һөнәр төрө аристократ, Уҡыусы
Префикс титула Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Монограмма
Күҙ төҫө ореховый[d]
Сәс төҫө светлые волосы[d]
Кем хөрмәтенә аталған Герцогиня Лилиан Халландская һәм Ева Вальтер[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Серафимов
 Герцогиня Леонор Готландская Викимилектә
Тышҡы һүрәттәр
Новорождённая принцесса Леонор.
Фото: Кристофер О’Нилл
Принцесса Леонор со своей двоюродной сестрой принцессой Эстель.
Фото: Кронпринцесса Виктория

Уның Король Ғали йәнәптәре Леонор Лилиан Мария, Швеция принцессаһы, герцогиня Готландская (швед. H. K. H. Prinsessan Leonore Lilian Maria, Hertiginna av Gotland, 2014 йылдың 20 февралендә Нью-Йоркта тыуа) — швед принцессаһы Мадлендың, герцогиня Гельсингландскаяның һәм уның ире Кристофер О’Ниллдың беренсе балалары; Швеция короле Карл XVI Густавтың һәм уның ҡатыны королева Сильвияның ейәнсәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонорҙың әсәһе швед принцессаһы Мадлен һәм атаһы, сығышы менән британлы америка финансисы, Кристофер О’Нилл Нью-Йоркта осраша. 2012 йылдың 25 октябрендә улар йәрәшә. Ә 2013 йылдың 8 июнендә өйләнешәләр. 2013 йылдың сентябрендә рәсми рәүештә принцесса ауырлы булыуы тураһында иғлан ителә. Туйҙан һуң парҙар Нью-Йоркта йәшәүҙәрен дауам итә, унда Мадлен Бөтә донъя балалыҡ фондында —хәйриә ойошмаһында эшләй[en], был фонд 1999 йылда әсәһе, королева Сильвия ҡатнашлығында төҙөлгән (фонд бөтә донъяла, бигерәк тә насар төбәктәрҙә, балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу эштәре менән шөғөлләнә).

Принцесса Леонор, принцесса Мадлендың һәм Кристофер О’Нилдың ҡыҙы 2014 йылдың 22 февралендә Нью-Йорктың Пресвитериан дауаханаһында урындағы ваҡыт буйынса 20:41 сәғәттә тыуа.

2014 йылдың 26 февралендә Стокгольмда Король һарайында Швецияның тантаналы министрҙар ултырышы уҙа, унда король Карл XVI Густав, кронпринцесса Виктория, швед парламенты спикеры Пер Вестерберг[sv] һәм премьер-министр Йон Рейнфельдт ҡатнаша. Ултырышта яңы тыуған ҡыҙға Леонор Лилиан Мария исеме һәм принцесса, герцогиня Готландская титулы бирелеү тураһында иғлан ителә[4]. Леонор исеме Швеция өсөн һирәк исемдәрҙән һанала: статистика буйынса, 2014 йылда был ҡатын-ҡыҙ исеме илдә 128 ҡатын-ҡыҙҙа исем составына инә, шул уҡ ваҡытта 35-ендә ул беренсе исем сифатында файҙаланыла. Лилиан исеме яңы тыуған балаға хәҙерге король Карл XV Густавтың бабайы, принц Бертиль герцог Халландскийҙың (1912—1997) ҡатыны швед принцессаһы Лилиан хөрмәтенә бирелә. 2013 йылдың мартында принцесса Мадлен уны ерләшеүҙә ҡатнаша.

1980 алып Швецияла ғәмәлдә булған примогенитура тураһында законға ярашлы, принцесса швед тәхете вариҫлығына һигеҙенсе була (кронпринцесса Виктория, принцесса Эстель, принц Оскар, принц Карл Филипп, принц Александр, принц Габриэль һәм үҙенең әсәһе принцесса Мадлендан һуң).

2014 йылдың 2 мартында Стокгольмда Король һарайында принцессаның тыуыуына арналған рәхмәт ғибәҙәте (Te Deum) ҡылына.

Принцесса Леонорҙы суҡындырыу 2014 йылдың 8 июнендә Стокгольмда Дроттнингхольм һарайы сиркәүендә, ата-әсәһенең туйының йыллығында үтә[5]. Был ваҡиғаны күп киң мәғлүмәт саралары туранан-тура трансляциялай.

Леонорҙың исем ата-әсәләре булып[6]: Швеция вариҫы принцесса Виктория, Луиза Готтлиб (принцесса Мадлендың яҡын әхирәте), Патрик Зоммерлат (принцесса Мадлендың әсәһе яғынан ике туғаны), Татьяна д’ Або (Кристофер О 'Нилдың һеңлеһе), граф Эрнст Абенсперг унд Траун (Кристофер О'Нилдың һеңлеһе Наташаның ире), Алиса Бэмфорд (Кристофер О’Нилдың балалыҡ әхирәте).

2015 йылдың 27 апрелендә Леонор сит илгә беренсе сәйәхәтен яһай. Ата-әсәһе һәм өләсәһе — королева Сильвия менән бергә — ул Рим папаһының аудиенцияһында була.

Әлеге ваҡытта Леонор ата-әсәһе һәм бәләкәй ҡустыһы Николас менән Лондонда йәшәй.

2016 йылдың 3 июнендә Леонор Готландҡа — үҙенең герцоглығына беренсе рәсми сәфәр ҡыла.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кавалер Ордена Серафим (Швеция юғары ордены) тыуғандан алып

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 EXCLUSIVE: Swedish Royal Court confirms Princess Leonore’s citizenship status
  2. 2,0 2,1 2,2 Lundy D. R. Princess Leonore Lillian Maria Bernadotte, Duchess of Gotland // The Peerage (ингл.)
  3. https://royalcentral.co.uk/europe/sweden/exclusive-swedish-royal-court-confirms-princess-leonores-citizenship-status-137826/
  4. H.K.H. Prinsessan Leonore Lilian Maria, Hertiginna av Gotland (швед.). Kungliga Hovstaterna[sv] (26 февраль 2014). Дата обращения: 27 февраль 2014. Архивировано 27 февраль 2014 года. 2014 йыл 2 март архивланған.(швед.). Kungliga Hovstaterna[sv] (2014-02-26). Тәүге сығанаҡтан 2014 йыл 2 март архивланған. архивланған 27 февраль 2014. 27 февраль 2014 тикшерелгән.
  5. Princess Leonore's christening (ингл.). Kungliga Hovstaterna (8 июнь 2014). Дата обращения: 23 июнь 2014. Архивировано 23 июнь 2014 года. 2014 йыл 14 июль архивланған.(инг.). Kungliga Hovstaterna (2014-06-08). Тәүге сығанаҡтан 2014 йыл 14 июль архивланған. архивланған 23 июнь 2014. 23 июнь 2014 тикшерелгән.
  6. A short summary about Princess Leonore's christening ceremony. 2015 йыл 26 июнь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Новорождённую дочь шведской принцессы Мадлен назвали Леонор. РИА Новости (26 февраля 2014). Проверено 27 февраля 2014. Архивировано 27 февраля 2014 года.
  • H.R.H. Princess Leonore / Biography (англ.). Kungliga Hovstaterna (2014). Проверено 23 июня 2014
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ева Мария Вальтер
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Принцесса Мадлен
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Король Карл XVI Густав
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Кристофер О’Нилл
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Принц Густав Адольф, герцог Вестерботтенский
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Королева Сильвия
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Пауль Цезарио О’Нилл
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Вальтер Зоммерлат
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Алиса Зоммерлат