Дәүләтов Фәрит Нәғим улы
Дәүләтов Фәрит Нәғим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 май 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Бик-Ҡарамалы, Дәүләкән районы |
Һөнәр төрө | фельдшер, уҡытыусы |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дәүләтов Фәрит Нәғим улы (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Әбделнәғим улы; 26 май 1924 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, капитан. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрит Нәғим улы Дәүләтов 1924 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Бик-Ҡарамалы (ҡайһы бер документтарҙа Баҡса) ауылында тыуған.
1941 йылда Дәүләкән хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби училищеға уҡырға ебәрелә. Лейтенант дәрәжәһендә 99-сы Ҡыҙыл Байраҡ орденлы уҡсылар дивизияһының 1-се дивизионы 473-сө артиллерия составында хәрби фельдшер булып хеҙмәт итә. Сталинград янында һуғыш юлын башлап, Берлинға тиклем барып етә. Рейхстагтың стенаһына үҙенең ҡултамғаһын яҙып ҡалдыра — «Гвардия капитаны Ф. Н. Давлетов».
1947 йылда демобилизациялана, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә военрук һәм тарих фәне уҡытыусыһы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар мәктәптең Ветерандар советын етәкләй[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләтов Фәрит Нәғим улы, гвардия медхеҙмәт лейтенанты,үҙ ғүмерен аямай, һуғыш яланында һалдат һәм офицерҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә.1944 йылдың 23 мартында һуғыш яланында 12 һалдатҡа һәм офицерға беренсе ярҙам күрһәткәне һәм уларҙы ваҡытында эвакуациялағаны өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәмбашҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1986)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы(1945)
Шула уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Память Народа. Наградные документы
- ↑ Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 36.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память Народа. Давлетов Фарит Абдулнагимович
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 36.
- 26 майҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр