Гориневская Валентина Валентиновна
Гориневская Валентина Валентиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1882 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 сентябрь 1953 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Гориневский, Валентин Владиславович[d] |
Һөнәр төрө | табип, хирург |
Эшмәкәрлек төрө | хирургия[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гориневская Валентина Валентиновна (1882—1953) — ватан травматологияһына нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1943)[1], медицина хеҙмәте полковнигы[2]. 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентина Валентиновна Гориневская 1882 йылда Санкт-Петербургта профессор В. В. Гориневский ғаиләһендә тыуған.
1908 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтын тамамлай Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Көнбайыш фронттың хирургия госпиталендә эшләй.
1920 йылда Һамарҙа дәүләт университеты базаһында дөйөм хирургия кафедраһы ойошторола, кафедра мөдире итеп шул уҡ ваҡытта билдәле булған рус травматологы Валентина Валентиновна Гориневская тәғәйенләнә. Фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса Гориневская тарафынан студенттарҙың ғилми түңәрәктәре ойошторола, 1923 йылда ул медицина факультетында студенттарҙың ғилми йәмғиәте була.
1925 йылда Мәскәүҙә ҡайта һәм 1931 йылда Мәскәүҙә Дауалау-протез институтында травматология бүлегенең мөдире була. 1932 йылда Гориневская Н.В. Склифософский исемендәге ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтының травмотология бүлегенең беренсе мөдире була, уны 1939 йылға тиклем етәкләй. Бер үк ваҡытта табиптарҙың белемен камиллаштырыу Үҙәк институтында травматология кафедраһын етәкләй һәм Мәскәү институттарында уҡыта. 1936 йылда ҡайһы бер һөйәк һыныу билдәләрен һүрәтләй, уны «Гориневская симптомы» тип атайҙар.[3]
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында В.В. Гориневская Ҡыҙыл Армияның Баш хәрби-санитар идаралығы инспекторы-консультанты була, еңел яралылар өсөн госпиталь ойоштора. 1945 йылда «Советская женщина» журналында уның тураһында «Хирург на фронте» мәҡәләһе баҫылып сыға. 1944 йылда сыҡҡан уның «Комплексное лечение в госпиталях для легкораненых» монографияһы баҫылып сыға.[4] 1953 йылға тиклем табиптарҙың белемен камиллаштырыу Үҙәк институты янындағы хәрби-медицина факультетының хәрби-ялан хирургияһы кафедраһын етәкләй.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Мемориальная доска на Новодевичем кладбище |
1957 йылдың 25 сентябрендә Мәскәүҙә була. Новодевичье зыяратында, атаһы һәм апаһы Вероника менән йәнәш ерләнә.[5]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гориневская Валентина Валентиновна;(недоступная ссылка).Дата обращения 6 мая 2015.
- ↑ Гориневская Валентина Валентиновна 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Гориневской Симптом
- ↑ ГОРИНЕВСКАЯ Валентина Валентиновна 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Колумбарий Новодевичьего кладбища — Гориневские
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кнопов М. Ш., Тарануха В. К. Видный отечественный травматолог: (К 130-летию со дня рождения профессора В. В. Гориневской) // Вестник травматологии и ортопедии. — 2011. — № 4. — С. 87-90.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рассказываем о самарских врачах — Валентина Валентиновна Гориневская 2017 йыл 6 декабрь архивланған.
- 1882 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 25 сентябрҙә вафат булғандар
- 1953 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Полковниктар (СССР)
- СССР ғалимдары
- Хирургтар
- Профессорҙар