Виктория (Швеция кронпринцессаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Виктория
Герб
Coat of arms of Crown Princess Victoria, Duchess of Västergötland.svg
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 14 июль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Швеция, Стокгольм
Атаһы Карл XVI Густав[d]
Әсәһе Сильвия
Бер туғандары Карл Филипп, принц Швеции[d] һәм Мәдлен, Швеция принцессаһы
Хәләл ефете Даниель, герцог Вестергётландский[d]
Балалары Герцогиня Эстель Эстергётландская һәм Оскар, герцог Сконе[d]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Һөнәр төрө светский лев/светская львица, дипломат
Ойошма йәки клуб ағзаһы Королевская академия словесности, истории и антиквариата[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Уппсала университеты[d]
Йель университеты[d]
Enskilda Gymnasiet[d]
Ҡултамға
Монограмма
Состояние здоровья Прозопагнозия[d]
Commons-logo.svg Виктория Викимилектә

Кронпринцесса Виктория (тулы исеме Виктория Ингрид Алиса Дезире, Victoria Ingrid Alice Désirée), герцогиня Вестерготландская (швед. Kronprinsessan Victoria, Sveriges kronprinsessa, hertiginna av Västergötland; 1977 йылдың 14 июлендә Сольнела тыуған, лен Стокгольм) — швед тәхете вариҫы, Бернадоттар династияһына ҡараған Швеция короле Карл XVI Густавтың һәм королева Сильвияның ҡыҙы, принц Карл Филипптың һәм принцесса Мадлендың апаһы.

Виктория тыуғандан алып принцесса титулына эйә була, 1980 йылдағы тәхетте вариҫтарға ҡалдырыу тәртибен примогенитура яғына үҙгәрткән конституция реформаһынан һуң Виктория Швецияның тәхеткә ултырырға тейешле принцессаһы була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктория 1977 йылдың 14 июлендә Стокгольм янындағы — Сольнелә Каролинский институты госпиталендә тыуа һәм Швеция короле Карл XVI Густав һәм королева Сильвия ғаиләһендә беренсе бала була. Швеция принцессаһы булып тыуа, ләкин 1980 йылдың 1 ғинуарында тәхетте вариҫтарға ҡалдырыу тәртибен үҙгәрткән конституция төҙәтмәләренә ярашлы, үҙенең ҡустыһы принц Карл Филиппты уҙып, кронпринцесса титулын ала. Принцессаның тыуған көнө 12 мартта билдәләнелә, ә тыуған көнөндә, 14 июлдә, мотлаҡ дәүләт флагы күтәрелә.

1977 йылдың 27 сентябрендә Швеция Короле сиркәүендә суҡындырыла. Норвегия короле Харальд V, әсәһе яғынан бабаһы Ральф Зоммерлат, Нидерландтар королеваһы Беатрикс һәм инәйе принцесса Дезире, баронесса Сильвершельд уның дини ата-әсәләре була.

Әлеге ваҡытта Виктория король ғәли йәнәптәре кронпринцесса титулын йөрөтә. Королева Елизавета II-нең өс туған ҡустыһы булған атаһы буйынса ул — Британия тәхете вариҫы, Милләттәр Берләшмәһе тәхете вариҫы булыу сиратында ул 205 урында.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктория 1996 йылда башланғыс мәктәпте һәм гимназияны тамамлай. Артабан йыл дауамында (1996—1997) Францияның Анже ҡалаһында Көнбайыш католик университетында уҡый, 1997 йылдың көҙөндә артабан Швеция парламантынтында эшләргә теләгән студенттарҙы йыйған махсус программала ҡатнаша, шунда ул Швеция иҡтисады структураһы, милли һәм урындағы ҡоролош принциптары менән таныша һәм Европа сәйәсәте өлкәһендә эшләү өсөн кәрәк булған белемде ала. 1998 йылдан 2000 йылға тиклем Виктория АҠШ-та йәшәй, унда Йельский университетында (Нью-Хейвен, штат Коннектикут) төрлө фәндәрҙе өйрәнә.

1999 йылдың майында Виктория Вашингтонда (Колумбия округы) стажировка үтә, шунан һуң өс аҙна швед армияһында хеҙмәт итә. 2000 йылда Швеция Милли Собор Колледжында донъялағы низағтарҙы көйләү һәм тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеген ойоштороу программаһы буйынса уҡыу курсын үтә. Был ваҡытта уға йыш ҡына рәсми дәүләт сараларында булырға тура килә, ә уларҙа ҡатнашыу монарх бурыстарының бер өлөшө булып тора.

Яҙғы семестры ваҡытында Виктория Швед халыҡ-ара хеҙмәттәшлек агентлығы (SIDA) менән берлектә уҡыу программаһын тамамлай һәм шул уҡ йылдың июнендә Нью-Йоркта БМО-ла стажировка үтә, ә көҙөн — Швед сауҙа ойошмаһының Берлин һәм Париждағы офистарында. 2004 йылдың көҙөндә Стокгольмда Милли Оборона Колледжында политология буйынса халыҡ-ара низағтарҙы көйләүгә баҫым яһалған лекциялар курсын тыңлай. 2006—2007 йылда ул Швецияның Дәүләт департаментында дипломат сифатында эшләй, унда министрлыҡтар эше, швед тышҡы сәйәсәте һәм тышҡы хәүефһеҙлек сәйәсәте тураһында белем ала. 2007 йылда Виктория француз телен өйрәнә һәм Европа Берлегенең швед вәкилллегендә стажировка үтә.

2009 йылдың июнендә Виктория Уппсалы университетын гуманитар фәндәр буйынса бакалавр дәрәжәһендә тамамлай.

Короллек бурыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Король тәхетенә вариҫ булараҡ, Карл XVI Густав дәүләт башлығы бурыстарын башҡара алмаған осраҡта Виктория регент була. Был бурыстарға, атап әйткәндә, рәсми визиттар, ижтимағи саралар ваҡытында Швеция һәм король ғаиләһе вәкиле булараҡ ҡатнашыу; Виктория шулай уҡ үҙ программаһы буйынса ла эшләй, уның сиктәрендә халыҡ-ара низағтарҙы көйләүҙә ярҙам күрһәтә, халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнаша һәм инвалидтарға ярҙам итә.

2008 йылдың авгусында принцесса тәүге тапҡыр Грузияла Консультатив советтың һуғыш мәсьәләһе буйынса сираттан тыш ултырышында рәйес булараҡ сығыш яһай[1].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кронпринцесса Виктория үҙенең ире Даниэлем Вестлинг менән

Виктория шәхси тормошо тураһында һөйләргә яратмаһа ла, матбуғатта йыш ҡына уның шәхси тормошо тикшерелә, уның төрлө мөхәббәт романдары уртаһында булыуы тураһында яҙалар. Ул үҙе иһә уларҙың бик аҙ ғына ваҡыт дауам иткән икеһен генә атай.

Уның иң тәүге дуҫы — Даниэль Коллерт. Улар бер мәктәптә уҡып, бала саҡтан дуҫ була һәм бер үк социаль даирәләрҙә әйләнә. Уларҙың мөхәббәте 1990-сы йылдарҙа башлана, 1998 йылда Виктория уҡыуын дауам итеү өсөн АҠШ-ҡа күскәс, Коллерт та уның артынан бара, һәм бер ни тиклем ваҡыт улар Нью-Йоркта бергә йәшәй[2]. 2000 йылдың сентябрендә Виктория ЭКСПО-2000-гә[3] биргән интервьюһында Коллерт менән мөнәсәбәттәрен рәсми рәүештә раҫлай, аҙағыраҡ король һарайы эргәһендәге Мәғлүмәттәр һәм матбуғат департаментының ул ваҡыттағы директоры Елизавета Таррас-Уолбергтан да ошондай раҫлау алына. Әммә тиҙҙән, 2001 йылда, улар айырылыша.

2002 йылдың майында Швецияның Expressen гәзите хәбәр итеүенсә, Виктория үҙенең шәхси тренеры Даниэль Вестлинг менән дуҫлаша. Әммә оҙаҡ ваҡыт был мөнәсәбәттәр күләгәлә ҡала, һәм ғашиҡтар камералар алдында күренергә тырышмай[4]. 2003 йылдың июлендә улар Викторияның яҡын әхирәте Каролина Крюгерҙың тыуған көнөн билдәләргә бергә килә[5].

2009 йылда уларҙың туйы тураһында имеш-мимештәр барлыҡҡа килә. Швецияның Тәхетте вариҫтарға ҡалдырыу тәртибе тураһындағы законы положениеларына ярашлы, Швеция принцессаһы йәки принцының никахын хөкүмәт раҫларға тейеш. Юғиһә принц йәки принцесса тәхеткә хоҡуғын юғалта. 2009 йылдың 24 февралендә рөхсәт алына, һәм туй 2010 йылдың 19 июнендә, принцесса ата-әсәһенең никахҡа инеүенең 34 йыллығында үткәрелә[6], Стокгольм соборындағы тантанала булған төрлө ил королдәре кешеләрен һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен дә индереп, туйҙа яҡынса 1200 ҡунаҡ ҡатнаша, ә туй банкеты Король һарайында үтә. Шулай уҡ бынан бер көн алда Стокгольм концерт залында яңы өйләнешеүселәргә арналған гала-концерт ҡуйыла. Кронпринцессаның сиркәүҙән замокҡа табан йүнәлгән туй кортежын ярты миллиондан ашыу кеше флагтар менән ҡаршылай. Туйҙан һуң Викторияның популярлығы арта һәм, социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, шведтарҙың 70 проценты уның яҡлы һәм ни бары 16 проценты ғына киләсәктә уның идара итеүен теләмәй.

2011 йылдың 17 авгусында швед короле һарайы принц Даниэль менән кронпринцесса Викторияның 2012 йылдың мартында балаларының тыуыуын көтөүе тураһында белдерә.

Виктория 2012 йылдың 23 февралендә, 34 йәшендә, ҡыҙы Эстелде таба, сабыйға Тәхетте вариҫтарға ҡалдырыу тәртибенә ярашлы Эстерготланд герцогиняһы титулы бирелә, һәм ул, тәхет вариҫы булараҡ, әсәһенән һуң икенсе урынды биләй.

2015 йылдың 4 сентябрендә швед короле һарайы, принц Даниэль һәм кронпринцесса Виктория 2016 йылдың мартында[7] үҙҙәренең икенсе балаһы тыуыуын көтә, тип иғлан итә. 2016 йылдың 2 мартында кронпринцессаның улы тыуа[8]. 2016 йылдың 3 мартында министрҙар кабинеты ултырышында яңы тыуған баланың исеме һәм титулы — Карл Оскар Улоф, герцог Скона[9] тип иғлан ителә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ил Дата Награда Литеры
 Швеция 14 июль, 1977[10] Дама ордена Серафимов LSerafO
 Швеция Дама королевского семейного ордена Карла XVI Густава
 Швеция 30 апрель, 1996 Памятная медаль к 50-летию короля Швеции Карла XVI Густава
 Швеция 16 сентябрь, 2013 Памятная медаль Рубинового юбилея короля Карла XVI Густава
 Швеция 30 апрель, 2016 Памятная медаль к 70-летию короля Швеции Карла XVI Густава
Башҡа илдәр наградалары
Ил Тапшырыу датаһы Награда Литеры
 Болгария Дама ордена «Стара планина» 1 класса
 Монако Офицер ордена Гримальди
 Франция Дама Большого креста Национального ордена «За заслуги»
 Япония Дама ленты ордена Хризантемы
 Япония Дама ордена Драгоценной короны 3 класса
 Норвегия 1995— Дама Большого креста ордена Святого Олафа
 Дания 14 июль, 1995[11] Дама ордена Слона R. af E.
 Эстония 11 сентябрь, 1995[12] Дама Большого креста ордена Креста земли Марии
 Литва 21 ноябрь, 1995[13] Дама Большого креста ордена Великого князя Литовского Гядиминаса
 Финляндия 1996— Дама Большого креста ордена Белой розы
 Австрия 1997— Дама Золотой звезды Почёта «За заслуги перед Австрийской Республикой»
 Бельгия 2001— Дама Большого креста ордена Леопольда I
 Германия 2003— Дама Большого креста ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»
 Иордания 2003— Дама Большой звезды ордена Возрождения
 Исландия 7 сентябрь, 2004— Дама Большого креста ордена Сокола
 Латвия 2005— Гранд-офицер ордена Трёх звёзд
 Малайзия 14 сентябрь, 2005— Великий командор ордена Защитника Короны SMN
 Бразилия 5 сентябрь, 2007— Дама цепи ордена Южного Креста
 Румыния 2003— Дама Большого креста ордена Звезды Румынии
 Греция 21 май, 2008— Дама Большого креста ордена Почёта
 Люксембург апрель, 2008— Дама Большого креста ордена Адольфа Нассау
 Эстония 18 ғинуар, 2011[14] Дама Большого креста ордена Белой звезды
 Тунис 4 ноябрь, 2015— Дама Большой ленты ордена Республики
 Чили 2016 Дама Большого креста ордена Заслуг

Генеалогик шәжәрәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
8. Король Густав VI Адольф
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
4. Принц Густав Адольф, герцог Вестерботтенский
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
9. Кронпринцесса Маргарита Коннаутская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
2. Король Карл XVI Густав
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
10. Принц Карл Эдуард
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
5. Принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
11. Герцогиня Виктория Аделаида Шлезвиг-Гольштейнская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
1. Кронпринцесса Виктория
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
12. Мориц Зоммерлат
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
6. Вальтер Зоммерлат
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
13. Эрна Вальдау
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
3. Королева Сильвия
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
14. Артур де Толедо
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
7. Алиса Зоммерлат
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
15. Элиса Норес Соарес
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]