Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы
Гөлфиә Янбаева | |
Исеме: |
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева |
---|---|
Тыуған көнө: |
16 октябрь 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналистика |
Ижад йылдары: |
1976 — |
Йүнәлеше: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006), Рәми Ғарипов исемендәге премия. |
Наградалары: |
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) |
Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары булды. 2019 йылдан Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Халыҡтар дуҫлығы (2023) һәм Салауат Юлаев (2019) ордендары кавалеры.
Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы[2] Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.
2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгрессы) башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
- Республика «Ағинәй» ҡоро етәксеһе[4].
- 20198 йылдың 14 майынан Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[5].
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылап сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булған[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2023)[7]
- Салауат Юлаев ордены (2019)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
- Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия.
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2012)[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Киске Уфа 2016 йыл 9 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ В Уфимской городской башкирской гимназии № 20 состоялся Курултай башкир Советского района
- ↑ Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайын Гөлфиә Янбаева етәкләй (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- ↑ Профессионализм и яркий талант в одном человеке 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ В День народного единства Глава Башкирии вручил государственные награды. ИА «Башинформ», 4 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2023)
- ↑ glavarb.ru/rus/dokumenti/spisok%2030.12.doc
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- Алфавит буйынса журналистар
- 16 октябрҙә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Башҡортостан журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Киске Өфө» гәзите баш мөхәррирҙәре