Эстәлеккә күсергә

Ғирфанов Солтан Ғирфан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гирфанов Султан Гирфанович битенән йүнәлтелде)
Ғирфанов Солтан Ғирфан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 июль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Йыланлы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 март 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Йыланлы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены

Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (3 июль 1913 йыл — 31 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозының йылҡысылыҡ фермаһы мөдире. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).

Солтан Ғирфан улы Ғирфанов 1913 йылдың 3 июлендә Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында тыуған. Урта белемле.

Хеҙмәт юлын 1930 йылда Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозында башлай, унан һуң йылҡы көтөүсеһе булып эшләй. 1938 йылда колхоздың ялан ҡараусыһы бригадаһына бригадир итеп тәғәйенләнә. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында, 1941—1942 йылдарҙа — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронттан ҡайтҡандан һуң, тыуған колхозында, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ялан ҡараусылары бригадаһында бригадир булып эшләй. 1945—1946 йылдарҙа Дыуандағы бер йыллыҡ йылҡысылыҡ мәктәбендә уҡый, уны тамамлау менән, Солтан Ғирфан улын колхоздың йылҡысылыҡ фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.

Ветеринария, анатомия, физиология һәм ауыл хужалығында малдарҙы туҡландырыу өлкәһендәге нигеҙле белеме һөҙөмтәһендә, С. Ғ. Ғирфанов фермала хеҙмәтте оҫта ойоштора һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йылҡысылыҡты үҫтереүҙә юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшә. Ике йыл эсендә малдарҙың һаны ике тапҡырға арта. Йылҡыларҙы тәрбиәләү һәм ҡолон алыуҙа юғалтыуҙарға юл ҡуймауға ҡарап хеҙмәт хаҡы түләү, ай һайын зоотехник һәм ветеринар тарафынан тикшереү үткәреү ише яңы тәртип индерелә. Йылҡы малдарын ҡарауҙың санитар-гигиена шарттарына, уларҙы ашатыу рационына, малсылыҡ ҡорамалдары торошона айырым иғтибар бүленә. Йылҡысылыҡ фермаһындағы эштәрҙең оҫта ойошторолоуының һөҙөмтәһе булып, йылҡыларҙың һаны артыуы һәм ҡолон-тайҙарҙың именлегендәге юғары күрһәткестәр тора: С. Ғ. Ғирфанов етәкләгән фермала 1947 йылда 28 бейәнән 28 ҡолон алынған һәм үҫтерелгән.

1947 йылда юғары артымлы ауыл хужалығы продукттарын һатыуға мотлаҡ сығарыу планын үтәгәне һәм малсылыҡты үҫтергәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 27 июль Ҡарары менән С. Ғ. Ғирфановҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1949 йылда Киров исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана. 1954 йылда «Ҡыҙыл Урал» колхозында агроном булып эшләй,1966 йылда Йыланлы ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1971 йылда пенсияға сыға.

1989 йылдың 31 мартында вафат булған

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С.Ғ. Ғирфанов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Йыланлыла уның исеме ауылдың бер урамына бирелә, Герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  1. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 744808, д. 115, л. 32)ф. 33, оп. 744808, д. 115, л. 32)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 2491, л. 4, 116, 117)ф. 33, оп. 690306, д. 2491, л. 4, 116, 117)
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. ISBN 978-5-295-05228-6. Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов, т. 2. В-Ж. 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа..

Сергей Каргапольцев. Ғирфанов Солтан Ғирфан улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.