Эстәлеккә күсергә

Дворкин Карп Акимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дворкин Карп Акимович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 (19) ғинуар 1909
Тыуған урыны Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университетының химия факультеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Дворкин Карп Акимович (6 ғинуар 1909 йыл28 июль 1977 йыл) — СССР-ҙың атом сәнәғәте системаһында эшләгән ғалим-химик. Техник фәндәр кандидаты (1949). Ленин (1961) һәм Сталин премияһы (1954) лауреаты.

Карп Акимович Дворкин 1909 йылдың 6 ғинуарында Смоленск губернаһының Красный өйәҙе Ляды ҡасабаһында тыуған.

1937 йылда Ленинград дәүләт университетының Химия факультетын органик булмаған химия һөнәре буйынса тамамлағандан һуң Дәүләт ғәмәли химия институтының электрохимия лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре һәм Ленинград дәүләт университетының химия факультетының органик булмаған химия кафедраһы ассистенты булып эшләй.

1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы офицеры. Бөйөк Ватан һуғышында Волхов һәм Ленинград фронттарында ҡатнаша, 8-се армияның Химия бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы була. 1944 йылдың 30 ноябрендә командованиеның хәрби бурыстарын үтәгәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

1949 йылда СССР атом сәнәғәтенең ябыҡ объекттарында — СССР Фәндәр академияһының үлсәү приборҙары лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр һәм сектор начальнигы урынбаҫары. 1951 йылда Свердловск-45 ябыҡ ҡалаһына ебәрелә, Химия лабораторияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1956 йылдан СССР урта машиналар төҙөү министрлығының 418-се заводының махсус химия лабораторияһы начальнигы.

1951 йылдан төп эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта Мәскәү инженер-физика институтының 3-сө бүлегендә уҡыта һәм ғилми советы ағзаһы була. 1964 йылдан алып А. Ф. Иоффе исемендәге Ленинград физик-техник институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1977 йылдың 28 июнендә Ленинградта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар:[2][3][4][5]

  • Ленин премияһы (1961)
  • III дәрәжә Сталин премияһы (1954) — «изотоптарҙың бүленеүенең электромагнит ысулын эшләгәне һәм сәнәғәткә индергәне һәм был ысул менән литий-6-ны алғаны өсөн»
  1. Подвиг народа
  2. Атомные города Урала : город Лесной : энциклопедия / отв. ред. Мельникова Н. В., Рясков С. А.; под общ. ред. акад. РАН Алексеева В. В, акад. РАН Рыкованова Г. Н. — Екатеринбург: РАН, Уральское отд-ние, Ин-т истории и археологии, 2012. — С. 208. — 303 с. — ISBN 978-5-7851-0771-7.
  3. Атомный проект СССР: Документы и материалы : сборник] / Под общ. ред. Л. Д. Рябева. — М.—Саров: Наука. Физмалит, 2012. — Т. 2. — С. 633. — 696 с. — ISBN 978-5-9221-0855-3.
  4. Дворкин Карп Акимович(недоступная ссылка)на сайте «9 мая день Победы»
  5. Подвиг народа 2