Гусев ауыл Советы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гусев ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Иҫке Гусев
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Гусев ауыл Советы — Баҡалы районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибындағы). Почта индексы — 452656. Код ОКАТО — 80207816000. Иҫке Ҡорос ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Ауыл Советының составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Гусев ауылы, Балсыҡлы, Мунса-Йылға, Яңы Гусев, Яңы Останков ауылдары инә был ауыл Советына. 2006 йылға тиклем Николаевка ауылы ла уның составында була (Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 21 июнендәге 329-з һанлы «Яңы тораҡ пункттарын булдырыу, уларҙы берләштереү, бөтөрөү һәм статустарын үҙгәртеү, административ үҙәктәрен күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, ст. 9).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Ҡайһы бер ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п.6) е) түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Иҫке Ҡорос, Гусев һәм Килкабыҙ ауыл Советтарын берләштерергә, админитратив үҙәкте Иҫке Ҡорос ауылында ҡалдырып, ауыл Советы атамаһын

«Иҫке Ҡорос» тип ҡалдырырға.

Иҫке Ҡорос ауыл Советы составына Гусев ауыл Советының Иҫке Ҡорос, Балсыҡлы, Мунса-Йылға, Яңы Гусев, Яңы Останков ауылдарын, Килкабыҙ ауыл Советының Килкабыҙ, Ҡорос-Ҡаран ауылдарын индерергә.
Иҫке Ҡорос ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Гусев һәм Килкабыҙ ауыл Советтарын алып ташларға.

2008 йылға тиклем Гусев ауыл Советы түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Михайловка ауыл Советы, Шаран һәм Саҡмағош райондары («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]