Ҡаҙансы ауыл Советы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаҙансы ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Ҡаҙансы
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ҡаҙансы ауыл Советы — Баҡалы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452651. ОКАТО коды — 80207822000. Иҫке Кәстәй ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл советы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙансы, Весёлая Поляна, Фёдоровка, Юрмый ауылдары.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1987 йылда Ҡаҙансы ауыл Советынан Иҫке Әзмей ауыл Советы бүленеп сыға 4 н.п. (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 11.12.1987 N 6-2/478-се «Баҡалы районының Иҫке Әзмей ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указы).

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

1. Баҡалы районында Иҫке Әзмей ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Иҫке Әзмей ауылында урынлаштырырға.

2. Иҫке Әзмей ауыл Советын составына түбәндәге тораҡ пункттарын индерергә: Галиуллинка ҡасабаһын, Нарат-Соҡор, Николаевка һәм Иҫке Әзмәй ауылдарын, Был ауылдарҙы Баҡалы районының Ҡаҙансы ауыл Советы составынан сығарырға.

3. Иҫке Әзмей ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 6). Баҡалы районы буйынса а) түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ–территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
д) «Иҫке Кәстәй» атамаһын һаҡлап, Иҫке Кәстәй һәм Ҡазансы ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Иҫке Кәстәй ауылында урынлаштырырға.

Ҡаҙансы ауыл Советының Ҡаҙансы, Весёлая Поляна, Фёдоровка, Юрмый ауылдарын Иҫке Кәстәй ауыл Советы составына индерергә.
Иҫке Кәстәй ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Ҡаҙансы ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылда түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Яңы Урсай ауыл Советы, Иҫке Әзмей ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]