Голубков Николай Николаевич
Голубков Николай Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 апрель 1920[1] |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 9 август 1945 (25 йәш) |
Вафат булған урыны | Фуюань[d], Саньцзян[d], Маньчжоу-Го[d] |
Ерләнгән урыны | Хабаровск |
Һөнәр төрө | яугир |
Һуғыш/алыш | Совет-япон һуғышы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Голубков Николай Николаевич (25 апрель 1920 йыл — 9 август 1945 йыл) — СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының совет-япон һуғышында һәләк булған яугире. Йөҙөүсе зенит батареяһының отделение командиры, 1-се статья старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Николаевич Голубков 1920 йылдың 25 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Дмитриевка ауылында тыуған.
Урта белем алған, Абдуллино станцияһында «Заготзерно» контораһында эшләгән. 1940 йылда Николай Голубков СССР Хәрби-Диңгеҙ флотына хеҙмәткә саҡырыла. Уҡыу отрядынан һуң алыҫлыҡты үлсәүсе, Амур хәрби флотилияһы 67-се айырым артиллерия дивизионының радистар отделениеһы командиры, отделение командиры, һуңынан шул уҡ флотилияның «ПВО-1232» йөҙөүсе зенит батареяһы комендор-зенитсылар отделениеһының командиры булып хеҙмәт итә. Совет-япон һуғышында батырлыҡ күрһәтә[2].
1945 йылдың 9 авгусында Фуюань ҡалаһына десант барышында Голубковтың отделениеһы дзоттарҙа һәм ҡала биналарында урынлашып алған дошмандың көслө ҡаршылығына тап була. Голубков беренсе булып дошман дзотына барып инә һәм унда булғандарға гранаталар ташлай, әммә үҙе лә үлемесле яралана[3][4][5][6] СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 14 сентябрендәге Указы менән 1-се статья старшинаһы Николай Голубков үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[7]. Шулай уҡ Ленин ордены һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Карап экипажы исемлегенә мәңгелеккә индерелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Голубков Николай Николаевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Рядом находятся могилы контр-адмиралов Николая Николаевича Несвитского (1883—1945) и Неона Васильевича Антонова (1907—1948)
- ↑ Подвиг Народа|50633209|title=Указ Президиума Верховного Совета СССР|архив=ЦВМА|фонд=33|опись=3|дело=1|лист=1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Голубков Николай Николаевич 2020 йыл 4 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2020)