Густомясова Валентина Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Густомясова Валентина Семёновна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1925
Тыуған урыны Рәсәй, Дағстан
Вафат булған көнө 6 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы

Густомясова Валентина Семеновна (7 декабрь 1925 йыл — 6 декабрь 1996 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы.Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентина Семеновна Густомясова 1925 йылдың 7 декабрендә Дағстан АССР-ының Кизляр районының Александрийская станицаһында тыуған.

1939 йылда Александрийский урта мәктәбендә ете класты тамамлағандан һуң Кизляр районы «Горький» совхозында хеҙмәт юлын башлай — башта ябай эшсе, артабан полевод, дөгө үҫтереү бригадаһы звеньевойы, ырҙын табағы мөдире була.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас һәм немец ғәскәрҙәре Грозный ҡалаһына яҡынлашҡас, В С. Густомясова оборона ҡоролмалары төҙөүгә мобилизациялана, Гудермес ҡалаһы һәм Брагун ауылы янында окоптар ҡаҙыуҙа ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа В. С. Густомясова Кизляр районының баҫыуҙарын һуғарыу өсөн һыуы ҡулланылған Терек йылғаһын ҡул көсө менән таҙартыу буйынса эштәрҙә үҙ теләге менән ҡатнаша. 1960-сы йылдарҙа бындағы дөгө баҫыуҙарында инженер ҡоролмалары төҙөлә һәм ҙур майҙандарҙа дөгө күпләп үҫтерелә башлай. Ошо ваҡыттан алып В. С. Густомясова дөгө үҫтереүсе бригаданың звено етәксеһе булып эшләй. 1970-се йылдар уртаһынан алып уның звеноһы дөгөнән ҙур уңыш үҫтереп ала. Әгәр ҙә Кизляр районының алдынғы дөгө үҫтереү звенолары планда ҡаралған гектарынан 35 центнер уңыш урынына йыл һайын 40-42 центнер дөгө үҫтереп алһа, В. С. Густомясова звеноһы гектарынан 60-65 центнер уңыш ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указына ярашлы «ҙур уңыштар, игенселек һәм малсылыҡ продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыуҙың биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн» Валентина Семеновна Густомясова «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрь Указына ярашлы «хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» Густомясова Валентина Семеновна икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.

1990 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем ул совхозда ырҙын табағы мөдире булып эшләй. Төп эшмәкәрлегенән тыш В. С. Густомясова Дағстан АССР-ы Юғары Совет депутаты, халыҡ депутаттарының Кизляр район һәм Кизляр ауыл Советтары депутаты итеп һайлана, КПСС-тың Дағстан өлкә комитетының ағзаһы була.

1996 йылдың 6 декабрендәә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (8.04.1971)
  • Ленин ордены (8.04.1971, 7.12.1973)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Кизляр ҡалаһының почетлы гражданы (1995)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2010 йылда В. С. Густомясова хөрмәтенә Александрийский станицаһының бер урамына уның исеме бирелә.