Эстәлеккә күсергә

Гришин Евгений Романович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гришин Евгений Романович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 23 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Тула, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 9 июль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] (74 йәш)
Вафат булған урыны Дедовск, Истринский район[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө конькобежец, трековый велогонщик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Масса 78 килограмм[3]
Спорт төрө Конькиҙа йүгереү спорты[4][5] һәм трековый велоспорт[d]
Спорт дисциплинаһы бег на коньках на классической 400 м дорожке[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1968[d], Зимние Олимпийские игры 1964[d], speed skating at the 1956 Winter Olympics – men's 500 metres[d], speed skating at the 1960 Winter Olympics – men's 500 metres[d] һәм speed skating at the 1956 Winter Olympics – men's 1500 metres[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 174 сантиметр[3]
 Гришин Евгений Романович Викимилектә

Гришин Евгений Романович (23 март 1931 йыл — 10 июль 2005 йыл[6]) — СССР спортсыһы, конькиҙа уҙышыусы һәм велосипедта ярышыусы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1952) һәм атҡаҙанған тренеры (1973). Тула ҡалаһының почётлы гражданы.

Конькиҙа тиҙлеккә йүгереү буйынса (СССР-ҙа ирҙәр араһында конькиҙа йүгереү буйынса иң яҡшы ҡаҙаныш) дүрт тапҡыр олимпия чемпионы (1956 йыл, Кортина д' Ампеццо, һәм 1960 йыл Скво-Вэлляи, — ике тапҡыр 500 м һәм 1500 м). 1964 йылда — Инсбрукта Олимпиадала 500 метрға көмөш миҙал. 1968 йылда — 500 метрға 4-се урын. Ҡыҫҡа дистанцияла донъя рекордсмены — 500 метрға (1956—68), 1000 метрға (1955—67), 1500 м (1955—59). 1956 йылда Европаның абсолют чемпионы. Донъя чемпионатында айырым дистанцияларҙа донъя чемпионаты еңеүсеһе (1963 йылда һуңғы тапҡыр Каруидзавта).

Конькиҙа уҙышыу буйынса спорт төрө үҫешмәгән Тулала тыуған. Башта күберәк велосипед спорты менән шөғөлләнгән, конькиҙа ҡышҡы осорҙа күнекмәләр сифатында ғына йүгергән. 1947 йылда, юниорҙар араһында конькиҙа уҙышыу буйынса СССР беренселегендә рекорд ҡуя, шунан һуң конькиҙа уҙышыу спорты менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә. 1950—51 йылдарҙа конькиҙа уҙышыусы- белгес сифатында Алматы янындағы Медео һырғалағын төҙөүҙә ҡатнаша.

1951—52 йылдарҙа СССР-ҙа иң яҡшы велосипедсы-трексы була, Хельсинки ҡалаһындағы XV Олимпия уйындарында СССР йыйылма командаһы составында була (һуңғы һайлап алыу турын үтмәү сәбәпле ярыштарҙа сығыш яһамай), һуңынан көсөргәнеш эҙемтәләре арҡаһында велоспортты ҡалдырырға мәжбүр була һәм конькиҙа уҙышыу спортында ғына ҡала.[7].

Спринтта белгес булараҡ, Гришин классик күпбәйге буйынса СССР һәм донъя чемпионатында бер тапҡыр ҙа еңеү яуламай (спринт күпбәйгеһендә һәм айырым дистанцияларҙа донъя чемпионаты ул йылдарҙа үткәрелмәй), әммә был чемпионаттарҙа 50-се йылдар аҙағынан алып 60-сы йылдар башына тиклем 1500 һәм 500 метрға ярыштарҙа өҫтөнлөк ала. СССР чемпионатында еңеүҙәре: 500 метрға: 1956—57, 1959, 1961—65, 1967; 1500 метрға.: 1957, 1962, 1967. Донъя чемпионатында 500 метрға еңеүҙәре: 1954[no], 1957[no], 1960—63.

1956 йылғы Кортина д’Ампеццола Оолимпия уйындарында Гришин 500 м һәм 1500 метр дистанциялағы ярышта еңеүсе була. 500 метрға донъя рекордын ҡабатлай һәм 1500 метрға донъя рекордын яңырта.

1960 йылда Скво-Вэллила Олимпия уйындарында йәнә 500 м һәм 1500 м дистанцияла еңеп сыға.

1963 йылдың ғинуарында Гришин 500 метр аралыҡта 39,5 секунд менән сираттағы донъя рекордын ҡуя, рекорд биш йыл һаҡлана. 1964 йылғы Олимпиада алдынан күнекмәләр ваҡытында бер нисә тапҡыр 38,5 секундҡа йүгерә[8].

Инсбруктағы Олимпия уйындарында (1964) 500 метрға фаворит була. Бер версия буйынса, конькиҙарҙы ҡайрауҙа ҙур овал яһап, хата ебәрә[9]. Гришиндың үҙенең версияһы буйынса, овалдың тупаҫланыуы старт алдынан була, ул ҡонькийы менән һырғалаҡта ҡом бөртөгөнә барып төртөлә[7]. Һөҙөмтәлә һул коньки бөтөнләй тиерлек боролмай. Йүгергәндә Гришин саҡ йығылмай ҡала. Шул мәлгә Гришин насар ваҡыт күрһәтә — 40,6 секунд, әммә тик американлы Терри Макдермотт ҡына уны уҙып китә, ә конькиҙа уҙышыусы совет спортсылары Владимир Орлов һәм норвег Алв Гьестванг Гришиндың ваҡытын ҡабатлап, уның менән көмөш миҙалды бүлешә.

Гришин Инсбруктан һуң, спринтер өсөн ярауһы уҡ өлкән йәштә булһа ла, күнекмәләрҙе дауам итергә ҡарар итә, сөнки еңелеүсе булып китергә теләмәй.

1968 йылғы Гренобль ҡалаһындағы Олимпия уйындарында 500 метрға ярышта 37 йәшлек Гришин 4-се урынды алып, пьедесталға эләкмәй.

1968 йылғы СССР-Норвегия уйындарында спорт карьераһы тамамланыуға тиклем 1966 йылда тренер булып эшләй башлай. 60—80 йылдарҙа СССР-ҙың бер нисә төп спринтеры менән күнекмәләр үткәрә, шул иҫәптән 1972, 1976 йылғы СССР-ҙың олимпия командаһын әҙерләй.

1962 йылдан КПСС ағзаһы

Евгений Гришин портреты менән Рәсәй банкы иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һум, көмөш, 2012 йыл
Рәсәй почта маркаһы, 2013 йыл
Дистанция Ваҡыты Дата Урын
1 1500 м 2.09,8 1955 йыл

10 ғинуар

Медео
2 1000 м 1.22,8 1955 йыл

12 ғинуар

Медео
3 500 м 40,2 1956 йыл

22 ғинуар

Мизурина
4 500 м 40,2 1956 йыл

28 ғинуар

Мизурина
5 1500 м 2.08,6 1956 йыл

30 ғинуар

Мизурина
6 500 м 39,6 1963 йыл

27 ғинуар

Медео
7 500 м 39,5 1963 йыл

28 ғинуар

Медео

1959 йылда 1952 йылғы парлы шыуыуҙа СССР чемпионы Марина Гранаткинаға өйләнә. XX быуаттың 70-се йылдар аҙағында айырылышалар. Никахтан — ҡыҙы Елена.

Бер нисә автобиографик китап авторы:

  • 500 метров (1969)
  • Или — или (1976)
  • Годы триумфальных побед (1999)
  • Такое не забывается (2001)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]