Гетало Людмила Васильевна
Людмила Васильевна Гетало | |
Файл:Getalo LV.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Гетало Людмила Васильевна (1918 — 2007) — совет врач-эпидемиологы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 29 сентябрендә Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда Ростов медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлағандан һуң, Л. В. Гетало Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм ғәмәлдәге армияның медицина часына ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Л. В. Гетало Көньяҡ фронтта батальон табибы һәм 3-сө Белорус фронтында өлкән полк табибы булып хеҙмәт итә.
1944 йылдан алып — Новочеркасскта эвакуацион госпиталдә табип-ординатор һәм Краснодар крайында район санэпидемстанцияһында табип-эпидемиолог булып эшләй. 1947 йылдан Сахалин өлкәһе һаулыҡ һаҡлау бүлегенең эпидемияға ҡаршы секторы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1951 йылда Л. В. Гетало Липецк ҡалаһына күсеп килә һәм Липецк ҡала санэпидемстанцияһының эпидемиология бүлеге мөдире һәм Липецк өлкәһе һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш эпидемиологы итеп тәғәйенләнә. 1971 йылда РСФСР һаулыҡ һаҡлау министрлығы йөкләмәһе буйынса Л. В. Гетало Әстерхан өлкәһендә холера усағын бөтөрөүҙә ҡатнаша.
1971 йылдың 20 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, «өлгөлө хеҙмәте өсөн» Л. В. Гетало Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1978 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Гетало Людмила Васильевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Төп эшмәкәрлегенән тыш Л В. Гетало Липецк ҡалаһы халыҡ депутаттарының Правобережный район Советы депутаты, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының Липецк өлкә комитеты президиумы ағзаһы итеп һайлана.
1986 йылдан хаҡлы ялда. Липецк ҡалаһында йәшәй. 2007 йылда вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (23.10.1978)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.10.1978)
- Ленин ордены (23.10.1978)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.07.1971)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — М.: Медицина, 1988. — 200 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-225-00135-1.
- 29 сентябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр