Горбунов Игорь Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горбунов Игорь Алексеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Ырымбур
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Горбунов Игорь Алексеевич (12 июль 1941 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игорь АлексеевичГорбунов 1941 йылда Ырымбур ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған[1] . Милләте буйынса рус[2]. Ленинградта урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә уҡырға килә.

1959 йылда 1-се һанлы Өфө техник училищеһын тамамлай, химик производстволары аппаратсыһы һөнәрен үҙләштерә һәм Өфө синтетик спирты заводында газ бүленеү цехында аппаратсы булып эшләй башлай. 19591961, 19661973 йылдарҙа Өфө химик заводында эшләй (1971 йылдан — лаборатория начальнигы).

1965 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1971 йылдан — Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.

Эш урындары: 1973 йылдан — партия эшендә. 19841989 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, 1989—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының ваҡытлы бюроһы рәйесе, 19901991 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары.

1990 — 1991 йылдарҙа — КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы. КПСС-тың бөтөрөлөүе сәбәпле 1991 йылдан партия эшен ҡалдыра. 1991—1996 йылдарҙа һәм 2002 йылдан алып коммерция банктарында, 1996—2002 йылдарҙа ААЙ «Башкирнефтепродукт»та эшләй.

Горбунов Игорь Алексеевич — Башҡортостанда һуңғы КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Библиотека - Люди и книги. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 февраль 2013. 11 февраль 2013 тикшерелгән.
  2. Библиотека — Люди и книги

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]