Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Дамир Жәүәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дамир Жәүәт улы Вәлиев битенән йүнәлтелде)
Вәлиев Дамир Жәүәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Ижтимағи фәлсәфә
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт юридик университеты[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]

Вәлиев Дамир Жәүәт улы (2 ғинуар 1940 йыл — 28 май 2002 йыл) — башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).

Дамир Жәүәт улы Вәлиев 1940 йылдың 2 ғинуарында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылында тыуған.

1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.

1970 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1986—1987 йылдарҙа — тарих факультеты деканы.

2002 йылдың 28 майында Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим-философтың фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостаның йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. Ул 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Дамир Вәлиев «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡтары партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.

  • Этика. Уфа, 2004;
  • История башкирской философской и общественно-политической мысли; основные тенденции развития. Уфа, 2010;
  • Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 2010.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990)