Эстәлеккә күсергә

Дауытов Рөстәм Хәзит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дауытов Рөстәм Хазит улы битенән йүнәлтелде)
Дауытов Рөстәм Хәзит улы
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Германия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Германия[1]
Тыуған көнө 28 ноябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2] (59 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө шахматсы, игрок в покер
Шахматный титул гроссмейстер[d][1], халыҡ-ара мастер[d][1] һәм шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d]
Спорт төрө шахмат[1]
Эло рейтингы 2570[3]
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1996[d][4], Шахматная олимпиада 1998[d][4], Шахматная олимпиада 2000[d][4], Шахматная олимпиада 2002[d][4] һәм Шахматная олимпиада 2004[d][4]
 Дауытов Рөстәм Хәзит улы Викимилектә

Дауытов Рөстәм Хәзит улы (28 ноябрь 1965 йыл) — спортсы. СССР һәм Германия шахматсыһы. 1996 йылдан Германия йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара гроссмейстеры (1989). Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының көмөш (Истанбул, 2000), Европа чемпионатының бронза (1999) призёры. СССР Ҡораллы Көстәре (1986) һәм үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1983).

Рөстәм Хәзит улы Дауытов 1965 йылдың 28 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Үҫмерҙәр араһында бер нисә СССР чемпионатында (1983 йылда чемпион) һәм Бөтә союз йәш мастерҙар турнирында ҡатнаша. Халыҡ-ара ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләре:

  • Дрезден (1986—1988),
  • Галле-Нойштадт (өҫтәмә турнир, 1987) һәм Потсдам (1988) — 1-се урын;
  • Росток (1987) — 1-2-се; Берлин (1988) — 1-3-сө;
  • Кечкемет һәм Дрезден — 1-се;
  • Свердловск (1989) — 2-се урын.

Германия чемпионы (1996), Германия йыйылма командаһы составында 34-се Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының көмөш (Истанбул, 2000), Европа чемпионатының бронза (1999) призёры.

СССР Ҡораллы Көстәре чемпионы (1986), Белоруссия чемпионы (1986), Халыҡ-ара «Урал-89» турниры призеры. 30-ҙан ашыу халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе.

2636 максималь рейтингына 2002 йылдың ғинуарында етә[5].

Атаһы Дауытов Хажит Мирзаһит улы — уның беренсе тренеры. Ҡатыны Германия шахматсыһы Петра Штадлер.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #123348285 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2024 года — 2024.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 OlimpBase (ингл.)
  5. FIDE Chess ratings
  • Шахмат : энциклопедик һүҙлеге / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: советская энциклопедия, 1990. — С. 607. — 624 с — 100 000 данаISBN 5-85270-005-3.