Эстәлеккә күсергә

Джеймс Мейс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Джеймс Мейс (ингл. James Mace, укр. Джеймс Мейс; 18 февраль 1952 йыл3 май 2004 йыл) — Америка һәм Украин тарихсыһы, политолог, Роберт Конвесттың ассистенты, Украиналағы аслыҡты (голодомор) геноцид тип таныу яҡлы.

АҠШ-та Оклахомала тыуған.

1981 йылда Мичиган университетында "Коммунизм һәм милли-азатлыҡ дилеммалары: 1918—1933 йылдарҙағы совет Украинаһында милли коммунизм" темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Был хеҙмәтендә ул милли-патриотик идеяларҙың һәләкәтенең һәм украинлаштырыу процесының коммунистик идеологияға тап килмәү сәбәптәрен аңлата.

Диссертация яҡлағандан һуң Мичиган университетының Үҙәк һәм Көнсығыш Европа тарихы профессоры Роман Шпорлюк (тикшеренеүсенең ғилми остазы) уны аслыҡты үҙ елкәһендә татыған иммигранттар менән таныштыра.

1982 йылда Тель-Авивта Европа йәһүдлегенең һәләкәтенә арналған халыҡ-ара конференцияла Мейс түбәндәгеләрҙе белдерә: «Хакимлыҡты тулыһынса Сталиндың ҡулында үҙәкләштереү өсөн украин крәҫтиәнен, украин интеллигенцияһын, украин телен, … украин тарихын, Украинаның үҙен юҡҡа сығарыр кәрәк ине. Калькуляция бик ябай һәм примитив: халыҡ юҡ, тимәк, айырым ил юҡ, ә һөҙөмтәлә — проблемалар юҡ». Дж. Мейстың был сығышы украин тәржемәһендә 2007 йылда "Українськї історичнї журнал"дың 2-се һанында баҫылып сыға.

1983 йылда Мейс «Коммунизм һәм милли азатлыҡтың дилеммалары: 1918—1933 йылдарҙа Совет Украинаһында национал-коммунизм» исемле монографияһын баҫтыра.

1983 йылдың 2 октябрендә Вашингтонда СССР илселеге алдында украин диаспораһының «украиндарҙы ҡырыу эшен туҡтатырға» лозунгы аҫтында үткәргән демонстрацияһында ҡатнаша[1].

19861987 йылдарҙа Джеймс Мейс АҠШ Конгресы ҡарамағындағы тикшереү комиссияһының башҡарма директоры итеп тәғәйенләнә. Комиссия алдына 1932—1933 йылдарҙа Украиналағы ваҡиғаларға баһа биреү бурысы ҡуйыла. Уның тикшеренеүҙәре, нигеҙҙә, төрлө ваҡытта СССР-ҙан Канадаға һәм АҠШ-ҡа күсенгән кешеләрҙең шаһитлыҡ күрһәтмәләрен йыйыуға ҡайтып ҡала[2]

1993 йылда Мейс Украинаға күсеп ҡайта. Киев -Могилян академияһының политология кафедраһында уҡыта . Джеймс Мейс «геноцидтан һуңғы украин йәмғиәте» теорияһын тәҡдим итә. Теория «ҡыҙғылт революцияның аҙағына барып етмәүенең сәбәптәре тураһында» тигән һорауға яуап бирә.

2004 йылдың 3 майында вафат була, Киевта ерләнә. 2005 йылдың 26 ноябрендә Украина Президенты Виктор Ющенко уны үлгәндән һуң II дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены менән бүләкләй, ә 2005 йылдың 2 декабрендә Мейстың исемен мәңгеләштереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. 2011 йылда Мейс хөрмәтенә Киевтағы Юрий Коцюбенко урамының исемен үҙгәртеп, Мейстың исемен бирергә тигән тәҡдим була (элекке Новопавловск урамы). Әлеге көндә был урам компартияның тәүге етәкселәренең береһе, большевик Юрий Коцюбинский исемен йөрөтә; бынан тыш был урамда 2012 йылға тиклем Украиналағы АҠШ илселеге урынлашҡан була. Киев ҡала советы депутаттары ҡарарҙы ҡабул итмәй[3]. 2016 йылда Киевта ҡала башлығы Виталий Кличко күрһәтмәһе буйынса, Мейс хөрмәтенә элекке Коллективлаштырыу урамының исеме Мейс урамы тип үҙгәртелә[4].