Эстәлеккә күсергә

LavkaLavka

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
LavkaLavka
URL:

lavkalavka.com

Коммерция:

Әйе

Сайт тибы:

социаль селтәр, интернет-магазин

Теркәлеү:

Мәжбүри түгел (ҡайһы бер бүлектәрҙә мәҡәләләрҙе үҙгәртеү өсөн теркәлеү мотлаҡ)

Теле:

урыҫ һәм инглиз

Сервер урынлашҡан:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү

Автор:

Борис Акимов

Эшләй башлаған:

2009

Ағымдағы статус:

Эшләй һәм үҫешә

LavkaLavka, ЛавкаЛавка — Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә ауыл хужалығын, гастрономик ғәҙәттәрҙе кире ҡайтарыуҙы һәм үҫетереүҙе маҡсаты итеп ҡуйған социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә проект һәм фермерҙар кооперативы[1]. Үҙенең эсенә социаль селтәр кеүек онлайн-сервисты, фермерҙарҙың продукцияһын күпләп һатҡан магазиндар һәм ресторандар селтәре индерә.

2009 йылдың яҙ миҙгелендә Мәскәүҙә өс дуҫ — Борис Акимов (журналист), Александр Михайлов (информацион технологиялар өлкәһендә белгес) һәм Василий Пальшин (һатыусы) — проектҡа нигеҙ һалалар. Эшҡыуарҙарҙың төп идеаһы — химик өҫтәмәләрҙән ирекле булған һәм ябай магазиндарҙа алып булмаҫлыҡ тиерлек, экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн бөтә кешеләр алырлыҡ майҙан эшләү. Төп мәсьәлә — фермерҙарҙы һәм һатып алыусыларҙы аралашсыларһыҙ тоташтырыу.

Был маҡсаттар өсөн улар LavkaLavka интерет-ресурсын төҙөйҙәр, шунда һәр фермер теркәлә һәм үҙенең продукцияһын һатыуға ҡуя ала. Сайтта тауарҙың килеп сығыр алдынан, проект ағзалары ныҡ итеп фермер хужалыҡтарын декларируем нормаларға тура килеүен тикшерәләр, мәҫьәлән, культураларҙы ултыртҡанда ниндәй орлоҡтар ҡулланалар, баҡсаға нимә һибәләр һәм нимә менән ашлайҙар, ниндәй шарттарҙы мал тотола һәм башҡалар. Компания үҙенең экологик сертификация системаһын (ЭСС) төҙөй, төп ҡағиҙәләре: яһалма матдәләрҙе ашлама, пестицид, гербецид, фитогормон кеүек ҡулланыу тыйыла, йәшелсә төнәтмәләрен һәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәш өсөн агротехник ысулдарҙы ҡулланыу ярай[2]. Шул уҡ ваҡытта һатып алыусының һатып ала торған продукция тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкинселеге бар, фотографияларҙы һәм хужалыҡ һүрәтләүен ҡарай ала (һәр тауар абстракт ассортименттан түгел, ә конкрет хужалыҡтан булған конкрет фермерҙан һатып алына). Ҡайһы бер осраҡтарҙа экологик туризм мөмкинселеге бар, теләге булһа, ҡыҙыҡһындырған хужалыҡҡа барып, клиент тауарҙарҙың етештереү процессы менән таныша ала.

2011 йылда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында шул уҡ экологик яҡтан таҙа булған ауыл хужалығы продукцияларынан эшләнгән урыҫ ашханаһы ризыҡтарын бешереүҙә шөғөлләнгән LavkaLavka махсус ресторандары асыла. Ресторандар, ойоштороусылар уйҙары буйынса, тәүге сиратта яҡшы ауыл ризығын ашарға теләгән, әммә сайтта продукцияға заказ бирергә әҙер булмаған кешеләргә ориентирлана. Менюла шулай уҡ ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡулланған бөтә ингредиенттарҙың килеп сығыуы тураһында тулы итеп яҙылған[3]. Меню этик ризыҡ ҡабул итеү идеологияһын мотлаҡ һанау менән төҙөлә. Мәҫьәлән, ресторан 125 стейк һатып алмай, уның урынына фермер бер түшке килтерә, шул түшкәне тулыһынса өлөштәргә бүләләр һәм һәр бер өлөштө гастрономик ҡағиҙәләр буйынса бешерәләр. Түшкәне тулыһынса ашаһалар, фермер яңыны килтерә[4].

2013 йылға ҡарата проекта 4 мең тирәһе даими һатып алыусылар, унлап даими тәьмин итеүселәр бар, а һәр айҙа әйләнеш 10 миллион һумға тигеҙ[5].

«AmBAR» бизнес-ассоциацияһы 2013 йылда LavkaLavka компанияһын Рәсәйҙәге иң матур һәм яҡты социаль стартаптарҙың береһе кеүек һүрәтләй[6].

LavkaLavka ресторандары ла юғары билдәләнә, мәҫьәлән, «Коммерсантъ Weekend» гәзитенең күҙәтеүсеһе ресторанға биш йондоҙҙан дүртәүҙе бирә, был ресторандар әлеге геополитик фонда бик актуаль күренеүе һәм импортты алмаштырыу милли программаһына яҡшы инеүе тураһында әйтеп китә[7]. Menu.ru махсус порталда асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, LavkaLavka кафеһы «Рәсәй продуктарынан меню» номинацияһында еңеп, «2013 йылда иң яҡшы ресторан» премияһын ала[8].

Проектың эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан ҡайһы бер сит ил матбуғат баҫмалары билдәләй. Улар үҙ мәҡәләләрендә һәм репортаждарында Көъбайыш илдәре Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереү арҡаһында, LavkaLavka кеүек ойошмаларҙың уңыштары бигерәк ҙур, тип билдәләп сығалар. Проект Euronews[9], The New York Times[10] кеүек абруйлы матбуғат баҫмаларында яҡтыртыла.

  1. Праздник урожая с LavkaLavka. Новый бизнес (18 сентябрь 2014). Дата обращения: 5 май 2015.
  2. Анастасия Каримова, Светлана Ментюкова. Экологически чистый пиар. Коммерсантъ (15 апрель 2013). Дата обращения: 5 май 2015.
  3. Елена Денисенко. Больше, чем магазин. Эксперт (19 март 2012). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  4. Данила Суслов. Ресторан LavkaLavka открыл свои двери для всех желающих. РБК (4 июнь 2014). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  5. Юрий Митин, Михаил Хомич. Продукты с именем, или История успеха проекта LavkaLavka. Коммерсантъ (21 май 2013). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  6. Социальное предпринимательство. Тренд? Новый вид бизнеса? Бизнес-ассоциация AmBAR (14 ноябрь 2013). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  7. Дарья Цивина. Гастрономический дуализм. Дарья Цивина о Beer & Brut и «ЛавкаЛавка». Коммерсантъ (17 апрель 2015). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  8. Победители Премии: «Спасибо всем!» Menu.ru (27 ғинуар 2014). Дата обращения: 27 апрель 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Россия: кто вместо импортеров еды? Euronews (13 апрель 2015). Дата обращения: 27 апрель 2015. 2015 йыл 22 апрель архивланған.
  10. NEIL MacFARQUHAR. Organic Farms Become a Winner in Putin’s Feud With the West. The New York Times (18 ноябрь 2014). Дата обращения: 27 апрель 2015.