Гинзбург Борис Соломонович
Борис Соломонович Гинзбург | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Гинзбург Борис Соломонович (28 март (9 апрель) 1895 йыл, Херсон губернаһы, Ингулец — 3 июнь 1974 йыл, Ҡазан) — совет санитар табибы, Татар АССР-ының һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1938—1940), медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1940)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1895 йылдың 28 мартында (9 апрелендә) йәһүдтәрҙең игенселек колонияһы Ингулецта (хәҙерге Украина биләмәһендә), Рәсәй империяһында тыуған[2].
1916 йылда Херсон земство фельдшер мәктәбен тамамлай, һуңынан Һарытау университетының медицина факультетына уҡырға инә, 1921 йылда ошо уҡыу йортон тамамлай. Санитар-табип дипломын алып, Һарытау ҡалаһының төрлө медицина учреждениеларында эшләгән. 1930 йылдан 1932 йылға тиклем Томск дәүләт медицина институтына декан итеп тәғәйенләнә. Унда доцент була[3].
1935 йылда Мәскәүҙә табиптарҙың белемен камиллаштырыу Үҙәк дәүләт институты директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1937 йылдан был институттың директоры, РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатында инструктор булып эшләй.
1938 йылда Татар АССР-ның Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. 1940—1941 һәм 1945—1952 йылдарҙа Ҡазан дәүләт институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта институттың базаһы булған 2-се балалар поликлиникаһын етәкләй. Шулай уҡ Ҡазан медицина институтында уҡыта[4].
1940 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, шул уҡ йылда профессор итеп һайлана[5].
Гинзбург 1953—1956 йылдарҙа Татарстан АССР-ның төрлө медицина учреждениеларында, 1956 йылда Чита дәүләт медицина институтының һаулыҡ һаҡлау курсы мөдире була, 1958 йылға тиклем ошо вазифала эшләй.
1974 йылдың 3 июнендә Ҡазанда вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау, балалар үлеме мәсьәләләре, халыҡҡа дауалау-иҫкәртеү ярҙамы ойоштороу буйынса хеҙмәттәр авторы[1].
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заразные болезни и как с ними бороться / М., 1925.
- Гинзбург Б. С. Суд над врачом медучастка [Дело заведующего Александровским медицинским участком врача Сергеева по обвинению его в бездеятельности и невнимательном отношении к своим обязанностям, повлекшем за собой громадную заболеваемость детей в этом участке]: Инсценировка / Б. С. Гинзбург; С предисловием наркома Н. А. Семашко. — М.: Издание Отдела охраны материнства и младенчества НКЗ, 1925. — 64 с.[6]
- Экспериментальные исследования и клинические наблюдения по вопросу о переходе антирахитического фактора от матери к ребёнку / Казань, 1940[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1].
Исемен мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Гинзбург Борис Соломонович.
- ↑ Гинзбург Борис Соломонович.
- ↑ Гинзбург Борис Соломонович.(недоступная ссылка)
- ↑ 90-летний юбилей кафедры общественного здоровья, экономики и управления здравоохранением Казанской государственной медицинской академии.
- ↑ Гинзбург Борис Соломонович.
- ↑ Гинзбург Б. С. Суд над врачом медучастка.
- ↑ Гинзбург Борис Соломонович.
- ↑ Список телефонов городской телефонной сети города Казани на 1938 год. — Казань, 1938. — 96 с.
- ↑ Министерство связи СССР. Список абонентов Казанской городской телефонной сети / сост. М. Н. Бондарюк; сост. М. М. Максимова; под ред. Л. С. Якушева. — Казань: Таткнигоиздат, 1954. — 244 с. — 10 000 экз.
- 9 апрелдә тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Персоналии по алфавиту
- Учёные по алфавиту
- Һарытау дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ҡазанда вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Медицина фәндәре докторҙары