Эстәлеккә күсергә

Дилмөхәмәтов Айрат Әхнәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дилмөхәмәтов Айрат Әхнәф улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, публицист, журналист
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 6460 ± 9[1]

Дилмөхәмәтов Айрат Әхнәф улы (21 июнь 1966 йыл) — сәйәсмән, публицист һәм журналист.

1966 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тарих фәндәре кандидаты Әхнәф Мөҙәрис улы Дилмөхәмәтов (1941—2012) ғаиләһендә тыуған[2]. Милләте башҡорт.

1983—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында, артабан — Анкарала Яҡын Көнсығыш техник университетының менеджмент департаментының магистратураһында белем ала.

1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1990 йылдан Башҡорт дәүләт университетының советҡа тиклемге СССР тарихы кафедраһының кесе хеҙмәткәре, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты.

1990-сы йылдар башында Башҡорт йәштәре иттифағын булдырыуҙа, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге һәм «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге эшмәкәрлегендә ҡатнаша[3].

2003 йылда Башҡортостан Президенты һайлауҙарында үҙенең кандидатураһын ҡуя. Бер нисә тапҡыр Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙарҙа кандидатураһын ҡуя.

2003—2005 йылдарҙа — «Башҡорт халыҡ конгресы» йәмғиәте үҙәк советы рәйесе, «Майдан» гәзите мөхәррире, «Правовые средства защиты» йәмғиәте хеҙмәткәре. «Башҡортостандың берләшкән оппозицияһы» ағзаһы.

2005 йылдың 26 мартында «льготаларҙы монетизациялауға» ҡаршы протест митингыһында сығыш яһағандан һуң экстремистик эшмәкәрлеккә асыҡ саҡырыуҙар тураһында эш буйынса ғәйепләнеүсе була, 2006 йылдың майында суд уны шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә[4].

2006 йылдан «Площадь восстания» гәзите мөхәррире. 2008 йылда «Провинциальные вести» гәзите тарафынан сығарылған «Площадь восстания» махсус ҡушымтаһында баҫылып сыҡҡан публикациялары өсөн ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителә. Был юлы уны экстермизмдан тыш, күмәк сыуалыштарға саҡырыуҙа ғәйепләнә[4].

2011 йылда милли ыҙғыш тыуҙырыуҙа, экстермизмға саҡырыуҙа һәм «Майдан» гәзитендәге публикациялары өсөн хөкөмгә тартырыла. Суд ҡарары буйынса 6 йылға колонияла иркенән мәхрүм ителә. Һуңыраҡ Башҡортостан Юғары суды приговорҙы йомшартып, өс йылға иркенән мәхрүм итә[4].

2015 йылда алдағы судҡа тиклем яҙылған «Ахыр заман» («Конец времен») китабы өсөн терроризмды аҡлау тураһындағы мәҡәләһе буйынса йәнә өс йыл иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. Ошо уҡ приговорға ярашлы уға ике йыл дауамында журналистика менән шөғөлләнеү тыйыла. Был юлы Дилмөхәмәтов ҡаты режимдағы колонияға ебәрелә. 2016 йылда «Мемориал» хоҡуҡ һаҡлау йәмғиәте Дилмөхәмәтовты һәм уның мәҡәләһен үҙенең интернет ресурстарында баҫтырған блогер Роберт Загреевты сәйәси тотҡондар тип таный. Дилмөхәмәтов 2017 йылдың сентябрендә иреккә сығарыла[5][6][7][8][4][9].

2018 йылдың апрелендә «Башҡорт» башҡорт йәмәғәт ойошмаһының сәйәси клубының ултырышында Дилмөхәмәтов 2019 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидатураһын тәҡдим итәсәген белдерә[10][11].

  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. Умер Ахнаф Дильмухаметов, башкирский ученый и общественник
  3. Ак Тирма (Белая юрта)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Пять уголовных дел вместо Четвёртой республики. Башкирского публициста Дильмухаметова ФСБ обвинила сразу в терроризме, экстремизме и сепаратизме
  5. Кировский суд Уфы приговорил Айрата Дильмухаметова к трем годам колонии строгого режима
  6. Башкирского публициста приговорили к трем годам лишения свободы за экстремизм 2020 йыл 1 октябрь архивланған.
  7. Три года за одну статью. Суд по делу о терроризме в Башкирии назвали расправой 2021 йыл 6 ноябрь архивланған.
  8. БПД «Кук буре». Заявление политических партий, правозащитных, общественных движений и организаций Республики Башкортостан по приговору Айрату Дильмухаметову 2019 йыл 19 март архивланған.
  9. Айрат Дильмухаметов вышел на свободу
  10. Дильмухаметов заявил о намерении стать президентом Башкортостана
  11. Диссидент Айрат Дильмухаметов заявил об «умысле» управлять Башкирией