Джон Мьюр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джон Мьюр
John Muir
John Muir Cane.JPG
Джон Мьюр (1907)
Тыуған көнө:

21 апрель 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Данбар, Көнсығыш, Шотландия, Британия империяһы

Вафат булыу көнө:

24 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы:

Flag of the United States (1912-1959).svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Ғилми өлкәһе:

биология, геология, экология

Эшләгән урыны:

James Mason Hutchings[d]

Уҡыу йорто:

Висконсин-Мэдисон университеты

Билдәләлек алған:

тәбиғәт фәндәре белгесе, ҡырағай тәбиғәте ҡурсалаусы

Награда һәм премиялары
Ҡултамғаһы:

Подпись

Биологик систематика
Band 1x200px.png
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «J.Muir» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Шәхси бите

Джон Мьюр (ингл. John Muir; 21 апрель 1838 йыл — 24 декабрь 1914 йыл) — АҠШ-тың тәбиғәт фәндәре белгесе, яҙыусы һәм ҡырағай тәбиғәте ҡурсалаусы Уның хаттары, эсселары һәм китаптары тәбиғәтте өйрәнеү, башлыса Калифорниялағы Сьерра-Невада тауҙары хаҡында һөйләй.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джон Мьюр 1838 йылдың 21 апрелендә Британия империяһы Шотландияның Данбар ҡалаһында Дэниэль Мьюр һәм Эни Гилрой ғаиләһендә тыуған. 1849 йылда Мьюрҙар ғаиләһе АҠШ-ҡа эмиграцияға китәләр, тәүҙә Висконсин штатының Портэйдж ҡалаһы янындағы фермала йәшәйҙәр[1].

Джон Мьюрҙың әҫәрҙәре уҡыусыларҙы, шул иҫәптән президенттарҙы һәм конгрессмендарҙы, илһамландырған һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса эштәрҙең уңышлы һөҙөмтәләргә килтереүенә булышлыҡ иткән. Уның әүҙем ҡатнашлығында Йосемити, Секвойя һәм башҡа парктар төҙөлөп ҡырағай тәбиғәт мөйөштәре һаҡлап ҡалына. Джон Мьюр 1892 йылда Sierra Club ойошмаһына нигеҙ һала һәм уның президенты була. Һуңынан ул АҠШ-та иң әһәмиәтле экологик ойошмаларҙың береһе булып китә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мьюрға арнап Аляскала боҙлоҡ һәм Калифорнияла яр буйы аталған. 2005 йылда АҠШ-тың 50 штатының квотерҙар серияһында 520 400 000 дана тираж менән һәм Хаф-Доум ҡаяһы фонында Джон Мьюрҙың һүрәте менән 25 цент номиналындағы баҡыр никель тәңкә баҫылып сығарыла[2]

Джон Мьюр һәм Президент Теодор Рузвельт Йосемити милли паркында

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сьерраны өйрәнеү = Studies in the Sierra (1950 reprint of serials from 1874)
  • Сәнғәтле Калифорния = Picturesque California (1888—1890)
  • Калифорния тауҙары = The Mountains of California (1894)
  • Беҙҙең милли парктар = Our National Parks (1901)
  • Стыкин = Stickeen
  • Стыкин: эт һәм боҙлоҡ менән мажара = Stickeen: An Adventure with a Dog and a Glacier (1915)
  • Стыкин: эттең тарихы = Stickeen: The Story of a Dog (1909)
  • Сьеррала минең беренсе йәйем = My First Summer in the Sierra (1911)
  • Эдвард Генри Гарриман = Edward Henry Harriman (1911)
  • Йосемити = The Yosemite (1912)
  • История моего мальчишества и юности = The Story of My Boyhood and Youth (1913)
  • Дуҫыма хаттар = Letters to a Friend (1915)
  • Аляска буйлап сәйәхәт = Travels in Alaska (1915)
  • Ҡултыҡҡа тиклем мең миль = A Thousand-Mile Walk to the Gulf (1916)
  • Корвин круизы = The Cruise of the Corwin (1917)
  • Текә һуҡмаҡтар = Steep Trails (1919)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Fountain Lake Farm (Wisconsin Farm Home of John Muir). National Historic Landmarks Program. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 июнь 2012. 4 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  2. Квотеры 50-ти штатов; 2005 год  (инг.) (Тикшерелгән 30 июль 2011)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Austin, Richard C. (1991). Baptized into wilderness: A Christian perspective on John Muir. Creekside Press.
  • Ehrlich, Gretel (2000). John Muir: Nature’s Visionary. National Geographic. ISBN 0-7922-7954-9.
  • Williams, Dennis (2002). God’s Wilds: John Muir’s Vision of Nature. Texas A&M University Press. ISBN 1-58544-143-0.