Громов Александр Петрович (Социалистик Хеҙмәт Геройы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Громов Александр Петрович (Социалистик Хеҙмәт Геройы)
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 29 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ярославль губернаһы[d], Рыбинск өйәҙе[d], Котово[d]
Вафат булған көнө 1987
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Волгоград өлкәһе, Волжский
Һөнәр төрө слесарь
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Александр Петрович Громов (29 март 1913 йыл1987 йыл) — Өфө моторҙар эшләү заводы слесары. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Петрович Громов 1913 йылдың 29 мартында Ярославль өлкәһе Рыбинск районының Котово ауылында тыуа.

Башланғыс белемгә эйә була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводында башлай.

1935-1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1937 йылда заводҡа ҡайтып, слесарь-йыйыусы булып эшләй. 1941 йылдың декабрендә эвакуацияланғандан һуң Өфө моторҙар заводында эшләй.

Предприятиела оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә А. П. Громов изделиеларҙы йыйыуҙы камил үҙләштерә, ул йыйған продукция юғары сифаты менән айырылып тора һәм бер дәғүәһеҙ ҡабул ителә. Тәүгеләрҙән булып реактив авиация двигателдәрен йыйыуҙы үҙләштерә. Заводта уға беренселәрҙән булып «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеме бирелә.

Ҙур эш тәжрибәһен А. П. Громов йәш эселәр менән бүлешә, 50-гә яҡын слесарь-йыйыусыны оҫталыҡҡа өйрәтә.

1959-1965 йылдарҙа планды үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары һәм яңы техника булдырғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 июлендәге указы менән А. П. Громовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1976 йылда хаҡлы ялға сыға.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының етенсе саҡырылышы депутаты (1967-1971).

1987 йылдың июлендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. П. Громов исеме Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең почет китабына индерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]