Эстәлеккә күсергә

Яңы Маты ауыл Советы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Маты ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Яңы Маты
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Яңы Маты ауыл Советы  — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәҙе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452673. ОКАТО колы — 80207843000. Иҫке Маты ауыл Советы (Баҡалаы районы) менән берләштерелгән.

Ауыл советының составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Маты ауылы — административ үҙәк, Ворсинка, Красная Горка, Мулланур, Петровка ауылдары[1].

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п.6). Баҡалы районы буйынса ж) түбәндәге юлдар бар[2]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
«Иҫке Маты» атамаһын һаҡлап, Иҫке Маты һәм Яңы Маты ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Иҫке Маты ауылында урынлаштырырға. — Яңы Маты ауыл Советының Яңы Маты, Ворсинка, Красная Горка, Мулланур, Петровка ауылдарын Иҫке Маты ауыл Советы составына индерергә. —
Иҫке Маты ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға
 — Яңы Маты ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Иҫке Маты ауыл Советы, Туктағол ауыл Советы, Яңы Катай ауыл Советы , Илеш районы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»[3])[4].