Эстәлеккә күсергә

Дана Мазалова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дана Мазалова
чех Dana Mazalová
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Чехия
 Чехословакия[1]
Тыуған көнө 18 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Свитави[d]
Вафат булған көнө 4 сентябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Прага, Чехия
Һөнәр төрө журналист, хоҡуҡ яҡлаусы
 Дана Мазалова Викимилектә

Дана Мазалова (чех Dana Mazalová; 18 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1], Свитави[d]4 сентябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (65 йәш), Прага) — чех хоҡуҡ һаҡлаусыһы, публицист, журналист, чех телевидениеһы мөхәррире, СССР-ҙа махсус хәбәрсе булып эшләгән[2].

Дана Мазалова 1954 йылда Чехословакияла Свитави ҡалаһында тыуған. Юғары белемде Прагала Карл университетының юридик факультетында ала. Чех теленән тыш, урыҫ, словак, инглиз телдәрендә һөйләшә.

Чех «Mladá fronta DNES» гәзитендә журналист булып эшләй[3][4], һуңынан СССР-ҙа Чехословакияла «Prostor» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була, элекке СССР-ҙың ҡыҙыу нөктәләренән — Грузия, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һәм Әрмәнстандан репортаждар яһай. Һуңынан Рәсәйҙә Беренсе каналда чех телевидениеһының хәбәрсеһе булып эшләй. Шулай уҡ «Svobodné slovo» гәзитендә эшләй[5] һәм «Respekt» журналында баҫыла[6].

Әзербайжандың элекке президенты Аяз Муталибовтың Ходжалы ваҡиғалары тураһында билдәле интервьюһы авторы, ул 1992 йылда «Независимая газета» гәзитендә баҫылып сыға[7]. 1992 йылда Таулы Ҡарабах ваҡиғаларын яҡтыртҡаны өсөн Krepelka Чех Әҙәби фондының лауреаты була[8].

2020 йылдың 4 сентябрендә Прагала вафат була.

Советтар Союзы тарҡалыуы ваҡытында Дана Мазалова СССР-ҙа Чехословакия киң мәғлүмәт сараларының хәбәрсе пункттарын етәкләй, ул Ҡарабах хәрәкәте һәм Ҡарабах ваҡиғаларын (Әрмәнстан, Әзербайжан)[9][10], Грузияла граждандар һуғышын, Фирғәнәнән төрөктәрҙең ҡыуылыуын (Үзбәкстан), Ош ваҡиғаларын (Ҡырғыҙстан) яҡтырта. Әрмәнстанға тәүге тапҡыр 1982 йылда бара, һуңғараҡ Таулы Ҡарабахтағы ваҡиғалар тураһында күп мәҡәләләр яҙа. «Страна под Араратом» документаль фильмының (1988 йылда Әрмәнстандағы ер тетрәү тураһында, режиссеры Милан Марышка) авторы булып тора[11][12].

  1. 1,0 1,1 1,2 Evidence zájmových osob StB
  2. ORER.eu - Opustila nás přítelkyně arménského národa, česká novinářka Dana Mazalová. orer.eu. Дата обращения: 29 января 2021.
  3. PressReader.com - Издания со всего мира.www.pressreader.com.Дата обращения: 21 января 2021.
  4. Dana Mazalová.iDNES.cz.Дата обращения: 22 января 2021.
  5. 28. prosinec, čtvrtek | Demokratická revoluce 1989.www.89.usd.cas.cz.Дата обращения: 21 января 2021.
  6. Týdeník Respekt • www.respekt.cz. Dana Mazalová. Týdeník Respekt. Дата обращения: 21 ғинуар 2021.
  7. Дана Мазалова: Правда Ходжалы должна восторжествовать.Новое Время.Дата обращения: 26 октября 2020.
  8. Умерла журналистка Дана Мазалова, освещавшая события в Арцахе во время войны.Армянский музей Москвы и культуры наций.Дата обращения: 26 октября 2020.
  9. Hearing on Karabakh Held at European Parliament (англ.). Armenian National Committee of America (19 November 2015). Дата обращения: 1 апреля 2021.
  10. CONFERENCE : 'Journalists' Eyewitness Accounts on Armed Conflicts: the Case of Nagorno-Karabakh' – 17/11 (англ.). Armencom.be. Дата обращения: 1 апреля 2021.
  11. Stepan Klos. Dokumentarista s přidanou hodnotou | JAROMÍR ŠTĚTINA (чешск.). Дата обращения: 21 января 2021.
  12. Jeden svět 09 Pardubice / Mezinárodní festival dokumentárních filmů o lidských právech - PDF Stažení zdarma (чешск.). docplayer.cz. Дата обращения: 21 января 2021.