Громаков Владимир Яковлевич
Громаков Владимир Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1935 |
Тыуған урыны | Новошахтинск, Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 22 май 2023 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Ростов дәүләт төҙөлөш университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Громаков Владимир Яковлевич (22 август 1935 йыл, Ростов өлкәһе Новошахтинск ҡалаһы) — «Салаватстрой» тресының баш инженеры, идарасыһы (1967—1971), «Главбашстрой» идара начальнигы, БАССР Профсоюздарының өлкә комитеты рәйесе (1988—2002). Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Громаков Владимир Яковлевич 1935 йылдың 22 авгусында Ростов өлкәһенең Шахтинск ҡалаһында тыуған
1960 йылда Дондағы Ростов инженер-төҙөлөш институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң 1960 йылдан 1977 йылға тиклем «Салаватстрой» тресында мастер, прораб, өлкән прораб булып эшләй, 1967 йылдан — баш инженер, төҙөлөш идаралығы начальнигы, баш инженер, 1971 йылдан — трест идарасыһы;[1]. 1977—1988 йылдарҙа — «Главбашстрой» идаралығы начальнигы; 1988—2002 йылдарҙа — БАССР профсоюздарының өлкә комитеты рәйесе.
Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш үҫешенә ҙур өлөш индерә. В. Я. Громаков етәкселегендә Белорет металлургия комбинаты корпустары, Газпром Нефтехим Салауат, Салауатбыяла, Өфөнефтехим, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлә.
Уның етәкселеге аҫтында профсоюздарҙың республика комитеты хеҙмәт коллективтарының иҡтисади һәм социаль үҫешенә булышлыҡ итә, профсоюз ағзаларының социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса беренсел профсоюз ойошмаларының эшмәкәрлеген координациялай яҡлау буйынса координация социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен профсоюз ағзалары.
Өфө ҡалаһында йәшәй
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985).
Ленин ордены (1981), Октябрь Революцияһы ордены (1974), миҙалдар меннә бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киреев Н. М. Мы построили город в степи. Уфа, 1998. Башкирское книжное издательство «Китап», тир. 1500 экз. ISBN 5-295-02628-0
- Попов В. Л. По долгу совести. Казань, 2012, ОАО «ТАТМЕДИА» «Идел-Пресс».
- Башкирская энциклопедия, т. 2. Уфа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Руководители треста Салаватстрой Архивная копия от 12 сентябрь 2012 на Wayback Machine
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энциклопедия Урала 2019 йыл 3 ноябрь архивланған.
- 22 августа тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- Ростов өлкәһендә тыуғандар
- 22 майҙа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүселәре
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Салауат