Эстәлеккә күсергә

Джон Кописки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джон Кописки
ингл. John Maxwell Kopiski
Тыуған көнө

17 июль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Гражданлығы

Рәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

фермер, эшҡыуар

Джон Максвелл Кописки (ингл. John Maxwell Kopiski ; 17 июль 1949 йыл) — Рәсәйҙең поляк-инглиз сығышлы эшҡыуары, фермер, «Богдарня» агрокультура туристик комплексына һәм «Рождество» һөт-ит копмлексына нигеҙ һалыусы.

Джон Кописки 1949 йылдың 17 июлендә Лондонда тыуған.

Мәктәпте тамамлағас, ҡорос һатыусы Coutinho Caro & Co компанияһында тәжрибә туплай. 1972 йылдан Бангладештағы, ә һуңыраҡ Пакистандағы һәм Көньяҡ Африкалағы компанияның филиалдары менән идара итә.

1982 йылда Balli Trading London күмер компанияһын етәкләй. 1991 йылда фирманың эштәре буйынса беренсе тапҡыр Рәсәйгә килә, бер үк ваҡыттта Тажикстанда баҙар асыу мөмкинлеген өйрәнә. Бер йылдан Мичуринскиҙа шахта һатып ала, үҙенең «Мичуринскуголь» күмер компанияһын аса һәм Рәсәйгә йәшәргә күсә.

1993 йылда Рәсәй гражданлығын ала. Ул Ким Филбинан ҡала, Рәсәй гражданлығы алған икенсе инглиз[1].

Рәсәйгә күскәс, Владимир өлкәһенең Петушинск районында «Богдарня» фермаһын һәм «Рождество» ит-һөт комплексын аса. Аграр бизнесын башлағанда, беренсе капиталы 500 мең доллар була[2] («Богдарня» фермаһы өсөн). Һуңыраҡ тағы ла 300 миллион һум «Рождество» МЖКһын төҙөүгә тотона. 2006 йылда 240 миллион һум льготалы кредит ала: яңы хужалыҡ агроетештереү комплексын үҫтереү милли проектында ҡатнаша.

2007 йылда «Вимм-Билль-Данн» компанияһы менән һөт менән тәҡмин итеү контракты төҙөй. Һуғыраҡ балаларға аҙыҡ етештереүсе «Агуша» компанияһына һәт һатыу тураһында контракт төҙөй[3].

2009 йылда фермер хужалығын үҫтереү өсөн, Владимир һәм Липецк өлкәләре бюджетынан 700 миллион һумлыҡ кредит ала[4].

2015 йылда Рәсәй Президенты В. Путин менән тура линияла ҡанташа[5].

Социаль эшмәкәрлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

LavkaLavka фермер кооперативы ҡатнашыусыһы. Улар бергәләп ит фестивале үткәрә[1].

Джон Кописки Петушинск районы балалары өсөн балалар лагеры төҙөй. Унда балалар өсөн төрлө мастер-класстар һәм дәрестәр үткәрелә[1].

Экотуризмды үҫтерә.

"Богдарни"ның базаһында мотоскейтта йөрөргә өйрәтәләр, парус спорты дәрестәре үткәрелә. Лапта һәм бура һуғыу уйыны популярлаштырыла. Бушлай туранан-тура бәйләнешле зоопарк эшләй[6].

Ул шулай уҡ Петушинск районы уҡыусылары өсөн ижади конкурстар үткәрә.

Хужалыҡтың үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кописки малды һауыҡта бәйләмәй тотоу технологияһы менән аҫырай. Малды йыл буйы асыҡ урында тота. Ике айға тиклемге быҙыуҙарҙы әйләнә-тирәләге мөхиткә тиҙерәк өйрәнһендәр өсөн, махсус урында тота. Һуңынан уларҙы асыҡ урынға күсерәләр. Был технология тураһында ул Чехияла өйрәнә. Шунан һуң ул үҙе Рәсәй мал ҡараусыларын өйрәтә башлай. Технологияны дөрөҫ ҡулланғанда Копински фермаһындағы һыйырҙар йылына ун мең литрға тиклем һөт бирә.

Кописки бер фермаһында сыр эшләүҙе яйға һалған, унда унлаған төр сыр етештерелә. Төп сыр уйлап табыусы американлы Джей Роберт Клоуз, ул Рәсәйгә күсеп килгән.

Копискиҙың фермаларында күпселек урындағы халыҡ эшләй. Әммә хужалыҡта сит ил кешеләре лә бар. Ферма эштәрен алып барыр өсөн Америка белгестәрен саҡырған. Кемдәрелер АҠШ-тан Рәсәйгә ғаиләһе менән күсеп килгән[2].

Башҡорт, дон, вятка, белорусс, ғәрәп, ахалкетин тоҡомло аттарын, орлор һәм рус юртаҡ аттарын, немец ганноверҙарын һәм француз першерондарын үрсетә.

2015 йылға ҡарата Копискиҙың хужалығында 3700 баш һыйыр иҫәпләнә[7].

Рәсәйгә күскәс, православиены ҡабул итә.

Петушинск районындағы Воспушка ауылында емерелгән сиркәүҙе тергеҙә.

Владимир өлкәһе Крутово ауылында өй һатып алғас, аграр бизнес менән шөғөлләнә башлай. Ауыл янында монастырь бар. Джон Кописки монастырҙың игуменьяһына емерелгән ферма урынында скит төҙөргә һәм фермалағы ҡалған һыйырҙарҙы монастырға һатып алырға тәҡдим итә. Игуменья килешмәй. Шунда Кописки үҙе һыйырҙар һатып алып ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә булып китә[2].

Шәхси тормошо һәм ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Севастополдән рус милләтенән, Нина Валерьевна Копискиға өйләнгән. Биш бала үҫтерәләр.

Музыка менән ҡыҙыҡһына. Ғаилә ансамбле төҙөй. Бергәләп компакт-дисктар яҙалар[8].

Үҙен социал-демократ тип иҫәпләй[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Моя крыша – Господь Бог  (рус.), LavkaLavka. 2015 йыл 19 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рождение фермера  (рус.), E. MAX. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Джон Кописки – русский патриот  (рус.), Официальный сайт Петушинского района.
  4. Россия выделила 25 миллионов долларов английскому фермеру  (рус.), LifeNews.
  5. Запись прямой линии  (рус.), YouTube.
  6. Контактный зоопарк  (рус.), Официальный сайт АТК «Богдарня». 2015 йыл 21 апрель архивланған.
  7. Интервью  (рус.), Комсомольская правда.
  8. Lucky men group и Джон Кописки записали совместный альбом 2015 йыл 16 февраль архивланған.