Губарев Евгений Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгений Губарев битенән йүнәлтелде)
Губарев Евгений Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1963
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт медицина институты
Ростов дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты

Губарев Евгений Михайлович (13 декабрь 1903 йыл — 3 апрель 1963 йыл) — ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. 1934—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1936 йылдан — И. И. Мечников исемендәге Өфө эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. 1956—1959 йылдарҙа Ростов дәүләт медицина университеты ректоры. Биология (1940) һәм медицина (1942) фәндәре докторы, профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Михайлович Губарев 1903 йылдың 13 декабрендә Һарытау губернаһының Иҫке Жуковка ауылында тыуған. 1920 йылда Һарытау университетының медицина факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында биохимия кафедраһында лаборант булып эшләй. Институтты тамамлағандан һуң аспирантурала уҡый.

Артабан Башҡортостан медицина институтында[1] эшләй, 1934 йылдан — биохимия кафедраһы бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, тылда булып, Өфөгә эвакуацияланған Фәндәр академияһының биохимик учреждениеларына ярҙам күрһәтә.

Һуғыштан һуң Дондағы Ростовҡа китә. 1945 йылдан Ростов дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, немецтар тарафынан емерелгән биналарҙы һәм ҡорамалдарҙы тергеҙә. Артабан институт директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта Ростов чумаға ҡаршы институтында лаборатория мөдире, Ростов дәүләт медицина институтының директоры булып эшләй (1956—1959).

Ғалим Губарев ике докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ике тапҡыр доктор — биология (1940) һәм медицина фәндәре докторы (1942).

Губарев Евгений Михайлович 80-гә яҡын ғилми эштәр авторы булып тора, шул иҫәптән бактериохимия буйынса өс монографияһы бар: «Бактериохимия» (1952), «Чума микробының биохимияһы» (1958), «Микробтарҙың матдәләр алмашыныуы» (1961). «Бактериохимия» монографияһы немец теленә тәржемә ителеп, Германияла нәшер ителә.

Е. М. Губаревтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: микробиология, бактериохимия. Уның етәкселегендә булдырылған «Препарат РД» препараты СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары буйынса лепраны дауалау өсөн ҡулланыла.

Е. М. Губарев етәкселегендә Ростов дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһында 3 докторлыҡ, 16 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. 1959 йылда «Дифтерия бактерияларының липидтары» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған Ростов дәүләт медицина институтының профессоры Е. К. Алимова уның уҡыусыһы була.

Е. М. Губарев Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты, РСФСР һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ғалимдар советы ағзаһы, СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы микробиолог һәм биохимик ғилми йәмғиәттәре бюроһы ағзаһы, СССР I биохимиктар съезы һәм V Халыҡ-ара Конгресстың Ойоштороу комитеты ағзаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]