Грибанова Антонина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грибанова Антонина Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй
Һөнәр төрө портной

Грибанова Антонина Сергеевна (9 февраль 1932 йыл — 5 март 1999 йыл) — СССР-ҙың еңел сәнәғәт алдынғыһы. Горький өлкәһенең Горький ҡалаһындағы РСФСР Еңел сәнәғәт министрлығына ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар кейемен тегеүсе «Маяҡ» производство берекмәһенең мотористкаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антонина Сергеевна Грибанова 1932 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһында тыуған.

1947 йылда, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1-се тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемен тегеү буйынса тегенсе-мотористка булып эшләй башлай.

1964 йылда уға юғары 5-се разряд, ә 1968 йылда «Оҫта — алтын ҡулдар» тигән маҡтаулы исем бирелә.

1971 йылдың 5 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына менән Грибанова Антонина Сергеевнаға кейем тегеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1974 йылда ул «Һөнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр» исемен яулай, ә 1978 йылда — «Иң яҡшы тәрбиәсе-остаз» исеменә лайыҡ була. 29 йыл фабрикала эшләгәндән һуң, ул 8-се һөнәрселек училищыһына тегеү оҫталығына өйрәтеүсе уҡытыусы булып күсә.

Горький ҡала Ссоветы депутаты була.

1995 йылда хаҡлы ялға сыға[1].

Тыуған ҡалаһында йәшәй. 1999 йылдың 5 мартында вафат була. Афонин зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (05.04.1971)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы]] (05.04.1971)
  • Ике Ленин ордены (09.06.1966, 05.04.1971)
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Антонина Грибанова (латыш.). timenote.info. Дата обращения: 14 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]