Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлфиә Янбаева битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гөлфиә Янбаева
UfaForum 2017 Ufa 09.jpg
Исеме:

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева

Тыуған көнө:

16 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Маҡар районы[1] Ҡанаҡай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1976 —

Йүнәлеше:

гәзит һәм журнал

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006), Рәми Ғарипов исемендәге премия.

Наградалары:

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме (1997), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2012)[2]

Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.

Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы[3] Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Holiday Bashkir national costume 82.jpg

1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.

2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылап сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булған[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]