Эстәлеккә күсергә

Гөлйемеш (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гөлйемеш — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Гөлйемеш — сәскә исеменән алынған[1].

Гөлйемеш сәскәһе
« Иғтибарлыраҡ ҡараһаң, һәр ғаиләлә хәҙер ҙә исем атауҙың бер системаһы һаҡланып килә. Әйтәйек, сәскә исемдәре: Роза,Ләлә,Гөлйемеш, Миләүшә, Аөсәскә [2].

»

Садыҡова Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы — Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Баязитова Гөлйемеш Миңлеғәле ҡыҙы (9 ноябрь 1996 йыл) — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының IV курс студенты, “Башҡортостан” Телерадиокомпанияһында “Ашҡаҙар” радиоһының тауыш режиссеры булып эшләй, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

Башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Әкрәм Вәлиҙең “Май ямғыры” (1958) һәм “Гөлйемеш сәскәһе” (1963) романдарын үҙ эсенә алған дилогияһы 19501960‑сы йылдарҙағы ауыл тормошона арналған.

Мөлөкөв Булат Рәжәп улы «Сәскә атты гөлйемеш» шиғырҙар йыйынтығы (Өфө «Китап» — 2019)

Фәүзиә Ҡотлогилдинә «Гөлйемеш» шиғыры:

« Тыуған яҡ туғайҙарында

Күкрәп үҫә бер емеш,
Ҡырағай раузаға оҡшаш -
Сәнескеле гөлйемеш.

»

Гөлйемеш (диалекттарҙа әлморон, этморон, рус. Шипо́вник ма́йский, лат. Rósa majális) — бейеклеге ике метрға етә алған ҡыуаҡ. Майҙың икенсе яртыһында һәм июндә алһыу төҫтәге сәскә ата, емеше август- сентябрь айҙарында өлгөрә. Гөлйемеш йылға буйҙарында, урман ситендә, ағас ҡырҡылған урында, йырғанаҡтарҙа, әрәмәлектә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.

Гөлйемеш ҡаяһы — Байназар ауылын үтеп, Суҡы тауының Мораҙым юлына ҡарап торған текә мороно.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ