Де-Мойн
Де-Мойн[14][15] (ингл. Des Moines [dɪˈmɔɪn], франц. Des Moines [demwan] — «монахтар ҡала») — ҡала . АҠШ-тың Айова штатының үҙәк өлөшөндә, Раккун йылғаһының Де-Мойн йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан ҡалаһы. Штаттың баш ҡалаһы(1857),Полк округының административ үҙәге Ҡалала 203,4 мең кеше (2010), биҫтәләре менән — 569,6 мең кеше йәшәй — Айова штатындағы иң ҙур ҡала.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың беренсе яртыһында хәҙерге Де-Мойн районында индеецтарҙың сауки һәм месквоки ҡәбиләләре йәшәггән була, улар американдар тарафынан штаттың көнсығышынан ситкә ҡыҫырыҡлана. 1843 йылдың май айында хәрби инженер Джеймс Аллен командалығы аҫтында бындағыДе-Мойн йылғаһында форт төҙөлгән. Форт агрессив индеецтар ҡәбиләләрен буйһоноу аҫтында тотоу һәм уларҙы күҙәтеү маҡсатында төҙөлә. 1846 йылдың март айында ҡәбиләләр артабан көнбайышҡа табан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм форт, ташландыҡҡа әйләнә[16].
Ташландыҡ форттың урынлашҡан урыны уңайлы булғанлығы бында гомстедер-күскенселәренең иғтибарын йәлеп итә. 1846 йылда ҡасаба барлыҡҡа килә һәм Де-Мойн форты Полк округының административ үҙәгенә йәләнә. 1851 йылда көслө ташҡын округ территорияһының күпселек өлөшөнә ҙур зыян килтерә. Шул уҡ йылдың көҙөндә ҡалала дөйөм тауыш биреү юлы менән ҡала уставы ҡабул ителә. Айова штатының Закондар сығарыу йыйылышы 1857 йылда баш ҡаланы Айова-Ситиҙан Де-Мойн фортына күсерергә ҡарар ҡабул итә. Баш ҡала статусына ҡарамаҫтан, ҡала ярайһы яй үҫешә. 1866 йылда ҡалаға тимер юл килә. Ҡала халҡы был ваҡыттан ҡыҙыу үҫешә башлай һәм ауыл хужалығы менән күмер шахталары ҡала иҡтисады өсөн нигеҙ була 1908 йылдың төп күмер ятҡылыҡтары эшкәртелеп бөтөлә.
ХХ быуат башында «Гүзәл ҡала» проекты ҡабул ителеп, Де-Мойнда күп матур бинлара барлыҡҡа килә, фонтандар һәм парктар яһала, урамдарҙы яҡтыртыу системалары булдырыла, урамдарға таш түшәлә.
1950 йылдар башындағы иҡтисади көрсөк һәм деиндустриализация ҡаланы бөлгөнлөккә төшөрә, был хәл 1990 йылға тиклем бара: сәнәғәт предприятиелары ябыла, ҡала үҙәгендәге офис һәм йәмәғәт биналары ябыла, фонтандар емерелә. Де-Мойндың үҙәк райондарында ҡара тәнлеләрҙең геттоһы, енәйәтселек һәм антисанитария үҙәге барлыҡҡа килә. Аҡ тәнле халыҡ башҡа ҡалалар янына күсенә (1960 йылда ҡала халҡы үҙенең максимумына етә).
1990-сы йылдарҙа ҡала өлөшләтә тергеҙелә, унда яңы эш урындары барлыҡҡа килә, үҙәк райондарҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө программалар тормошҡа ашырыла Ҡалала стразовка секторы һәм банк эше үҫешә.
Климаты һәм географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Де-Мойн Айова штатының үҙәгендә, Раккун йылғаһының Де-Мойн йылғаһына ҡойған ерендә урынлашҡан. Ҡала биләмәһе башлыса тигеҙ,унда бер нисә һөҙәк ҡалҡыулыҡ бар.
Ҡала уртаса-континенталь климат зонаһында ята. Бында ямғырлы һәм эҫе йәй, һалҡын ҡыш.
Климат Де-Мэн | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл | ||||||||||||||
Абсолют максимум, °C | 19,4 | 25,5 | Йылылығыудельная 32,7 | 33,8 | 40,5 | 39,4 | 43,3 | 43,3 | 38,3 | 35,0 | 27,7 | 20,5 | 43,3 | Һауа температураһы, °C | -0,5 | 2,2 | 9,4 | 16,8 | 22,4 | 27,5 | 29,8 | 28,7 | 24,5 | 17,2 | 8,8 | 1,1 | 15,6 |
Уртаса температура, °C | -5,2 | -2,5 | 4,0 | 10,9 | 16,8 | 22,1 | 24,6 | 23,5 | 18,6 | 11,7 | 4,0 | -3,3 | 10,4 | ||||||||||||||
Уртаса минимум, °C | -9,8 | -7,3 | -1,2 | 5,0 | 11,2 | 16,6 | 19,3 | 18,2 | 12,8 | 6,1 | -0,8 | -7,7 | 5,2 | ||||||||||||||
Абсолют минимум, °C | -34,4 | -32,2 | -30 | -12,7 | -3,3 | 2,7 | 8,3 | 4,4 | -3,3 | -13,8 | -23,3 | -30 | -34,4 | ||||||||||||||
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 25 | 32 | 58 | 98 | 120 | 125 | 113 | 104 | 77 | 67 | 55 | 36 | 910 | ||||||||||||||
Сығанағы: NWS |
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡалала 203 433 кеше йәшәй, 81 47 йорт хужалығы һәм 47 491 ғаилә иҫәптә тора..
Халҡы раса составы:
- аҡ — 70,5 % (1980 — 87,8 проценты)
- латин американдар — 12 %
- афроамерикандар — 10,2 %
- азиаттар — 4,4 %
Уртаса йән башына килем 19 467 аҡш доллары тәшкил итә (2000 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Ҡала халҡының уртаса йәше — 33,5 йыл. Уртаса Америка күрһәткестәренән енәйәтселек ике тапҡырға тиерлек юғары..
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Де-Мойн финанс һәм сауҙа, шулай уҡ штаттың төп транспорт төйөнө булып тора. Ул шулай уҡ страховка бизнесе үҙәктәренең береһе булып тора . Бында Principal Financial Group, EMC Insurance Group, Allied Insurance һәм Aviva USA. фирмаларының штаб-фатирҙары урынлашҡан.
Мәҙәниәт һәм белем алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дрейк университеты (1881), Остеопат медицинаһы һә хирургия колледжы, Гранд-Вью колледжы (1896), Бәүрат колледждары (1931 бар).
Иң билдәле рок-төркөмө— Slipknot..
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланы Де-Мойн Халыҡ-ара аэропорты (IATA: DSM, ICAO: KDSM) хеҙмәтләндерә, ул ҡаланан 6 километр алыҫлыҡта, ҡаланың көньяҡ-көнбайышына табан урынлашҡан.
Яҡындағы тимер юл станцияһы Оцеола ҡаласығында тора. Ул Де-Мойндан көньяҡҡа табан 64 километрҙа урынлашҡан. Уның аша Сан-Франциско — Чикаго поезы йөрөй.
Ҡала аша штат-ара шоссе I-35 һәм I-80 үтә, шулай уҡ, тиҙ йөрөшлө US 6, 69 US US 65 юлдары бар.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Япония: Кофу
- Мексика: Наукальпан
- Франция: Сент-Этьен
- Рәсәй Федерацияһы: Ставрополь
- ҠХР: Шицзячжуан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Des Moines // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Geographic Names Information System (ингл.)
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ https://www.dsm.city/government/index.php
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ https://www.dsm.city/departments/city_manager_s_office/greater_des_moines_sister_cities_commission.php
- ↑ https://www.saint-etienne.fr/sites/default/files/Les%20jumelages.pdf
- ↑ http://ставрополь.рф/english/intermunicipal_cooperation/Information_about_Des_Moines.php
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 107.
- ↑ Schoen, M. Christopher; and Whittaker W. Gourley E. E. K. M. (2009). «No Fort Moines Des. 2, 1843—1846 2016 йыл 17 август архивланған.». William E. In Whittaker. Forts Iowa of Frontier: Indians, Traders, and Soldiers, 1682—1862. Iowa City: University of Iowa Press. pp. 161—177.